Нисек хәл итергә?30.12.2016
Бөрө ҡалаһында йәшәйем. Ейәнсәрем һәм ейәнем бар. Икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй. Хәстәрлекле олатай булараҡ, уларға туған телдәрен – башҡорт телен өйрәтергә тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, маҡсатыма ирешеүе еңелдән түгел, сөнки балалар баҡсаһына барып, мин өйрәткән һүҙҙәрҙе бер көн эсендә елгә осороп ҡайталар. Улым менән дә шулай булғайны. Үҙемдә лә ғәйеп барҙыр, бәлки. Әммә ҡулдан килгәнсә эшләнем дә, эшләйем дә һымаҡ…
Төптән уйлап ҡараһаң, телебеҙгә дәүләт статусы бирелгән бит! Ни өсөн балалар баҡсаһында улар туған телендә һөйләшә алмай һуң? Белгестәр раҫлауынса, тел ике-өс йәштә ныҡлы үҙләштерелә бит…
Ата-бабаларыбыҙ иҫ китмәле ҙур биләмәләрҙә донъя ҡороп, оҙайлы тарихи юлды бер телдә һөйләшеп үткән (ә, бәлки, тап ана шул бер телдә һөйләшеп, халыҡ булып ойоша алғанға ла меңәр йылдар аша үтә алғандарҙыр ҙа!). Әммә кәрәккәндә-кәрәкмәгәндә лә сығып торған яуҙарҙа ҡатнашырға мәжбүр булып, бигерәк тә һуңғы быуаттарҙа иң аҫыл уландарын күпләп юғалтып, көсәйгәндән-көсәйә килгән ассимиляцияға дусар ителеп, бөгөнгө аяныслы хәлгә килеп юлыҡҡандар.
Беҙ, башҡорттар, үҙ еребеҙҙә, үҙ илебеҙҙә башҡа милләткә әүерелеп ятабыҙ. Әүерелеүгә юл ҡуябыҙ. Ғәрлегеңдән ятып үлерһең! Башҡа төбәктәрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында әйтәһе лә түгел. Милләттәштәребеҙҙең байтағы үҙ сығыштарын да белмәй, шул сәбәпле бөгөн – былай, иртәгә – тегеләй.
Эйе, теләге булған кеше ҡулынан килгәнен тырыштырыр. Тик тотош йәмәғәтселек кимәлендә нимәлер эшләргә кәрәк. Закондар ҙа насар түгел һымаҡ. Уларҙы нисек ғәмәлгә ашырырға? Үҙебеҙгә ҡыйыулыҡ, ойошҡанлыҡ етешмәйме әллә?
Проблемаларыбыҙҙың өҫтәгеләре лә, тәрәндәрәк ятҡандары ла бик күп. Шуларға бәйле бер-ике тәҡдимем бар:
– Башҡорт теле дәүләт теле тип рәсми ҡабул ителгән икән, балалар баҡсаһында өйрәнелергә тейеш;
– Башҡортостандың һәр ҡалаһында ғына түгел, һәр район үҙәгендә башҡорт гимназияһы эшләһен;
– Башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, барса уҡыу йорттарында өйрәнелһен;
– Хөкүмәт, йәмәғәтселек һ.б. рәсми ойошма хеҙмәткәрҙәре дәүләт телендә аралаша алыуҙы маҡсат итеп ҡуйһын.
Мәҙәниәт өлкәһендә телгә бәйле күп эшләнә (һанап тормайым). Әммә етәкселеккә бер теләгем бар. Мин йәшәгән Бөрө ҡалаһына күрше республика артистарының береһе килә, икенсеһе китә, уларын оҙатып өлгөрмәйһең, өсөнсөләре ишек төбөндә. Ә беҙҙекеләр онотҡанда бер генә күренеп ҡала. Баҙар шарттары, тиерҙәр. Бөтәһен дә хәҙер аҡса менән генә үлсәйекме икән ни?
Милләттәштәр! Ҡарағыҙ әле: европалар хатта башҡа конфессия вәкилдәре булған миллионлаған ҡасаҡты һыйындырыу проблемаһын хәл итергә ынтыла, ә беҙ, СССР тарҡалғас, сит мәмләкәттәрҙә ҡалған милләттәштәребеҙҙе әсе яҙмыш ҡосағында ҡалдырҙыҡ. Ҡаҙағстанда ғына ла бит ҡырҡ мең самаһы башҡорт йәшәй.
Уйланайыҡ, йәмәғәт! Битараф булмайыҡ. Беҙҙең проблемаларҙы бер кем дә ситтән килеп хәл итеп йөрөмәҫ.