Байрамға иң шәп бүләктәр30.12.2016
Байрамға иң шәп бүләктәр Үтеп барған йылда был тантаналы залда һуңғы тапҡыр йыйылабыҙ. Бүләкләнеүселәрҙең кәйефе көр: бер-береһен етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайҙар, үтеп барған осорҙоң уңыштарын барлайҙар.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та үҙенең сығышын ҡотлауҙан башланы:
– Үткән йыл беҙҙең өсөн насар булманы. 2017 йылға ла ышаныслы аяҡ баҫабыҙ. Социаль йәһәттән халыҡты тәьмин итеү өсөн сығымдар ҡаралған. Республика бер өлкәлә лә һынатманы. Айырыуса төбәктә төҙө­лөш йылдам үҫешә. Юлдар, күперҙәр, йорттар һалдыҡ. Башҡортостан автономияһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы 100 объект төҙөләсәк. Әлбиттә, улар һаны йөҙҙән ашасаҡ, һәм был төҙөлөштәр республиканың юбилейына шаҡтай ҙур бүләк буласаҡ. Тик Яңы йыл байрамы алдынан Сочи күгендә самолеттың һәләкәткә осрауы бөтөн ил өсөн оло фажиғә һәм һынау булды.
Билдәле тарихсы, профессор Нәзир Ҡолбахтин Салауат Юлаев орденын алды.
– Минең өсөн был — иң юғары наградаларҙың береһе, сөнки 40 йылдан ашыу Салауат Юлаевтың биог­рафияһын өйрәндем, – тине ул. – Кандидатлыҡ диссертациям Баш­ҡортостандағы Крәҫтиәндәр һуғышына арналғайны. Тарихты белмәй тороп, киләсәккә йүнәлеш алып булмай. Салауат Юлаев менән ҡыҙыҡһыныу миңә орден булып ҡайтты.
Билдәле журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитов “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
– Тәбиғәт биргән һәләтебеҙҙе тулы кимәлдә файҙаланып, һүҙ ярҙамы менән донъяла барған хәл-ваҡи­ғаларҙы халыҡҡа еткереп тороу – үҙе бәхет, — тине ул.
Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин иһә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
– Был награданы хеҙмәт юлымды баһалау тип ҡабул итәм. Милли музейға етәкселек итеүемә – 18 йыл. Республиканың башҡа музейҙарының эшмәкәрлеген дә көйләйбеҙ. Яңы йылдан Башҡортостандың 100 йыллығына әүҙем әҙерлекте башлаясаҡбыҙ, – тине Ғәли Фәйзрахман улы.
“Башҡортостан Республикаһына фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән наградланған Фәриҙә Саҙиҡова Рөстәм Хәмитовҡа лимонарийҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” II дәрәжә орден миҙалы менән Лидия Митрофанова бүләкләнде. Ул Саҡма­ғош районының “Баҙы” ауыл хужалығы кооперативында 28 йыл һауынсы булып эшләй. Эш көнө таңғы дүрттә башлана. Бригадаһында 60 һы­йыр бар. Көнөнә 30 литр һөт һауа уңған ҡатын!
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре булды. Уларҙы фиҙакәр хеҙмәт берләштерә. Ошондай кешеләр барында, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлайбыҙ ҙа инде.


Вернуться назад