Ябай бит ул кеше теләктәре,
Һис ҡарамай яҙы, ҡышына.
Яҙмышынан бәндә бүләк көтә –
“Бәхет” һүҙен теркәп тышына.
Әллә ниндәй дан да, вазифа ла,
Йырлы тойғо ҡала юғалып,
Әгәр һаулыҡ тигән мөлкәтеңә
Кескәй һынау китһә ҡағылып.
Килер йыл да беҙҙе айырмаһын
Ябай ғына бәхет хисенән.
Яҡты тулҡындарға көйләнәйек
Яңы йылдың яңы кисенән.
Көттөрмәйсә килһен шатлыҡтар ҙа,
Шаҡымайса инһен мөғжизә.
Тәртиптәр ул календарҙа ғына,
Хыялдарҙа булмай ҡағиҙә.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр
Артып торһон йыллыҡ, айлыҡта.
Хәләл ризыҡ булһын өҫтәлдәрҙә
Хәләл көстәр тапҡан байлыҡтан.
Һәр бер ғәмәлдәрҙең нигеҙенә
Яҡты ниәт, яҡты уй ятһын!
Имен таңдар атҡан саҡта ерҙә
Әтәс тауыштары уятһын.