1773 йыл Пермь ҡалаһы һәм Егошиха баҡыр иретеү заводтарына нигеҙ һалыу йылдары булараҡ билдәле. Егошиха һәм Пермгә яҡын урынлашҡан Юго-Камский, Юг баҡыр иретеү заводтарын ошо ерҙең аҫаба хужалары – Ҡуян һәм Башҡолтай ауылы башҡорттары руда менән тәьмин иткән. Санкт-Петербургта асылған Рәсәйҙең беренсе Тау институтының исеме лә Пермь башҡорто – Ҡуян ауылынан сыҡҡан мәғдәнсе Исмәғил Тасимов менән бәйле. Урал мәғдәнселәренең беренсе баш ҡалаһы – Пермдә Ҡурай байрамы һәм “Башҡорт халҡының рухи мираҫы” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәсми рәүештә Чернушка ҡалаһында теркәлгәнлектән, быға тиклемге барлыҡ саралар ҙа шунда йә Барҙала уҙғарыла ине. Был юлы башҡорттар Пермдә, төбәктең төп мәҙәниәт усаҡтарының береһе – Максим Горький исемендәге өлкә дәүләт китапханаһында йыйылды. “Түңәрәк өҫтәл”дә край губернаторы хакимиәтенең Эске эштәр сәйәсәте департаменты милли мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы Анастасия Субботина ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ сығышында бынан нәҡ бер йыл элек – 2015 йылдың ноябрендә һайланған яңы идараның эшмәкәрлеге, ойошманың киләсәккә эш йүнәлештәре тураһында һөйләне. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп эш башҡарылды. Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойошмаһы раҫланды, конгресс алты төбәккә бүленде. Шуларҙың барыһында ла киңәйтелгән ултырыштар, төрлө тарихи даталарға арналған байрам саралары, йәштәр форумдары уҙғарылды. Иң мөһиме – Башҡарма комитет Башҡорт автономияһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы республика Хөкүмәтенә үҙ талаптарын еткерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре төбәк Башлығы тарафынан хупланды ла. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында милләтте иҡтисади, мәҙәни яҡтан һаҡлау – беҙҙең бурыс. Халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен юғары һәм эшлекле даирәләрҙә яҡлау юлдарын эҙләргә тейешбеҙ”, – тип белдерҙе башҡорт лидеры Әмир Ишемғолов.
“Түңәрәк өҫтәл”дә башҡорттар күпләп йәшәгән барлыҡ райондарҙан да, шулай уҡ Добрянка, Уса, Чернушка, Пермь ҡалаларынан урындағы ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты, Башҡортостан һәм край ғалимдары йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны. Тарихтан билдәле булыуынса, хәҙерге Пермь крайы биләмәләренең күп өлөшө – ғәйнә, уран, танып, ҡайпан, ыуаныш башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Тарих фәндәре докторы Алексей Черных, был төбәктә ҡатай ҡәбиләһе башҡорттары ла йәшәгән, уларҙың ерҙәре Сылва йылғаһы үҙәненә тиклем булған, тип билдәләне. Икенсе ғалим, күп томлы “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы” баҫмаһының мөхәрририәт ағзаһы, ДНК-генеалог, сығышы менән Ҡариҙел районының Йәнсәйет ауылы уҙаманы Альберт Кәримов мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың биләмәләре Көнгөр ҡалаһына тиклем булған. Ошо яҡ риүәйәттәрендә әйтелгәнсә, ҡыпсаҡ башҡорттары Көнгөр ҡәлғәһен бер нисә тапҡыр ҡамауҙа тотоп яндырған. Кама буйында биш тиҫтә башҡорт ауылы иҫәпләнгән. Ваҡыт үтеү менән батша заманындағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында уларҙы “яһаҡлы татарҙар” тип теркәгәндәр. Хәҙер уларҙың күбеһе үҙҙәренең этник сығышын онотҡан.
Альберт Кәримов 32 йыл Добрянка ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ғалим булараҡ, уға күп милләтле Рәсәйҙә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы таныш. “Кешеләрҙең үҙ сығышын белмәүе, йә белергә лә теләмәүе, йә бөтөнләй танымауы башҡа милләт вәкилдәренә лә хас. Добрянка халҡының 70 процентын коми-пермяктар тәшкил итә. Әммә улар ҙа үҙ милләтен танымай”, – тип ысынбарлыҡты асып һалды ул. Был күренеш үҙе үк этник сығышты таныу, йә танымау һорауҙары тик башҡорттарҙы ғына борсомауы, ә Рәсәйҙең башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә хас икәне тураһында һөйләй. Һәр милләттең ҡабатланмаҫ үҙ йөҙөн, һәр халыҡтың этник сығышын һаҡлауҙа, әлбиттә, тарихты, шәжәрәләрҙе өйрәнеү ярҙам итә. Башҡортостан ғалимдары күп томлы “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы” серияһында Пермь башҡорттарының үткәненә бәйле “Ғәйнә”, “Ирәкте”, “Танып” китаптарын баҫтырҙы. Барҙала, Чернушкала, Удикта ул баҫмаларҙың исем туйҙары, күп ауылдарҙа Шәжәрә байрамдары уҙғарылды. Бынан бер нисә йыл элек крайҙа “Тамырҙарыңды һәм ырыу тамғаңды беләһеңме?” тип аталған конкурс иғлан ителгәйне. Күптәр конкурс аша үҙ сығышына иғтибар иткән. Ырыуҙар, ауылдар тарихы, нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләре өйрәнелә һәм төҙөлә. Край ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов таныптарҙың 11 быуын шәжәрәһен тергеҙгән.
Былтыр Удик ауылында ғәйнәләрҙең тарихына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды, ике йыл рәттән Удик йыйыны ойошторолдо. Башҡорт иленең бер кантоны үҙәге – Удик ауылы – ғәйнә башҡорттарының үҙәге тип иғлан ителде. Беренсе кантон начальнигы, ғәйнә башҡорто Адутовтың вариҫтары бөгөн Удикта, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәй. Көслө нәҫел. Яр Саллы ҡалаһынан Рафаэль Адутов тырышлығында уларҙың 25 быуындан торған шәжәрәһе тергеҙелгән. Ошо факттар хәҙерге Пермь крайында йәшәгән башҡорттарҙың үҙаңы уяныуы, халыҡтың рухи күтәрелеше тураһында һөйләй.
“Түңәрәк өҫтәл” дә быны раҫланы. Ысынлап та, Пермь крайы башҡорттары бындай күтәренке кәйеф, дәрт менән уҙған сараны күптән күргәне юҡ ине. Киләһе яҡын араға эш пландары, йүнәлештәр тураһында һөйләшелде унда. Пермь йәштәренең дә Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойошмаһы эшенә дәррәү ҡушылырына ышаныс белдерелде.
Был сара сиктәрендә Барҙа, Чернушка райондарында балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылғайны. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнән иң йыраҡ йәшәгән, әммә яҡын ҡәрҙәштәребеҙгә “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән фильмдар тәҡдим ителде. Кисен өлкә дәүләт филармонияһында Башҡортостан сәнғәт әһелдәре тарафынан ҙур байрам концерты күрһәтелде. Тамашаның төп репертуары, әлбиттә, ҡурай моңдарынан торҙо. Ул моңдар ғәйнәләр һыулаған Тол, Толбаш йылғаһы үҙәндәрендә үҫкән ҡыу ҡурай моңдары менән ауаздаш.
Тамашасы күңеленә ятты был байрам. Ғәйнә ауылдарында әле лә урманға ингән һәр кем, бигерәк тә оло быуын вәкилдәре, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡурай ҡырҡып алып, шунда уҡ уйнап ебәрә. Был һүҙҙәр – ошо байрамда ҡатнашҡан ханым, Уй районының Толбаш ауылынан Сәриә Ураҙбаеваныҡы.
“Йәшәһен ҡурай! Йәшәһен милләтебеҙ!” тигән алҡыштар менән тамамланды Пермгә сәфәр.