Төпкөлдән сыҡҡан ғалим30.12.2016
Төпкөлдән сыҡҡан ғалим Туған тел тирәләй бәхәс тынмай. Берәүҙәр йәш быуынға әсә телен өйрәтеү, уның мөһимлеген аңлатыу юҫығында етди эш алып барһа, икенселәре балаларын башҡортса уҡытыуҙан асыҡтан-асыҡ баш тарта. Имеш, артабан уҡыу йорттарына инергә ҡыйын буласаҡ. Был ысынлап шулаймы? Сәйетбабала үҫеп, шунда урта белем алып, бөгөн Өфө нефть инс­титутында йәштәргә ғилем бирер дәрәжәгә күтәрелгән техник фәндәр докторы, профессор Әбүбәкер Ишмырҙиндың 80 йәшлек юбилейына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡандар ошо һорауҙарға аныҡ яуап тапты.
Имтиханда ауылдан килгән егеттең физика, алгебра, геометрия фәндәрен ғәжәп яҡшы белеүенә һоҡланалар. Һөҙөмтәлә, бер урынға етеләгән кеше дәғүә итһә лә, нефть институтына йырлап инә ул. Баш ҡаланан 150 саҡрым алыҫлыҡтағы Сәйетбаба хәҙер төпкөл иҫәпләнмәһә лә, бынан 60 йыл элек был араны үтеү оло ғазапҡа әүерелә. Юл юҡ, транспорт йөрөмәй. Аслыҡ, яланғаслыҡ...
Институттан һуң “Башнефть” етештереү берекмәһендә һәм “Башнефтепроект” институтында тиҫтә йылға яҡын инженер булып эшләй Әбүбәкер Әхмәҙулла улы. Ойошмала теге йәки был мәсьәлә буйынса бәхәс, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, шул нисек була әле, һис баш етерлек түгел, тип уға кәңәш һорап килер булғандар. Теоретик белемде сәнәғәттәге практика менән нығытып, нефть һәм газ тармағының барлыҡ нескәлектәренә төшөнгән егет тап шул саҡта мотлаҡ фән юлынан китергә кәрәклегенә асыҡ төшөнә, үҙ көсөнә ышана.
Әммә шыма ғына бармай фән майҙанындағы көрәш. Алма-Ата ҡалаһында аспирантураға уҡырға инеп, әҙме-күпме үтеүгә, ғилми етәксеһен икенсе урынға күсерәләр. Бәләкәйҙән ныҡыш, башлағанын ташлап ҡуймаҫ егет Мәскәүгә килеп, фәнни эшен шөһрәтле нефтсе-ғалим И. Муравьев етәкселегендә тамамлап ҡуя.
1972 йылда Әбүбәкер Ишмырҙин Өфө нефть институтына килә. Производствола эшләп, үҙ эшенең бөтә айышына төшөнгән белгес кандидатлыҡ диссертацияһын яҙыуға яуаплы ҡарай. Уның насостар өсөн тәҡдим ителгән ҡулайламаһы Яңауылда “Краснохолмнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында һынау үткәндән һуң яҡшы һөҙөмтә бирә. Иҫке насостар оҙағыраҡ эшләй башлай. Нефтселәр ҙур экономияға өлгәшә.
1996 йылда докторлыҡ диссерта­цияһын да уңышлы яҡлай ғалим. Хеҙмәттәштәре араһында абруйлы шәхес Әбүбәкер Әхмәҙулла улы – бөгөн ҡырҡтан ашыу патент эйәһе, бихисап ғилми хеҙмәт, монографиялар авторы, “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы” тигән маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөтә.
– Илдә барған тотороҡһоҙ сәйәсәт бөртөкләп тигәндәй йыйылған белем биреү системаһын селпәрәмә килтерҙе. Фәнгә мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Хәҙер ысын, үҙ эшен төплө белгән белгестәр һирәк. Һатып алынған дипломлы әҙәмдәрҙән ниндәй һөҙөмтә көтәһең инде? Аспиранттар, студенттар үҙ йүнәлеше буйынса шөғөлләнәһе урынға, ҡайҙалыр икмәк-сәйлек тигәндәй аҡса табырға мәжбүр, – тип борсола профессор.
Ә бит иҡтисадты, етештереү сәнәғәтен белгестәрһеҙ күтәреү мөмкин түгел. “Башнефть” ойошмаһына башҡалар хужа булыуы, фән менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе унда яҡын да юлатмауҙары әсендерә уны. Ә фән менән сәнәғәт бергә барырға тейеш.
80 йәшен тултырған уҙамандың әле лә теремек булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Һис кенә лә буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ғүмер буйына йыйған тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша, аспиранттар, докторанттар әҙерләй. Нефть университетында лекциялар уҡый, студенттар өсөн китаптар, дәреслектәр яҙа. Кисә генә вуз тамамлап, бер көн дә производствола эшләп ҡарамағандарҙың студенттарға белем бирергә ынтылыуын аңлай алмай. Шуға ла Әбүбәкер Әхмәҙулла улы практик дәрестәрҙе, лаборатор эштәрҙе лә үҙе алып бара.
Ул арала төрлө баҫмаларға яҙмалар әҙерләп өлгөртөргә лә кәрәк. Әйткәндәй, махсус журналдар уның төплө, нигеҙле, аңлайышлы һәм ябай тел менән яҙылған ғилми эштәрен теләп баҫтыра. Төрлө төбәктәргә студенттарға лекция уҡырға йыш саҡыралар.
Сарала Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары Нәркәс Байбулдина, Алтынай Мусина, Наҙгөл Рахманғолова үҙҙәренең ғилми эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Танылған ғалим йәштәрҙе ҡыйыу, тырыш булырға саҡырҙы.
Ғалимдың класташы Таһир Латипов та урта мәктәптән һуң бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ медицина институтына уҡырға ингән, оҙаҡ йылдар Өфөнөң 13-сө дауаханаһында табип булып эшләгән. “Коллективта рус телен яҡшы белеүемә, бер хатаһыҙ яҙыуыма аптырайҙар ине. Үҙҙәре рус милләтенән булғандар ҙа яҙмаларын миңә күрһәтеп, хатаһын төҙәтеп биреүен һорай ине. Иң мөһиме – тырышлыҡ, алға маҡсат ҡуйыу йәшәү кәрәк”, – тине ул сығышында.


Вернуться назад