Аҡмулла рухы мәңгелек27.12.2016
Аҡмулла рухы мәңгелек ...Силәбелә Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә быйыл, бөйөк аҡыл эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға бағышлап, 15 майҙа Башҡорт­остандың Учалы районы Поляковка урта мәктәбендә район мәғариф бүлеге менән берлектә төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә шағир ижады буйынса әҙәби композицияла, изге Әүлиә шишмәһенә ойошторолған экскурсияла ҡатнашты; 1 июндә Магнит ҡалаһының милли китапханаһында Аҡмулла ижады буйынса шиғыр уҡыусылар конкурсы ойошторолдо; Арғаяш, Сосновка һәм Ҡоншаҡ райондарында йәнле саралар үткәрелде.

Ҡамса МОРТАЗИН.

Декабрь. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре иркәләнә-иркәләнә һиңә һыйына. Битеңде ҡытыҡлап семетә. Иренеңдән наҙлап, талпына-талпына ҡаштарыңда, керпек­тәреңдә бейей. Уйнап туйғас, ергә ап-аҡ түшәк булып түшәлә лә шығыр-шығыр, шығыр-шығыр шиғыр һөйләй башлай… Һиңә рәхәт, һиңә күңелле!
Тәбиғәттең ошондай хозур мәлендә һәр йыл Башҡортостанда оло шиғриәт йыйыны – аҡ һаҡаллы, аҡ йөҙлө, аҡ күңелле, аҡ фекерле бөйөк башҡорт шағиры, сәсәне, аҡыл эйәһе һәм гуманист-мәғрифәтсеһе Аҡмулла көндәре уҙғарыла.
Туҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы 1981 йылда бөйөк башҡорт шағирының тыуыуына 150 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндәрҙә асылған. Ул саҡтағы «Башҡортостан» колхозы музейҙы үҙ аҡсаһына төҙөй.
1981–1989 йылдарҙа ул шул уҡ колхоз ҡарамағында була. Ҡомартҡылар, экспонаттар менән тулыландырылғас, РСФСР Мәҙәниәт министрлығының 1988 йылдың 15 ғинуарындағы 13-сө бойороғо менән уға республика статусы бирелә һәм Башҡортостан Милли музейы ҡарамағына күсә.
2002 йылдан Туҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы.
Музейҙа экспонаттар һәм ҡомартҡылар ике залға һәм вестибюлгә ҡуйылған. Беренсе залда ─– Туҡһанбай ауылы тарихына ҡағылышлы документтар, XVIII – XIX быуаттарҙа башҡорттарҙың көнкү­решен сағылдырған экспонаттар, ауылда дин әһеле тормошон күҙалларға ярҙам иткән әйберҙәр. Икенсе залға Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһын аныҡ­лаған документтар, шағирҙың нәҫел шәжәрәһе, төрлө архивтарҙан табылған ҡулъяҙмалар, китаптар ҡуйылған. Улар араһында Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡала­һындағы С. Баишев исемендәге дәүләт университеты президенты, философия фәндәре докторы, профессор, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Ахан Бекежандың «Бейҙәрҙең философияһы» исемле баҫмаһы иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе һанала.
Музейҙа иң ҡиммәтле ҡомартҡы – ул Аҡмулланың үҙ ҡулдары менән эшләнгән китап ҡуйыр өсөн йыйылмалы ултырғыс. Ҡаҙағстанда, Урта Азияла ошондай яһалманы “Ҡөрьән Кәрим” йә башҡа китаптарҙы ҡуйып уҡыр өсөн дин әһелдәре, хәлфәләр һәр саҡ үҙҙәре менән йөрөтөр булған.
Был ҡомартҡыны профессор Рәшит Шәкүр Татарстандың Сарманай райо­нының Яҡшыбай ауылы башҡорт­тарынан алып ҡайтҡан. Бында шулай уҡ шағирҙы һәр саҡ оҙатып йөрөгән музыка ҡорал­дары – ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, башҡорт думбыраһы, ҡаҙаҡ думбыраһы һәм башҡа әйберҙәр урын алған.
Туҡһанбайҙағы Аҡмулла музейынан һис кеше өҙөлмәй. Миәкәнән генә түгел, күрше Бишбүләк, Әлшәй, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан да, Өфө, Бәләбәй, Ҡазан ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары ла, сит ил вәкилдәре лә башҡорт шағирының, мәғрифәтсе-сәсәндең тыуған еренә, ҡомартҡылар төйәгенә сәфәр ҡыла, тормошо, ижады менән таныша.
Музейға ингән һәр кем үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашырға тырыша. Бында Мәскәү, Ташкент, Ашхабад, Алматы, Татарстан, Өфө һәм башҡа төбәктәрҙән музейға килгән билдәле шәхестәрҙең, дәүләт эшмәкәрҙәренең яҙмалары бар. Бер нисәүһен уҡып үтәйек.

«Был изге йортҡа ингәс, күңелдәр тулып та, ҡанатланып та китте. Халҡыбыҙ үҙенең бөйөк улын ошолай күтәреп, үҙен күтәрҙе. Туҡһанбай ерендә, Туҡһанбай кешеләре алдында башымды эйәм.
Мостай КӘРИМ.
1.06. 88.»

«Был изге төйәккә килеү күптәнге хыялыбыҙ ине. Рәхмәт! Бик тә оҡшаны. Мәңге онотмаҫлыҡ хәтирәләр алып китәбеҙ.
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ,
С. Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
24.12.1992 йыл.»

Туҡһанбайҙар шағирҙың һуңғы төйәге Мейәс ҡалаһы музейҙары, китапханалары, мәктәптәре һәм төбәктең башҡорт халыҡ үҙәге әүҙемселәре менән тығыҙ бәйләнештә. Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы һәр йыл күргәҙмә ойошторола. Мәғрифәтсе-сәсәндең ҡәберенә зыярат ҡылына, сәскә һалына.
Музейҙа байрамдар, төрлө быуын вәкилдәренең осрашыуҙары үткәрелә.


Вернуться назад