Һуңғы Геройы араларҙан китеп барҙы...27.12.2016
2016 йылдың 23 декабрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, осоусы-штурмовик, авиация полковнигы, Башҡортостанда тыуып үҫкән һуңғы Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов 94-се йәшендә вафат булды.
Ҡ. Ҡ. Латипов 1923 йылдың 14 июлендә Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1940 йылдың ноябрендә Белорет аэроклубына уҡырға инә, унан һуң Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбендә уҡыуын дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып ярты йыл үткәс, 1941 йылдың декабрендә, Ҡ.Ҡ. Латипов 2-се удар армияның 704-се бомбаға тотоусы төнгө авиаполкына тәғәйенләнә. 1942 йылдың яҙында ҡайтанан әҙерлек үтеп, По-2 самолетынан Ил-2 штурмовигына күсеп ултыра. Волхов, Көнбайыш, II Украина фронттарында һуғыша, өлкән летчик, звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары була. 134 хәрби осош яһай. Полкташтары уны батырлығы, тура һүҙлелеге, иптәштәрен ҡотҡарыу хаҡына үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер булғаны өсөн ихтирам итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән хәрби заданиены намыҫлы үтәгәне һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн гвардия лейтенанты Ҡ.Ҡ. Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм "Алтын йондоҙ" миҙалы тапшырыла. Ул шулай уҡ өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бик күп миҙалдар менән наградлана.
Һуғыштан һуң Ҡ.Ҡ. Латипов авиаэскадрилья командиры, ә В.И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлағандан һуң авиаполк командиры, авиадивизияның сәйәси бүлеге начальнигы, СССР Юғары Советы Хәрби-Һауа Көстәре идаралыҡтарының береһендә начальник вазифаһында эшләй. Хеҙмәтте Мәскәүҙәге Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженерлыҡ академияһында тамамлай.
Мәскәүҙә йәшәгәндә Ҡотдос Ҡәниф улы республика менән бәйләнешен бер ваҡытта ла юғалтмай, йыл һайын тыуған яғына ҡайта, яҡташтары менән осраша, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш башҡара, "Рәсәй офицерҙары" ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Ул – һуғыш, хеҙмәттәштәренең ҡаһарманлығы тураһындағы китаптар авторы.
Башҡортостандың данлы улы, оло ҡаһарман һәм һоҡланғыс шәхес Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ, М.Ш. МӘҺӘҘИЕВ, С.Т. СӘҒИТОВ, А.А. ШӘЙНУРОВ, Л.Х. ИВАНОВА, А.И. ИВАНЮТА, И.М. ХАРЧЕНКО, Ә.Ҡ. ӘСӘҘУЛЛИН, В.М. ШӘРИПОВ.


Вернуться назад