Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте башҡорт халҡының бөйөк сәсән-шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл (1831—1895) тулыу айҡанлы ҙур күләмле, төҫлө слайд-фотолар менән биҙәлгән китап-альбом сығарҙы. “Аҡмулла” тип аталған китап 1,5 мең дана тираж менән башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде.Миәкә районында “Аҡмулла көндәре”нә арнап үткәрелгән сараларҙа был күркәм китаптың исеме лә телгә алынды. Әйтергә кәрәк, баҫма уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һигеҙ бүлектән торған китапта бик күп мәғлүмәт тупланған: Аҡмулла тураһында фәнни мәҡәләләр, бөйөк сәсәндең үҙенең шиғырҙары, уға бағышлауҙар, сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр (К. Мәргәндең “Өҙөлгән моң”, Р. Ниғмәтуллиндың “Аҡнур” драматик поэмаһы, Н. Ғәйетбайҙың “Аҡмулланың аҡ төндәре” һәм башҡалар) килтерелә. Нәфис әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә Аҡмулла образы, М. Нестеров исемендәге музейҙың картиналар фондынан материалдар, Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Аҡмулла музейынан экспозициялар, йәнә Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары тураһында ҡыҫҡаса йөкмәткеле мәғлүмәттәр (хәҙер лауреаттар һаны ла 28-гә етте. Был иҫтәлекле премия 1989 йылда Миәкә районы хакимиәте тарафынан булдырылды) бирелде.
Китаптың төҙөүсеһе һәм проект авторы — күп йылдар нәшриәттә эшләгән журналист, ветеран нәшерсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Б. Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы дипломанты Ғәлиә Ғәлимова, баҫманың әҙәби консультанты һәм фәнни етәксеһе – Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Әхәт Вилданов, биҙәлеш өсөн яуаплы рәссам – Юрий Илингин, художество етәксеһе – Азат Мөхтәруллин, мөхәррире – Алина Ғәлимова. Был күркәм баҫмаға фатиха биргән нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов һәм баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаеваға, Олия Ғиләжетдиноваға, өлөшләтә бағыусыбыҙ “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмгә уҡыусылар рәхмәте яуһын.
* * *
...Аҡмулланың, үҙ туған халҡына төбәп, уның яҙмышы хаҡында борсолоп һәм хәстәрлек күреп әйткән «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән шиғри өндәмәһе беҙҙең көндәрҙә, милләтебеҙ өсөн бик тә яуаплы яңы быуат башында, тағы ла көнүҙәгерәк яңғырай. Ғөмүмән, дөйөм алғанда, уның мираҫы күләме яғынан, үкенескә ҡаршы, тулы көйө һаҡланмаған булһа ла, милли шиғриәтебеҙ тарихында тотҡан урыны менән мәңгелек ҡиммәттәр һәм мәңгелек хәҡиҡәттәр хазинаһы тип баһаланырға хаҡлы.
Мифтахетдин Аҡмулла үҙ халҡының әҙәбиәт һәм ижтимағи фекер тарихында, халыҡ хәтерендә Салауат Юлаев, Зәйнулла Рәсүлев, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һымаҡ уҡ ҙур һәм хөрмәтле урын алды. Башҡорт шиғриәте күгендә Аҡмулла тигән мәшһүр исем, иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып балҡып тора.
Рәшит ШӘКҮР.* * *
...Аҡмуллаға ҡағылышлы яҙма ҡомартҡыларҙы дүрт төргә бүлеп ҡарарға була. Беренсеһе — шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙылған әҙәби әҫәрҙәр. Ундайҙарға миҫал итеп Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һәм шул уҡ фәнни үҙәккә ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған автографтарҙы атарға мөмкин. Был шиғырҙар Өфөлә һәм Ҡазанда баҫылған йыйынтыҡтарға индерелгән, ләкин йә бер аҙ үҙгәртелеп, йә ҡыҫҡартылып алынған. Ҡомартҡыларҙың икенсе төрө — шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙылған хаттары һәм үтенеснамәләре. Үрҙә телгә алынған республика Үҙәк дәүләт тарихи архивындағы ҡулъяҙмалар — уларға аныҡ миҫал. Был хаттарҙың һәм үтенеснамәләрҙең әлегәсә һис кем тарафынан өйрәнелгәне һәм баһаланғаны булманы. Өсөнсө төргә Аҡмулланың совет осорона тиклемге ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән шиғырҙарын индерергә була. Был йәһәттән атаҡлы “Шура” журналының 1913 йылғы 18-се һаны һәм 1917 йылғы 20-се һаны ҡыҙыҡлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әҫәрҙәр ҙә совет осоро баҫмаларына бер аҙ үҙгәртелеп индерелгән. Һуңғы, дүртенсе төр ҡомартҡыларға мәшһүр шағир тураһында XX быуат башында яҙып ҡалдырылған иҫтәлектәр һәм хәтирәләр ҡарай. Ундайҙарҙан мәғрифәтсе-ғалимдар Ризаитдин Фәхретдинов һәм Хәсән Ғәли яҙмалары иғтибарға лайыҡ. Был хәтирәләр ҙә киң күләм уҡыусыға тулы килеш еткерелгәне юҡ.