Бер төптән егелеп...30.12.2016
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йылға йомғаҡ яһаны. Йомғаҡлау ултырышына Башҡарма комитет ағзалары, ойошманың төбәк бүлексәләре етәкселәре йыйылды.
Ойошманың 2016 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет доклады менән рәйес урынбаҫары Вельмир Аҙнаев сығыш яһаны. Ул, Башҡарма комитет комиссияларының әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеген билдәләп, йыл дауамында Ҡоролтай тарафынан ойошторолған күләмле сараларҙы атап үтте. Комиссиялар эше тураһында уларҙың рәйестәре – Башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, профессор, телсе ғалим Вәкил Хажин һәм БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы Ғәфүр Сәлихов отчет тотто.
– Беҙ эш хаҡы өсөн түгел, күңел ҡушыуы буйынса эшләйбеҙ, – тине, ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡорт халҡының рухи мираҫы һәм мәҙәниәте комиссияһы рәйесе Олег Ханов. – Сараларҙы юғары кимәлдә ойошторорға теләйбеҙ. Яңыртылған команда үҙ-ара аңлашып, бер төптән эшләй, тырыша, әммә барыһы ла финанс мәсьәләһенә барып төртөлә.
Ошоға бәйле Олег Закир улы күләмле сараларҙы дәүләт тарафынан йәки гранттар ярҙамында финанслау мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ Ҡоролтай ҡарамағында фонд булдырырға һәм уның эшенә башҡорт эшҡыуарҙарын йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.
Вельмир Аҙнаев әйтеүенсә, йыл дауамында Ҡоролтай ойоштороуында йәки уның ҡатнашлығында 400-ләп сара үткән.
– Беҙ күңел асыу өсөн генә саралар ойоштормайбыҙ. Туған телде һаҡлау темаһы ла өҫтөнлөклө булып ҡала. Бынан тыш, илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указы сыҡҡас, республиканың юбилейына әҙерлекте башланыҡ, – тине ул.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 100 йыллыҡ юбилейға әҙерлек сиктәрендә “Республиканың ойошторолоуы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дәр циклын башланы. Тәүгеләре республиканың нигеҙ ташын һалған сәйәсмәнебеҙ Зәки Вәлидиҙең тыуған көнө уңайынан 10 декабрҙә Башҡортостандың Сибай, Ишембай һәм Өфө ҡалаларында, Санкт-Петербургта һәм Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта үтте.
2017 юбилей йылында ике халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция планлаштырылған. Уларҙың береһе – республиканың 100 йыллығына, икенсеһе башҡорт халҡының этногенезы темаһына арнала.
Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Вәкил Хажин үҙенең сығышында Ҡоролтай ни өсөн мәҙәниәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейешлеген аңлатты.
– Беҙҙең оҙон көй һәм ҡурайыбыҙ йәшәй икән, этнос та һаҡлана. Бөгөн эшҡыуарлыҡты, башҡа өлкәләрҙе үҫтереү кәрәклеге аңлашыла, әлбиттә. Әммә мәҙәниәтебеҙҙе һәләк итһәк, уның менән телебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ. Ул саҡта беҙ башҡорт булып ҡалырбыҙмы? – тип мөрәжәғәт итте йыйылғандарға Вәкил Хажин.
Күптән түгел генә һайланған Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы етәксеһе Рәйес Исмәғилев Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге тураһында һөйләне.
– Беҙҙең төбәккә иғтибар аҙ, беҙҙең хаҡта аҙ яҙалар, телевидение – һирәк ҡунаҡ. Төбәк-ара ҡоролтайға ете район инә. Төбәк үҙәге Нефтекамала 130 мең кеше йәшәй, шуларҙың 30 проценты – башҡорттар. Беҙҙең һөйләшеү әҙәби башҡорт теленән айырыла. Төбәккә башҡорт телен үҫтереү буйынса айырым программа кәрәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин Ҡоролтайҙың йәмғиәт проблемаларынан да ситтә ҡалмаҫҡа тейешлеген билдәләне. Атап әйткәндә, һуңғы арала йәштәр араһында күҙәтелгән суицид, наркомания мәсьәләләре хафаға һала. Үҫмерҙәр, йәштәр менән төрлө саралар үткәреүҙән тыш, аңлатыу эштәре, иҫкәртеү эшмәкәрлеге алып барырға кәрәклеген билдәләне ул.
Ултырышта шулай уҡ тыуған төбәгенән ситтә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнештә тороу, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде. Ватандаштар менән эшләү буйынса комиссия рәйесе Ғәфүр Сәлихов әйтеүенсә, төбәктәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарарға, “Юлдаш”ты тыңларға теләйҙәр. Шулай уҡ башҡорт телендә гәзит-журналдар нәшер итеү, мәсеттәр төҙөүгә бәйле ауырлыҡтар бар.
Барлыҡ докладтарҙы тыңлағандан һуң, Башҡарма комитет ағзалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының йыл дауамында алып барған эшен ҡәнәғәтләнерлек тип тапты.
Ултырышта шулай уҡ Башҡарма комитетҡа өҫтәмә рәүештә яңы ағзалар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар менән эшләү буйынса координация советы рәйесе һайланды. Был вазифаға бер тауыштан Башҡорт дәүләт университетының Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институты директоры Әминә Ураҙова тәғәйенләнде.
Халҡыбыҙҙың иртәгәһе өсөн берләшәйек
Йылдарҙың береһен оҙатып, икенсеһен ҡаршылағанда артҡа боролоп ҡарайһың, башҡарылған эштәрҙе барлайһың, алға ҡарап яҡты өмөттәр бағлайһың, иңеңә ятасаҡ йөгөңдө, уны күтәрерлек көсөңдө самалайһың.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл да халҡыбыҙ алдында үҙенең төп бурысына тап төшөрмәне, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Эштәребеҙ кәңәшләшеп төҙөлгән планға ярашлы барҙы. Иң мөһиме – һәр бер сарала һеҙҙең тарафтан, милләттәштәр, аңлау, башланғыстарҙы, ҙурына-бәләкәйенә ҡарамай, хуплау таптыҡ. Айырыуса әүҙемдәргә ҙур рәхмәт.
Эйе, төртөп күрһәтерҙәй, хаҡлы ғорурланырҙай уңыштарыбыҙ бар. Әммә алда тағы ла етдиерәк, тағы ла ҡатмарлыраҡ бурыстар тороуын онотмайыҡ. Бөгөнгө глобалләшеү шарттарында еңеллеккә иҫәп тоторға ярамай, ҡаршылыҡтар, ҡыйынлыҡтар иһә беҙҙе сыныҡтырыр ғына.
Үткән юлы меңәр йыллыҡтар менән иҫәпләнгән халҡыбыҙҙың иртәгәһе лә ышаныслы булһын өсөн берләшәйек. 2017 йыл да милләтебеҙҙең, башҡорт булараҡ, артабан нығыныу, берҙәмлек, заман талаптарына ярашлы йәшәү осоро булһын!
Яңы йыл менән!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир ИШЕМҒОЛОВ.