Ике тиҫтә йыл үтеп, Хәтер йомғағын һүтеп....27.12.2016
Ике тиҫтә йыл үтеп, Хәтер йомғағын һүтеп.... Ике тиҫтә йыл үтеп, Хәтер йомғағын һүтеп.... Олоғая бара кеше хәтирәләре менән йәшәй башлай, тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр. Тик был алдағы көнөң аҙ ҡалғанға түгел, ә ғүмер тауының башына менеп етәрәк артыңа әйләнеп ҡарарға, тирә-йүнеңә күҙ һалып, йәшәлгәнең тураһында уйланырға форсат сыҡҡанға шулай. Сирек быуат журналистика һуҡмағын тапағас, ҡайһы саҡ мин дә яҙылғандарға кире ҡайтҡылайым, һарғайып бөткән гәзит киҫәктәренә күҙ һалғылап, һаҡланған блокноттарҙы ҡараштырам, шулай уҡ фотоларҙы. Бына сираттағы тупланма: Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Мәтәл ауылы, 1998 йыл.
Осрашҡан-танышҡан күпме кеше иҫәндер хәҙер, белмәйем. Әммә мине тыуған ауылдарына алып ҡайтҡан шағирә Динә апай Талхина менән уның апаһы, ул саҡта Башҡортостан Мәғариф министрлығында эшләгән Рәйсә апай Хафизова, күптән гүр эйәләре инде. Урындары ожмахта булһын. Ғөмүмән, киң күңелле, алсаҡ, гәзиттә бәләкәй генә әйберең баҫылһа ла ҡыуанып шылтыратҡан Динә апай Талхина менән тығыҙ аралашып уҡ булмаһа ла, хәбәрләшеп йәшәнек. Оло йөрәкле Кеше ине ул. Йәштәр ижады менән ҡыҙыҡһынып, әйтер һүҙен әйтеп, кәрәк сағында хуп­лап, дәртләндереп барҙы. Был – бик һирәктәргә бирелә торған сифат. Үҙе һис бәлә һала белмәне. Хатта йылдан ашыу умыртҡа һөйәген имгәтеп ятҡанын да бик аҙҙар ғына белде.
Әлеге яҙғандар, бер мәҙхиәләй, хәтерҙә шул саҡтарҙың матур юлъяҙмаһы булып ҡалһын ине.

“Ауылымда йыйын бара, Дүрт быуат туҡтап ҡалған”

Сәйет сыбығы аҡланына барып ингәс, үҙеңде ваҡыт арауығынан түбән осоп, быуаттар аша тарих төпкөлөнә барып төшкәндәй хис итәһең. Аҡлан тирәләй тирмәләр теҙелеп киткән, милли кейемдәге һылыуҙар улар эргәһендә усаҡ яғып ебәргән, баштарына төрлө биҙәкле түбәтәй кейгән ир-егет үҙ эштәре менән мәшғүл. Был күренешкә әлеге осор күҙлеге аша ҡараһаң, бигерәк тә матур, буяуҙар ҙа сағыуыраҡ, ниндәйҙер серле еп быуындарҙы бергә теҙеп бәйләй төҫлө. Майҙанда өс-дүрт быуын вәкиле йыйылһа ла, аҫылған ҡаҙандар боронғо әруахтарҙы ла оло ҡорға – Мәтәл ауылына нигеҙ һалыныуға 400 йыл тулыуға – саҡыра кеүек. Ошо йәндәрҙе ил-күстәренең именлеге менән бергә моңло доға тауышы ла тынысландыра.
Мулла Ғәбиҙулла Шәйхисламов изге эшкә фатиха биргәс, рәсми өлөштө ул саҡтағы Арғаяш районы хакимиәте башлығы Марат Камалов алды.
– Мәтәлгә килгәндә, бик боронғо ауыл ул, риүәйәттәргә, ололарҙың һөйләүенә ҡарағанда, уға дүрт йөҙ йылдан да ашып китәлер. Әлеге мәлдә төрлө архивтарға район ауылдары тарихын һорап мөрәжәғәт иттек... Тарихты өйрәнербеҙ, балаларға еткерербеҙ. Бөгөн беҙҙең төп маҡсат – бөтә өлкәлә лә милли кадрҙарыбыҙҙы үҫтереп, районды тулыһынса тәьмин итеү...
Бөгөн, ошо ваҡиғанан һуң ике тиҫтә йыл үткәс, ул саҡтағы маҡсаттар күпмелер кимәлдә тормошҡа ашҡандыр, белмәйем. Әммә дөйөм Рәсәй ауылдарына хас күренеш бында ла хөкөм һөрә: эш юҡлыҡтан йәштәр ҡалаларға тартыла, балалар булмау сәбәпле, мәктәптәр ябыла...
Ул саҡта район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәрит Вәлиев былай тигәйне:
– Башҡорт телен элек (совет осоронда – Р.У.) Арғаяш мәктәптәрендә балаларҙың 50 проценты өйрәнә ине, хәҙер – 81 проценты. Силәбе педучилищеһының филиалы эшләй. Һуңғы ваҡытта “Арғужа” исемле башҡортса гәзит ала башланылар, урындағы радионан аҙнаһына ике тапҡыр тапшырыу ойошторабыҙ. Бөгөн үҙебеҙҙә ҡабул ителгән һәм етәкселек тарафынан раҫланған “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” программаһы өҫтөндә ентекле эшләйбеҙ. Һан яғынан да артабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы халыҡ иҫәбен алғанда, милләттәштәребеҙ дөйөм һандың 60,6 проценты булһа, хәҙер 66-ға етте. Шулай булғас, беҙгә лә бурыстар өҫтәлә...
Миңә ошо ҡорҙа арғаяштарҙың һүҙҙәрен аныҡ эш менән нығытып барыуы оҡшаны. Мәҫәлән, Мәтәл ауылы байрамында арҙаҡлы ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Элекке Новая урамын тарих фәндәре кандидаты Рамаҙан Ҡуҙыев, ә Нагорная урамын профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Иҡсановтың исеме менән атанылар.
Бөтә сығыш яһаусыларҙан һуң Динә апай Талхинаның “Мәтәлемә – 400 йыл” тигән шиғыры барыһына хуш килде:

Һаҡал таҡҡан килендәр,
Тәңкәләр сыңлап тора.
Гүйә, алыҫ йылдарҙан
Егеттәр тыңлап тора.
Дүрт быуат та үтмәгән,
Ул йылдар бына тора.
Сая-сая ир-егет
Йәйләүҙә тирмә ҡора.
Бешә әүмәлә,
Шәңкә һалына,
Таҫмалар үрелә
Аттар ялына.
Әллә ваҡыт туҡтап ҡалған,
Яу-һуғыштар булмаған,
Башҡорттарҙың йорттарына
Ҡайғы-хәсрәт тулмаған.
Тикшерәләр зат-зәүерҙе,
Сал тарихҡа сумалар,
Үткәндәрҙе онотмаҫҡа
Усҡа тәңкә йомалар.
Һәр тәңкәгә тарих үҙе
Айырым тамға һалған.
Ауылымда йыйын бара,
Дүрт быуат туҡтап ҡалған.


Төрлө төбәктәрҙә һыу тамсыһындай бер-береһенә оҡшаш, бер үк ҡалыпҡа һалынған һабантуйҙарҙа күп йөрөгән бар. Ә бында ярыш, уйындар ойошторолошо менән бүтән яҡтарҙа­ғына һис оҡшамағайны. Әгәр ҙә беҙҙә улар шәх­си беренселектә йә иһә командалар араһында ҡоролһа, бында барыһы аймаҡтарға бүленеп эш итте. Мәтәл ауылында барлығы һигеҙ аймаҡ-ара ғүмер итә икән: эре ажаҡ, ваҡ ажаҡ, бохар, көсөк, аскилде, ҡалмаҡ, юлаҡ, йомаш. Ана шул нәҫелдәр араһында ойошторолдо ла инде ярыштар. Сәме һуң, сәме! Ҡайһыһын ғына алма – тоҡ кейеп йүгереү тиһеңме, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып алға ынтылыумы, һайғауға менеүме, көрәшме – дәртләндереү, хуплау ауаздары яңғырай.
– Афарин, юлаҡтар!
– Бирешмә, бохар!
– Беҙ ажаҡтар бит әле!
Аймаҡтарҙың тарихына туҡталғансы уҡ шуны әйтке килә: йәштәрҙең үҙ инешенә һыуһауы, тамырын белергә теләүе ныҡ һиҙелә. Хатта балаларҙың да ололар һөйләгәндә йотлоғоп тыңлауы – иҫ китмәле күренеш: асылған ауыҙҙар, ҡыҙыҡһыныулы күҙҙәр, ҡарпайған ҡолаҡтар, вәт, бына нисек бит, тигән һымаҡ, бер-береһенең ҡабырғаһына терһәктәре менән төртөп алыуҙар...
Һәр аймаҡ тирмә ҡорғайны. Әле генә беҙҙәге Шәжәрә байрамдары айҡанлы был күренеш ғәҙәти һанала. Ә бынан ике тиҫтә йыл элек, етмәһә, Башҡортостандан ситтә, Шәжәрә байрамдары бөтөнләй тиерлек булмаған осорҙа һәр нәҫелдең тирмә ҡороуы үҙенсәлекле табыш, күренеш ине. Тирмәләрҙең ҡоролошонда, уның тирә-яғын ситән үреп уратып алыуҙа, ҡыуыштар яһауҙа – бар ерҙә халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле этнографияһы сағыла.
Тәүләп эре ажаҡтар тирмәһенә инәбеҙ. Ситән ҡойманың ҡапҡа төбөндә беҙҙе бешерелгән һарыҡ башы һәм тояҡтары һалынған туҫтаҡ тотоп ара инәләре ҡаршы ала. (Боронғо урыҫ халҡынан күсеп, хәҙер иһә барыһы ла заманлаштырған икмәк-тоҙ түгел, ә бөтөнләй тиерлек онотолған һарыҡ башы менән тояғы). Һуңынан әскелтем буҙа тәҡдим итәләр.
Ғилминур Дәүләтбаева был йоланы шулай аңлатты:
– Иң ҡәҙерле ҡунаҡ килгәндә боронғо башҡорттарҙа һарыҡ салына. Бешкәс, тәүҙә хужа кеше һарыҡтың башын үҙе ашай башлай. Һуңынан уны ҡулдан-ҡулға ҡунаҡтарға бирә. Һәр береһе итен өлөшләп ашағас, кире хужаға әйләнеп килә. Бишбармаҡ бешкәнсе, башҡорт иң тәү ҡунаҡтарына һуйылған һарыҡтың башын-тояғын бешереп ашатырға тейеш.
Бына шундай ябай ғына, әммә ҡунаҡтарға оло ихтирам күрһәткән, тәрән мәғәнә һалынған был йолаға. Ул башҡа халыҡтарҙың айырым ырыуҙарында ла йәшәй. Ҡәрҙәштәребеҙ ҡаҙаҡтарҙа ла бар. Һарыҡ ите төп ҡәҙерле ризыҡ һаналған башҡа халыҡтарҙа ла. Ә беҙҙә Арғаяшта һаҡланыуы һоҡландыра.
Әйткәндәй, 1862 йылдан башлап тиҫтә йыл һуҙымында Лев Толстой ҡымыҙ эсергә, һаулығын нығытырға Кәрәлек йылғаһы буйына, әлеге Һамар өлкәһе Моратша, Ташбулат ауылы башҡорттарының ата-бабаһына килгән. Һөйөклө ҡатынына ул 1871 йылда былай тип яҙа:
“...Беҙҙе һәр ерҙә ҡунаҡсыл ҡаршыланылар, быны яҙып ҡына аңлатып булмай. Ҡайҙа ғына барһам да, хужа һимеҙ һарығын сала, ҙур көбө менән ҡымыҙ ҡуя. Иҙәнгә балаҫ, түшәк һала, ошонда ҡунаҡтарын ултырта һәм һарығын ашап, ҡымыҙын эсеп бөтмәйенсә сығармай. Хужа ҡымыҙ бирә, ҡулдары менән тотоп (сәнскеһеҙ) ит һәм май һоғондора, уны асыуландырырға ярамай...”
Хәҙер иһә араларҙың килеп сығышына иғтибар итәйек, үҙе бер ҙур тарих булып тора ул. Иң мөһиме – уны аҡ һаҡаллы бабайҙар, ағинәйҙәр кескәй генә балаларға тиклем аңлатып, күңел кәрәҙҙәренә һалған.
Эре һәм ваҡ ажаҡтарҙың килеп сығышын ҡайһы береһе “ай+яҡ” (лунная сторона) менән бәйләй. Йәнәһе, элек ауыл йылғаның башҡа яғында – ай сығышында булған. Дөрөҫөрәк фараз да бар. Үҙйылға (хәҙер урыҫса Зюзилга булып йөрөй) буйына башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәренә Әй яғынан (Әй+яҡ) килгән. Бындағы башҡорттарҙа “я”, “е” өнө “ж” менән алмашынып йөрөй (яҡ – жаҡ, ете – жите һ.б.). Һөйләү теленә өлгө итеп, етмеш йәшлек Ғәрифә Нәжметдинова инәйҙең һүҙҙәрен килтереп булыр ине: “Житмеш йәштәмен. Шалай һәр кем үҙенең аймағын айырғандар инде – эражаҡ, вағажаҡ, ҡалмыҡлар исеме булған үҫтәренең, белмим. Ажаҡлар нимәнән, бер ҙә аны әйтәй алмайым әле. Беҙҙекеләр – вағажаҡлар, белмим, алар нисек булғантыр, аңдамайым. Булған бер кеше, ана шаның Ажаҡ исеме киткән. Менә иҫемә төшөп ҡалды, ана шанан таралған мына ажаҡлар, үрсейҙәр ҙә инде...”
“Ҡалмаҡ ара” атамаһын Луиза Ҡузыева тигән ҡыҙ ҡалмыҡ халҡына бәйләп аңлатты: “Урыҫтар ҡыуа башлағас, Әй йылғаһы яғынан башҡорттар бындағы ерҙәренә күсә. Шулар менән бергә ағалы-ҡустылы ике ҡалмыҡ та була. Береһе ситкә китә, икенсеһе башҡорт ҡыҙына өйләнә. Шуға беҙҙең аймаҡ иң тәү ҡалмыҡ, һуңынан ҡалмаҡ аймағы булып йөрөй”.
Әбүбәкер Ҡазыев көсөк араһының сығышын бәйән итте: “Минең бабайҙар һөйләүенсә, Мәтәл ҡарттың биш ҡатыны булған. Бер кәләшенә сит бала эйәреп килгән. Уның исеме булмаған. Эйәреп килгәс, Көсөк тип ҡушҡандар ҙа ҡуйғандар. Аҙаҡ ул Мәтәл ҡарттың урынына старшина ла булып ҡала. Үҙенең һигеҙ улы була. Беҙ ана шунан таралғанбыҙ”.
Бохар аймағы – Бохар ҡарттың, йомаштар – Йомаш, юлаҡтар Юлай ҡарттың нәҫеле икән. Аскилде аймағының таралышы ла ҡыҙыҡ ҡына: “Ялан яҡтан килгән булғандар. Ялан булғас инде, ҡоро йылды үҙҙәрендә бер ни үҫмәгән. Бында эҙләнеп килеп кергәндәр. Уңған, уҡымышлы халыҡ беҙҙең аскилделәр”, – тип һөйләй Зөлфиә Дәүлиева.
Аймаҡтарҙың сығышы Мәтәл ауылында бер генә ырыу кешеләре көн күрмәгәне тураһында һөйләй. Шуға ла йәш быуындың үҙ сығышын белеүе, уның менән ғорурланыуы ярышып-сәмләнеп йәшәүгә көс бирә. Ошо сәм көндәлек тормоштарында ғына түгел, байрамда ла үҙен ныҡ һиҙҙерҙе. Ул ҡайҙандыр төптән урғыла, әйтеп кенә аңлатып бөтөп булмай. Һәр ҡайһыһы ярышып тирмә ҡорған, береһенән-береһе арттырып йыр һуҙалар, бейейҙәр, көрәш майҙанында бил һынашалар. Ҡайҙа баҡма: “Әйҙә, аскилделәрҙе һынатма!”, “Бирешмә, һин бит – ажаҡ!” һымаҡ һөрәнләүҙәр, дәртләнде­реү­ҙәр ишетелә. Ошо ауаздар боронғо оран һымаҡ яңғырай, ҙур тәрбиә сараһы ла булып тора: нәҫел-ырыуға тап төшөрмә! Кешене бит нәҡ ырыуы, халҡы алдындағы яуаплылыҡ йәшәтә, маҡсаттарға өлгәштерә. Ирекһеҙҙән, шундай уйҙарға ла киләһең: беҙҙәге ҡасандыр ҡапыл дөрләп тоҡанған ырыуҙар хәрәкәтенең ошо уҡ тиҙлектә һүрелеүенең сәбәбе лә иң тәүҙә ырыу-ара инешен ләм ҡаплап барыуында түгелме?

“Һәр тәңкәгә тарих үҙе Айырым тамға һалған”

Бында бөтә нәмә боронғолоҡто, ғөрөф-ғәҙәтте алға килтереп баҫтырыуы менән таң ҡалдырҙы. Тәү сиратта милли кейемдәрҙә сағыла ине ул. Ҡурған өлкәһендә уларҙың һаҡланыуына аптырағайным, силәбеләрҙең дә шул яғы һоҡландырҙы. Шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел: ҡунаҡтарҙан тыш, бәләкәй ҡыҙҙар, малайҙар, йәштәр – бар ауыл халҡы башҡортса кейенгәйне!
Беҙҙең быуын милли кейемдәрҙе тик сәхнәнән күреп кенә үҫте. Эйе, музейҙарҙа боронғолары һаҡлана, китаптарҙа өлгөләренең һүрәттәре бар. Шулай ҙа күбебеҙ бала саҡтан уны сәхнә, телеэкрандар аша күңелгә һеңдергән. Һис шикһеҙ, матур беҙҙең сәхнә кейемдәре. Тик уларҙың бер төрлө биҙәкле булыуы, тәғәйен генә урындағы тәңкәләре һәм башҡа шундай ҡалыплашҡан нәмәләр ҡараған һайын ғәҙәтигә әйләндерә төҫлө, яһалма орнаменттар быуаттар төпкөлөнә йәшеренгән серҙе һаҡламай һымаҡ. Һәр халыҡтың кейеменән уның йәшәү рәүеше, көнитмеше лә сағыла. Беҙҙең башҡорт – боронғо халыҡ. Бик күп һәм киң ерҙе биләп йәшәй. Ә тәбиғәте һуң: бер ерҙә сикһеҙ дала, икенсе яғында йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандар, күккә ашҡан тауҙар... Шул ерҙәрҙе башҡорт ырыуҙары меңәр йылдар буйы төйәк иткән. Тимәк, уларҙың йәшәү рәүеше лә үҙҙәренә генә хас мөхиткә бәйләнгән. Йәғни балыҡсы ырыуы кешеһенең шөғөлө далалағы ҡыпсаҡтыҡынан, Дим буйы үҙәнендә йәшәгән меңленеке урман ғәйнәһенән ныҡ айырыла. Билдәле, кейемдәре, хатта кешеләрҙең йөҙҙәре лә бер төҫлө түгел.
“Үҙәкләштереү” сәйәсәте сәнғәткә лә, кейемебеҙгә, хатта телебеҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Мәҫәлән, милли кейемде генә алып ҡарайыҡ. Бөгөн артистарыбыҙ башҡорт халыҡ йырын (ҡайһы яҡта сығыуына ҡарамаҫтан) һуҙырға сыҡһынмы, сәхнәне дер һелкетеп бейергә төшһөнмө – башына “ҡойроҡ”ло төлкө бүрек кейә. Түбәтәй, таҡыя йә иһә бүтән баш кейеме кейһә, йәнәһе, ул башҡортса булмай.
Мәтәлдә булғанда бер апай былай тигәйне: “Һеҙ – өфөләр – кейемебеҙҙе лә, тальян менән мандолинаны ла ситкә ҡуйҙығыҙ. Ә бит беҙҙең скрипка ла бар, кейемдәрҙе лә элек әбей-бабайҙар өфөләрсә кеймәй ине...”
Мәтәлдәрҙең “өфөсә” (сәхнәсә) кейенмәгәнен үҙ күҙҙәрем менән күрергә яҙҙы. Әйткәндәй, яңы тегелгәндәре лә үҙҙәренсә – өләсәй-олатайҙарынса ине. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең ал яғын тулыһынса ҙур сәскәле алъяпҡыстар ҡаплап тора. Олораҡтары һаҡал таҡҡан, баштарына ҡушъяулыҡ ябынған, ҡалпаҡ кейгән. Ирҙәрҙең баштарында – түбәтәй, өҫтәрендә – елән. Ҡатын-ҡыҙҙың камзулы төҫтәре генә түгел, биҙәктәре менән дә айырылып тора.
Был йәһәттән Ҡурған башҡорттарының милли кейемдәре һаҡланыуын әйтеп үтке килә. Улар ҙа, арғаяштар кеүек, беҙҙе – өфөләрҙе – башҡорттоң бар кейемен бер ҡалыпҡа һалыуҙа, ошо кейемдәрҙе кейеп тә, артистарыбыҙҙы яланбаш кеше алдына сығыуҙа, аш-һыу килтергән батмус өҫтөнә менеп бейеүҙә (батмус бейеүе) ғәйепләне. Нисек кенә булмаһын, уйланырға урын бар.
Милли кейем һирәк ерҙә һаҡланған. Уны Совет власы урынлашҡас, тәүҙә иҫкелек ҡалдығы тип юҡ итергә тырышҡандар, көмөш тәңкәләрен төрлө һылтау – һалым, икмәк фонды, теге йәки был фондтар – табып йыйғандар. Тағы бер төрлө алынған улар: үҙҙәрен этнограф, музей хеҙмәткәре, ғалим тип атағандар музейға, институтҡа бирәбеҙ тип алып, тәғәйен урынға тапшырылмағандары ла булған. Хөкүмәт етәкселеге лә ҡайҙа барһа шунда, кем етте шуның өҫтөнә затлы елән япҡан, ҡамсат бүрек кейҙергән. Кейемдәргә ҡағылғас, тағы бер хәүеф янай: һаҡалдарға, ҡашмауҙарға тағылған боронғо тәңкәләрҙе “кеҫәле” кешеләр ауылдар буйлап һатып алып йөрөй. Мәтәлдә булғанда ла шул турала борсолоп һөйләгәйнеләр. Бында шуныһы ҡыуандыра: арғаяштарҙа инәйҙәренән ҡалған ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлай беләләр. Уларҙың бөгөнгө көнгә саҡлы һаҡланғанлығы ла рух ныҡлығы, олатай-өләсәләренең төҫө итеп, ата-әсәләренә оло хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында һөйләй.
Тағы бер нимәне әйтмәү мөмкин түгел. Мәтәлдә булғанда ауыл аҡһаҡалы Әбүбәкер Ҡазыев былай тигәйне: “Ҡасан артистар беҙҙең яҡта сыҡҡан “Ҡолой кантон”, “Арғужа” йырҙарын беҙҙең яҡ кейемендә йырлар икән?” Әйткәндәй, “Ҡолой кантон” бында башҡа вариантта йырлана: Ҡолой – француздарҙы еңеп ҡайтҡан халыҡ батыры. Ошондай юлдарҙа: “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, – тип ғорурлана башҡорт полкын дошманына ҡаршы алып барған ҡаһарман. Бөгөн Ҡолой нигеҙләгән ауыл уның исемен йөрөтә, ә ҡәбере ҡарт олатаһы Иҫәнгилде нигеҙ һалған тыуған ауылында (әле улы Сәғит исеме менән атала) ҡәҙерләп һаҡлана.
Милли кейемдәр тураһындағы һүҙҙе төшөнкөлөккә бирелмәйенсә тамамлағы килә: Мәтәлдә булған саҡтағынан хәҙер күп нимә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Мәҫәлән, билдәле тележурналист Рита Өмөтбаева башлаған һәм уңышлы алып барған “Байыҡ” бейеү конкурсы милли кейем үҙенсәлектәрен дә сәхнәгә сығарыуға булышлыҡ итте. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле, күп төрлө кейем өлгөләрен күреп берсә һоҡланаһың, берсә уйланаһың. Беҙҙең “Башҡорт йыры” конкурсы ла бар. Тимәк, арғаяштарҙың ғына түгел, күптәрҙең теләктәре лә тормошҡа ашырына шик юҡ. Шунан һуң һуңғы йылдарҙа күпме сәхнә кейеме ижад ителде, фольклор ансамблдәре барлыҡҡа килде...
Ике тиҫтә йыл тарих өсөн бер ни түгел. Әҙәм балаһына ул тотош быуын үҫеп етеүенә тиң. Тик быуындар алмашынған һайын уларҙың бәйләнеше генә өҙөлмәһен...


Вернуться назад