Ағыла ла ваҡыт тирбәлеп27.12.2016
Ағыла ла ваҡыт тирбәлеп Ағыла ла ваҡыт тирбәлеп …Ҡыш ағайҙың үҙ көсөн күрһәткән сираттағы көнө. Кешеләр төркөмө тегеләй ҙә, былай ҙа ашыға. Кемдер өйөнә тәнен йылытырға ҡабалана, кемдер йәнен тигәндәй – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһына табан атлай. Бөгөн был сәнғәт һарайында – ҙур тантана. Филармония үҙенең сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

25 йыл аҙ ғүмер түгел. Һәр хәлдә, ниндәйҙер һығымта яһарға, киләсәкте төҫмөрләргә мөмкин. Әйткәндәрҙе күҙ уңында тотоп, филармония хәленә туҡталғанда, һис шикһеҙ, кинәнес кисерергә була. Үткәне лә бай уның, бөгөнгөһө лә ышаныслы һәм иң мөһиме – киләсәге лә өмөтлө. Быға тарих ҡына түгел, миңә ҡалһа, ҡылған тамаша үҙе үк дәлил ине.
Концерттың Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана һәм Миңлеғәли Хәсәновтарҙың сығышы менән дәртле башланып китеүе үҙенә күрә бер символик мәғәнәгә эйә булды. Нәҡ улар эшләгән “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө әлеге мәҙәни усаҡтың шишмә башы бит. Был төркөм башҡарыуында “Гөлнәзирә”, “Тирәккәйем” музыкаль-хореографик композициялар, “Ашҡаҙар таҡмаҡтары” башҡорт халыҡ йыры тамашасыны, әйтерһең, филармонияның үткәненә генә түгел, ә халҡыбыҙҙың тарих төпкөлөнә алып ҡайтты.
Үткәне генә түгел, бөгөнгөһө лә көслө һәм бай филармонияның. Был хаҡта коллектив сығыштарының күп тамашаларҙа йөҙөк ҡашы булыуы, бихисап конкурстарҙа еңеү яулауы һөйләй.
– Стәрлетамаҡ филармонияһы – республика мәҙәниәтен донъя йәмғиәте хөкөмөнә лайыҡлы алып сыҡҡан, күптәргә өлгөлө коллектив, – тип билдәләне, мәҫәлән, үҙенең сығышында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин иһә заман ҡуйған ауыр шарттарҙа филармонияның лайыҡлы эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан коллективтың бер төркөм хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Йөҙөп эшләрлек шарттар тыуҙырған өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов үҙ сиратында артистар исеменән республика һәм ҡала етәкселегенә рәхмәт еткерҙе.
Филармония репертуарына күҙ һалһаң, семәрле-семәрле ижадҡа юлығаһың. Бай мәҙәни өлгөлө сығыштарҙан тора ул. Мәҫәлән, әлеге тамашала Башҡортостанда берҙән-бер булған рус халыҡ ҡоралдары оркестрының “тере тауышҡа” башҡарған әҫәрҙәре инде, ысын сәнғәтте онотоп, тын ала алмай аҙапланғанда яңы һулыш өргәндәй тойолдо, ә бейеү театры, музыкаль әҙәби лекторий, “Сәрби” сыуаш эстрада-фольклор ансамбленең дәртле сығыштары Ер йөҙөнә төрлө милләт вәкилдәре булып һибелгәнебеҙҙе хәтерләтте. Тик шул милләттәргә берҙәмлектә, татыулыҡта, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәү шарт. Тормош ниндәй матур бит! Ана, филармония солистары Динар Абдуллин ҡурай тартҡанда, Илнар Заманов баян моңдарын һыҙҙырғанда, Сәйҙәш Сәсәнбаев думбыраһын сирткәндә, Альберт Шаһиев, Линар Зарипов, Айҙар Латипов, Любовь Кадулина, Зөлфиә Әүбәкирова һәм башҡа йырсылар моңланғанда нисек ошо матурлыҡ хаҡында уйланмайһың да нисек йәшәгең килмәһен!
Шуныһы ҡиммәт: Стәрлетамаҡ филармонияһы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәгән ижад йорто түгел. Республика һәм ил кимәлендә хеҙмәттәшлек итеүҙәре – быға асыҡ дәлил. Күрше өлкәләрҙән килеп бейеү ҡуйған балетмейстерҙар, оркестрға ҡушылып йырлаған бөйөк йырсылар хаҡында тамашасылар хәбәрҙар. Коллегаларын данлыҡлы артистарҙың ҡотлауы ла сараға мәртәбә өҫтәне – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәновтың “Вдоль по Питерской”ы тамашасы алҡыштарына күмелде. Шуныһы үкенесле: ошо уҡ сәхнәлә йәнә бер яратҡан йырсыбыҙ Венер Абдуллиндың сығышын күреү бәхете тәтемәне. Ни тиһәң дә, Венер ағай әлеге ижад йортоноң шишмә башында торған шәхес бит.
Баштараҡ, филармонияның үткәне бай, бөгөнгөһө ышаныслы һәм киләсәге өмөтлө, тигәйнем. Юбилей концертында үткән менән хәҙерге көн генә түгел, киләсәк тураһында ла һүҙ булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеү театры бөркөтө Рәил Лоҡманов етәкселегендә ошо бинала ҡанат нығытҡан “Торатау” балалар хореография студияһы тәрбиәләнеүселәре сәбәпсе булды быға. Кескәй генә балаларҙың бигерәк рухлы итеп бейеп йөрөүе Ишбирҙин мәктәбенең ғүмере дауам итеүенә ишара ине. Ваҡыт, ошондай матур тамашалар, ошондай күркәм сәнғәт оҫталары барҙа, моңло тирбәлеп һиҙҙермәй ағыр ҙа ағыр. Кем белә, бәлки, ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән филармония концертында ошо сабыйҙарҙы әлеге коллектив солистары сүрәтендә лә күрербеҙ. Бирһен Хоҙай!


Вернуться назад