Иң яҡшы хеҙмәткәр — ауыл мәктәбендә28.03.2012
Асҡын ауылындағы 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Денисламова Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының эшсе йәштәре араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсының төп бүләген алды.
“Иң һөйкөмлө” номинацияһында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан “Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының социаль педагогы Регина Юлбирҙина еңеп сыҡты. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Каустик” йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатованы иң үҙенсәлеклеһе тип таптылар. “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” йәмғиәтенең һатыу буйынса агенты (Нефтекама ҡалаһы) Луиза Минильшинаның вокал сығышынан жюри ҡәнәғәт ҡалды. Бының өсөн уға “Иң оҫта” номинацияһында бүләк тапшырылды. “Башавтотранс” предприятиеһының кадрҙарҙы иҫәпкә алыу төркөмө белгесе Екатерина Ключникова (Өфө ҡалаһы) “Тамашасы һөйөүе” призын яуланы. ҒilterNews эшлекле мәғлүмәт порталы “Мисс булдыҡлылыҡ” номинацияһын булдырҙы. Унда “Салауатнефтемаш” йәмғиәте бухгалтеры Алина Тимерғәлиева еңеп сыҡты.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллиндың фекеренсә, конкурс — йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын пропагандалау буйынса үтә лә һөҙөмтәле сара.
Эльмира САБИРОВА.


Вернуться назад