Мәғрифәтсенең хаҡ һүҙҙәре27.12.2016
Фольклор экспедицияһы юлъяҙмаларынан...
“Аҡмулла 1892 йылда Хәлил* ауылында Ҡорманғәлиевтәр ғаиләһендә булған. Темәс училищеһында уҡытҡан Камил Мусин һөйләүенсә, Аҡмулла Ҡорманғәлиевтәргә ике тәгәрмәсле ҡуян арба менән килгән. Арбаһында һандыҡ эшләнгән булған. Унда оҫталыҡ ҡоралдары, уҡый торған китаптары ятҡан, үҙенең яҙмаларын шунда һаҡлаған.
Аҡмулланың даны башҡорт араһында бик ныҡ таралған ине. Уның шиғырҙарын күп кеше яттан һөйләне. Хатта шул ҡалыпта шиғыр яҙыусылар булды. Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан Шафиҡ Әминев** ҡарт та үҙенекеләрен уҡып йөрөнө, тик матбуғатҡа баҫырға ебәрмәне. Бик талантлы ине. Аҡмулланың Дәүләтша ауылында булыуын Баязит ҡарт Ҡотлоғужин белә. Баязит ҡарт әйтеүенсә, Аҡмулланы Силәбе яғында үлтергәндәр***”.


1965 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында М.Ш. Мирхәйҙәровтан яҙып алынған. Яҙып алыусыһы — Н. Д. Шоңҡаров. Баҫылған: Башҡорт халыҡ ижады. Т. II: Риүәйәттәр, легендалар/ Төҙ., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторы — Фәнүзә Нәҙершина. Өфө: Китап, 1997. 271 -272-се бб.
_________
­­­­­*Хәлил — Әбйәлил районындағы ауыл.
**Шафиҡ Тамъяни (Әминев) — башҡорт сәсәне (1858 — 1936).
***Аҡмулланың ҡәбере Силәбе өлкәһендәге Мейәс ҡалаһы зыяратында.

Аҡмулла бәйете

Аҡмулла намаҙ уҡый,
Аҡ намаҙлығын йәйеп.
Аҡмулланы үлтергән
Дәүләтша йөрөй байып.

Аҡмулланың арбаһын
Буятҡандар дан өсөн.
Аҡмулланы үлтергәндәр
Күрелмәгән мал өсөн.

Аҡмулланың өй артында
Төрлө емеш баҡсаһы.
Аҡмулланың бары булған
Һикһән тәңкә аҡсаһы.


Бәйетен уҡып бөткәс: “Аҡмулла шиғырҙарын мәҙрәсәлә уҡый торғайныҡ. Ул Дим буйынан, Туҡһанбай ауылыныҡы булған. Троицк [Златоуст] яғында үлтергәндәр”, — тип һүҙен тамамланы Насретдин Ҡазыхан улы Ҡазыханов (1891 йылғы, дүрт йыл “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған киң мәғлүмәтле информант).
1977 йылда Салауат районының Икенсе Иҙелбай ауылында Фәнүзә Нәҙершина тарафынан яҙып алынған. Баҫылған: Нәҙершина Ф.А. Халыҡ күңеленә сәйәхәт (башҡорт халыҡ ижадын йыйыу тарихынан). Өфө: ДизайнПолиграфСервис. 2010. 244-се бит.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА.

Шиғриәтендәге автобиографик мотивтар

М. Аҡмулланың ғүмер юлындағы ниндәйҙер даталарҙы билдәләгәндә уның поэзияһында теркәлгән айырым мотивтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмау бик мөһим.
Тик шуныһы: әҙәби әҫәр геройына хас һыҙаттарҙы һәм шағирҙың үҙенең шәхесенә бәйле автобиографик мәлдәрҙе лирикала айырып алыу — үтә сетерекле мәсьәлә. Автор шәхсиәте ярылып ятҡан шиғри юлдарҙы Аҡмулланың реаль биографияһының туранан-тура күсермәһе тип тә ҡарарға ярамай. Көнсығыш әҙәбиәтенең поэтик традицияларын тәрән үҙләштергән, яҙма ижад ҡанундарын яҡшы белгән, халыҡтың ауыҙ-тел ижады серҙәрен үҙ иткән тәжрибәле Шағир “Диуанамын’’ әҫәрендә үҙенең яҙғандарын иң элек шиғыр итеп аңларға кәрәклегенә ишаралай:
...Үҙемде эт, дуңғыҙға хисап итһәм —
Үҙемде ул ваҡытта маҡтағаным.
Ризамын, инсаф итеп ҡараһағыҙ:
Беҙ байғош — бөйөктәрҙән алашабыҙ...

Төрлө рәсми сығанаҡтарға, информаторҙарҙан яҙып алған мәғлүмәттәргә һәм шағирҙың әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан айырым мотивтарға таянып ҡына Аҡмулланың “аҡ юлының” туҡталыштарын асыҡларға мөмкин...

Зәйтүнә ШӘРИПОВА.

Башҡорт әҙәбиәтендәге образы

Бөйөк мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла образы һуңғы осор башҡорт прозаһында, драматургияһында һәм поэзияһында үҙ урынын тапты. Яҙыусылар әҫәрҙәрендә Аҡмулланың ғәҙеллек яратҡан шағир һәм бөйөк шәхес булғанын халыҡ күңеленә үтеп инерлек итеп һынландырыуға ирештеләр.

Прозала Аҡмулла образы Яныбай Хамматовтың “Һырдаръя” романында, Ғәзим Шафиҡовтың “Аҡмулла”, Фәнис Янышевтың “Аҡмулла аманаты” повестарында, Мәүлит Ямалетдиновтың “Еҙ ҡомған” хикәйәһендә һәм башҡа әҫәрҙәрҙә һынландырылған. Ә шиғри юлдар менән яҙылғандарҙың иҫәбе-хисабы юҡ.
Шағирға бағышланған драма әҫәрҙәре лә ижад ителә тора. Башҡорт драматургияһында мәғ­рифәтсе-шағир образы Кирәй Мәргәндең “Өҙөлгән моң” трагедияһында, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Аҡмулла” драмаһында, Наил Ғәйетбайҙың “Аҡмулланың аҡ төндәре” трагедияһында сағылдырылған.
Кирәй Мәргән “Өҙөлгән моң” әҫәрендә халыҡты белемгә, яҡтылыҡҡа саҡырған Аҡмулланың яҙмышын иҙелгәндәр яҙмышы менән тығыҙ бәйләнештә кәүҙәләндерә. Трагедия биш күренеш­тән тора. Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар шәхестең тыуған төйәге Туҡһанбай йәйләүенән башланып китә. Таяҡҡа таянған, арҡаһына тоҡ аҫҡан әбей уға ҡарты­ның үҙ ҡулдары менән яһаған скрипкаһын бүләк итә. Кешелекле, игелекле булғаны өсөн ша­ғирға ошо рәүешле хөрмәт күрһәтә ул. Был бүләк Мифтахетдиндың ғүмерлек юлдашына әйләнә. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә бәлә-ҡазалар күрмәһен, Аҡмулла скрипканан бер ҡасан да айырылмай. Халыҡтың аяныслы тормошон, байҙарҙың яуызлыҡтарын күреп сығарған шиғыр­ҙарын көйгә һалып йырлап йөрөй.
Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов 1960 йылда Заһир Исмәғилевтең үтенесе буйынса “Аҡмулла” драмаһын ижад итә. Драма шиғри юлдар менән яҙыла. Хәл-ваҡиғалар күберәк Аҡмулланың тыуған яғындағы Дим буйҙарында һәм ҡаҙаҡ йәйләүендә бара. Һөйгәне Аҡсәскә менән ҡауыша алмаған Аҡмулланы дин әһелдәре: “Был малай бөтөнләй юлдан яҙған, күсәренән ысҡынған, халыҡты белем юғарылығына күтәрәм тип мосолмандарҙың иманын ҡасыра, мулла, мәзиндәрҙән көлә, динебеҙҙе, йолабыҙҙы боҙа, мыҫҡыл итә, динһеҙ бәдбәхет ул!” — тип хөкөм язаһына тарттыра. Бындай ҡыҫырыҡлауҙарға түҙә алмаған Мифтахетдин ауылдан ҡасып китергә һәм ҡаҙаҡтар араһына барып һыйынырға мәжбүр була. Әммә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, мосолмандарҙы аң-белемгә өндәй...


Вернуться назад