Кешеләрҙең аңында үҙгәреш бар27.12.2016
Кешеләрҙең аңында үҙгәреш бар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов рәсми баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре менән осрашты. Баш ҡала урамдарында Яңы йыл тығындары. Ә беҙ Башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһендә (приемная түгел, комната приемов) көтәбеҙ. Беҙ – дүртәү. Эльза Хорева (“Республика Башкортостан”), Фаил Фәтхетдинов (“Кызыл таң”), Вячеслав Голов (“Вечерняя Уфа”) һәм мин. Шаярабыҙ. Башлыҡтың пресс-секретары шымыраҡ булыуыбыҙҙы үтенә. Минең арттағы ишеккә ымлай. “Һин башҡорт журналистикаһының ауыҙын япмаҡсыһыңмы?” – тип көләбеҙ. “Ябырһың һеҙҙең ауыҙҙы”, – тип яуап­лай.

Ҡапыл пәйҙә булды Башлыҡ. Сәғәткә күҙ һалам – 11 тулырға бер минут ҡалған. Теүәллек – королдәрҙең ихтирамы.
Рөстәм Зәки улы өҫтәлгә бер ҡосаҡ папка һалды:
— Йә, фәлсәфәүи әңгәмәгә әҙерһегеҙме? Бына, әҙерләндем, кәрәк булһа, бында барыһы ла бар. Тик осрашыуҙы минең отчет рәүешендә ҡормайыҡ, былай ғына һөйләшәйек. Моғайын, һорауҙарығыҙ барҙыр.
Гонаһлымын, кәм тигәндә ярты сәғәтлек күңелһеҙ инеш һүҙ көткәйнем. Яңылыштым. Шунда уҡ тәүге һорау. Яуап. Башта һаман бер ни тиклем көсөргәнешлек бар. Ике тарафта ла. Тик оҙаҡҡа түгел. Дистанция яйлап юҡҡа сыға. Артабанғы һөйләшеү ғәҙәттәге һорау-яуап, интервью, пресс-конференция форматына тап килмәй. Шуға ла яҙмалар республика Башлығының тезистары рәүешендә тәҡдим ителә. Заманса. Хештэгтар менән.

#республика #2016 #иҡтисад #йәмғиәт
Әлбиттә, баһа биреү өсөн республика тормошонда бер йыл бик аҙ ваҡыт. Иҡтисади күренештәрҙе баһалау өсөн оҙайлыраҡ осор кәрәктер. Ҡыҫҡаса әйткәндә, юғалтыуҙарға, социаль тетрәнеүҙәргә юл ҡуйманыҡ. Үтеп барған йыл – кәбисә йылы. Тимәк, беҙ бер көнгә артығыраҡ эшләнек, йәғни бер көнгә артығыраҡ продукция етештерҙек. Дөйөм иҡтисади тенденция бик шәптән булмаһа ла, республикала хәлдәр 2014, 2015 йылдар кимәленән насарайманы. Килемдәр йәһәтенән дә, йәшәйештең бар өлкәләрен тәьмин итеү яғынан да. 2016 йылда тормош дауам итте, бер тарафта ла сигенеүҙәр булманы. Киреһенсә, яңы үҫеш йүнәлештәре асыҡланды.
2017 йылға фараздар ҡылыуы еңел түгел, сөнки иҡтисадҡа йоғонто яһарлыҡ төп факторҙар донъяуи ваҡиғаларға, Рәсәйҙәге күренештәргә бәйле. Әммә оптимизм бар. Иң мөһиме, кешеләрҙең йәшәйешенә иғтибар кәмемәйәсәк. Һәм шулай булырға тейеш тә. Был – заман талабы.
Йәмғиәт үҙгәрә. Бер яҡтан, ул бүлгеләнгән. Дөйөм идея юҡ. Әммә, икенсе яҡтан, ул хәҙер заман технологиялары ярҙамында берләшә. Бөгөн ул власть алдында аныҡ, үткер һәм проблемалы һорауҙар ҡуя. Һәм беҙ, власть вәкилдәре, был һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ.
Һәм, әлбиттә, 2017 һәм артабанғы йылдар ҙа халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтеләсәк. Бының өсөн ҡеүәтле иҡтисад кәрәк.
Быйылға республика бюджетында ниәтләгән 14 миллиард һум тирәһе дефицит урынына – 10 миллиард профицит.

#өфө #баш_ҡала
Баш ҡаланың хәле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшы түгел. Барыһы ла белергә тейеш: әгәр ҙә республика бюджетының ярҙамы булмаһа, Өфө бөгөн банкротлыҡ хәлендә булыр ине. Һәм күптән. Был – ҡасандыр яһалған стратегик хаталарҙың һөҙөмтәһе. 2017 йылда ҡала бюджетын һауыҡтырыуға иғтибар бүләсәкбеҙ. Әлегәсә баш ҡалала алып барылған төҙөкләндереү эштәре, матурлау һәм төҙөлөш – барыһы ла тиерлек республика ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Сер түгел, бөгөн Өфөлә республика комиссияһы эшләй, ул онлайн режимда ҡала бюджетының керем һәм сығымдарын күҙәтеп бара.

#негатив_күңелле_кешеләр
Яңыраҡ социолог Тощенконың китабын уҡып сығып үҙемә асыш яһаным. Баҡһаң, һәр йәмғиәттең 15 процентын негатив күңелле граждандар тәшкил итә икән. Йәнә 15 проценты – позитив, ыңғай ҡарашлы кешеләр. 70 проценты иһә – аныҡ ҡына фекерҙәре булмағандар. Уларҙың иһә яртыһы барыбер тормоштоң “ҡояшлы яғын” һайлай. Ана шул 70 проценттың 30 проценты — битарафтар ҡатламы. Был һәр йәмғиәттә, һәр дәүләттә лә шулай. Һәр ваҡыт ҡайҙа ла булһа бер нәмә менән дә риза булмағандар бар. Улар гел генә бөтә нәмәгә ҡаршы. Был – генетика, кешелектең асылы. Һәм уны тыныс ҡабул итергә кәрәк.
Үҙемдең был мәсьәлә буйынса уйланғаным бар ине, Тощенконың китабы уйланыуҙарымды тәртипкә килтерҙе. Республика халҡының 65 проценты власть эшмәкәрлеген ыңғай ҡабул итә, хуплай. Ә әлеге 15 процент һәр саҡ ҡаршы. Ә ҡалған 20 процентына иһә барыһы ла бер. Ошонан сығып үҙ эшеңде көйләргә кәрәк, барыбер күпселек өсөн эшләйһең. Ә 15 процент? Улар ҙа аҙ түгел. Уларҙы кеше тәбиғәте йә тәбиғәт күренештәре кеүек тыныс ҡабул итергә кәрәк. Һәм бары тик эш менән генә үҙеңдең хаҡлығыңды раҫларға. Оҙайлы һәм һөҙөмтәле эш ярҙамында.

#матбуғат #реформа
Республика мәғлүмәт сараларының киләсәге ниндәй булырын белгестәр генә әйтә алыр. Әммә бөгөн донъя үҙгәрә, мәғлүмәтте еткереү ысулдары ла үҙгәрә. Һәм бөгөн республика мәғлүмәт саралары ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса хатта йәмғиәт башланғысы нигеҙендә эшләгән социаль селтәр төркөмөнән дә ҡалыша. Беҙ рәсми мәғлүмәт сараларының шул уҡ Интернетта мәғлүмәтте еткереү тиҙлегенең түбәнлеге менән килешә алмайбыҙ. Был өлкәлә реформа буйынса минең асыҡ ҡына фекерем юҡ. Ошо юҫыҡта беҙ битараф булмаған һәр кемдең фекерен ишетербеҙ тип ниәтләнәбеҙ. Һәр хәлдә: а) реформа был өлкәлә эшләгәндәрҙе ҡәнәғәтләндерергә тейеш; б) реформа йәмғиәттең мәғлүмәт алыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш.

#идеологик_энтропия
Һәр төрлө тышҡы факторҙар арҡаһында кешелек тә, йәмғиәт тә глобаль үҙгәреш кисерә. Әлбиттә, беренсе фактор – хәҙерге мәғлүмәт ағымы. Яҡшымы был, насармы? Беҙ әйтә алмайбыҙ, быны бары кемдер ситтән ҡарап ҡына баһалай алалыр. Бәлки, кешелектең бөгөнгө хәле – тәбиғи күренеш­тер. Бында башҡа мәсьәлә – физиологик. Кеше аңы мәғлүмәтте саманан тыш ала алмай. Тик ни­мә­не ала бит: кемдер – яҡшыһын, кемдер – насарын. Ысынлап та, мәғлүмәт ташҡыны арыта, ҡайһы саҡ сикһеҙ мәғлүмәтте ҡабул итә алмай аптырана башлаһаң, телевизор, Интернетты һүндерәһең дә ҡулыңа китап алаһың. Шунда ғына тынысланаһың.
Шуға күрә был хаҡта уйланырға кәрәктер, әммә донъя һәм кешелек ниндәйҙер һәләкәт алдында тора тип уйламаҫ инем. Был кешелек үҫешенең бер этабы ғына. Яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың көрәше бик борондан килә. Интернет һәм мәғлүмәт тулҡыны кешене үҙгәртәме? Бәлки. Килешергә мөмкин. Әммә был кеше асылын үҙгәртмәй. Изгелек, ғаилә, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр барыбер ҡаласаҡ.

#ауыл _яҙмышы #ауыл_йылы
Ауыл йылын иғлан итергә? Әҙәбиәт, Кино йылын иғлан иткәндә сәбәптәре бар ине. Сөнки был өлкәләрҙә аныҡ проблемалар төҫмөрләнгәйне. Ә ауыл яҙмышын хәл итеү өсөн бер генә йыл етмәйәсәк. Ауыл хужалығы буйынса өҫтөнлөклө проекттар бар. Улар эшләй. Килешәм, ауыл – әхлаҡи ҡиммәттәр сығанағы. Шул уҡ ваҡытта ауылды ике төрлө ҡарарға кәрәктер:
Ауыл – ул йәшәү рәүеше. Йәшәү урыны.
Ауыл – иҡтисади категория.
Беренсеһе менән беҙҙә артыҡ һорауҙар юҡ. Ә бына иҡтисади йәһәттән хәл итәһе мәсьәләләр бар. Беҙ бөгөн урбанизация күренешен асыҡ күрәбеҙ. Һәм был осраҡта һорау тыуа, дәүләткә ҡайһыһы яҡшыраҡ: а) ауылда эш урындары булдырыумы? б) шул ауыл кешеһен ҡалаға килтереп, уны эш менән тәьмин итеп, уға торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүме? Беҙгә беренсе юл күпкә ҡулайыраҡ. Шул уҡ ваҡытта республикала ауыл халҡы нисбәтенең юғары булыуын да оноторға ярамай. Әйтәйек, Силәбе өлкәһе халҡының 15 проценты ауылда йәшәй, Свердловск өлкәһенең – 15 проценты, Татарстандың – 23 проценты. Ә беҙҙә был күрһәткес – 40 процент. Яҡшымы был, насармы? Сағыштырыу өсөн: Европала был күрһәткес – 10 процент.
Ә Ауыл йылын иғлан итеү тураһындағы фекерҙе уйларға кәрәк. Ауылға иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн кәрәктер был, моғайын.

#башҡортостан_100_йыл
Башҡортостан Республикаһын төҙөү 1917 йылда башланған. Был – тарихи факт. Бер кем дә инҡар итмәй. Был турала сығыштар булыр. Булырға тейеш. Тик Башҡортостан Республикаһын төҙөү 1919 йылда тамамланған. Быныһы ла – факт. Беҙ бер нисә йыл байрам итә алмайбыҙ бит. 1917 йылғы тәүге собраниеларҙы, Шураны, ҡабатлайым, бер кем дә инҡар итергә йыйынмай. Әммә республика төҙөү процесы, тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылып, формаль процедуралар үтеп, 1919 йылда тамам­ланған, шуға ла 100 йыллыҡ юбилей тап 2019 йылда уҙғарыла. Әммә 17-се, 18-се йылды оноторға ярамай, уларһыҙ 19-сы йыл да булмаҫ ине.

#матбуғат_йорто
Матбуғат йортона реконструкцияны “Башҡортос­тандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә индереү мотлаҡ түгел. Төҙөкләндереү буласаҡ. Бәлки, ул республиканың 98 йә 99 йыллығына булыр.

#балалар #өлкәндәр
Балалар өс йәшкәсә өйҙә әсәһе менән булырға тейеш. Был — минең фекер. Улымды йәш ярымда балалар баҡсаһында ҡалдырып киткән саҡтағы күренеш һаман күҙ алдымда. Әлбиттә, балалар баҡсаһы кәрәк. Әммә беҙгә өс йәшкәсә балаһын өйҙә ҡараған әсәнең матди хәлен нығытыу тураһында уйларға кәрәк. Әсәйҙәргә ярҙам итергә. Йә эшен юғалтыуҙан ҡурҡып, йә аҡса етмәүҙән әсә балаһына өс йәш тулмайынса эшкә сығырға тейеш түгелдер. Әлбиттә, беҙ бай түгелбеҙ. Бөтә бәлә лә шунан килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарттар йорто хаҡында ла уйларға тейешбеҙ. Бөгөн был мәсьәләлә дәүләт ме­нән шәхси эшҡыуарлыҡтың берҙәм проекттары ғәмәлгә ашырыла. Был эште беҙ ҡыуанып, шатла­нып башҡарабыҙ тип әйтә алмайым. Йәшәргә кәрәк.

#дәүләт_структураһы #реформа #министрҙар
Хөкүмәттең яңырып, хөкүмәт ағзаларының алмашынып тороуы – туҡтауһыҙ процесс. Кемдер килә, кемдер китә. Бынан ниндәйҙер сүп эҙләргә кәрәкмәй. Объектив факторҙар бар, субъективтары ла. Бөгөн дәүләт хеҙмәткәрҙәренә талаптар артты. Шул иҫәптән коррупцияға ҡаршы талаптар ҙа. Беҙҙә ни эшләптер министрҙың йә вице-премьерҙың эштән китеүе оло ваҡиғаға әйләнә лә китә. Чиновниктар – менеджерҙар. Шуны аңларға кәрәк. Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен бер кем дә сылбыр менән ултырған урынына бығаулап ҡуймаған.
Тәбиғәттә бер нәмә лә мәңгелек түгел. Барыһы ла үҙгәрә. Шул иҫәптән Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте лә. Һуңғы указдар менән үҙгәрештәр бөттөмө? Юҡ. Улар буласаҡ әле.

#эскелек #суррогат
Был мәсьәлә буйынса беҙ биш йыл элек үк саң ҡаҡтыҡ. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иттек, шул иҫәптән юғарыға ла яҙҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, реакция бик һүлпән булып сыҡты. Был хәлде, ғәмәлдә, барыһы ла белә. Көмөшкә ҡыуалармы? Ҡыуалар. Күрше илдән контрафакт араҡы алып киләләр. Хәҙер бына – суррогат. Ил буйынса үләләр. Беҙҙә лә был хәл киҫкен. Көн һайын ике-өс кеше теләһә нәмә эсеп донъянан китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең, урындағы властың, был өлкәлә хоҡуҡтарыбыҙ һәм мөмкинлектәребеҙ бик аҙ. Хәйер, өс йыл элек ошо турала Хөкүмәт кимәлендә ҡарар сығарғайныҡ. Ҡайһылыр урындарҙа тәртип тә урынлаштырғайныҡ. Йәнә ҡабатлайым, был даирә федераль власть ҡарамағында, һәм беҙҙең мөмкинлектәр бик сикле. Әммә, нисек тә булһа, барыбер бергәләп тәртип урынлаштырасаҡбыҙ.

#бөтә_донъя_күсмәндәр_уйындары
Бөтә донъя күсмәндәр уйындарының тәүгеһендә үк ҡатнаштыҡ. Шунда Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты менән был уйындарҙы Башҡортостанда үткәреү тураһында һөйләшкәйнек. Баҡһаң, сират барлыҡҡа килгән икән. Килер бер көн, беҙгә лә сират етер. Рәсәйҙә икән, тимәк, ул мотлаҡ Башҡортостанда үтәсәк.

#ҡыуандыра
Нимә мине ҡыуандыра? Башҡортостандың уңыштары ҡыуандыра. Һәр даирәләге уңыштары. “Өфө” аэропортындағы яңы осоу һыҙатында беренсе тапҡыр осоуым ихлас ҡыуандырҙы. Беҙ бергәләп эшләнек бит уны. Әйткәндәй, ул илдә иң яҡшыһы. Был турала бик аҙ кеше белә, белгестәр генә. Артыҡ һөйләмәйбеҙ ҙә. Ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Уңыштарыбыҙ ҙе етерлек. Маҡтанып йөрөмәйбеҙ. Ә ниңә? Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәтергә кәрәк алдынғылыҡты.

#үҙгәрештәр
Иң мөһиме, кешеләрҙең күңелендә үҙгәреш бар. Ышаныс бар. Ҡаты ҡуллы һәм ҡырыҫ етәкселек осоро үтте. Кешеләр менән һөйләшергә, аралашыр­ға, уларҙы, уларҙың тәҡдимдәрен ишетергә кәрәк, сөнки кешеләрҙең аңында үҙгәреш бар. Ошо ыңғай үҙгәрештәрҙе юғалтмаһаҡ ине.
Осрашыу тамамланғанда йәнә сәғәткә күҙ ташлайым. 12.45. Тимәк, беҙ 15 минут артыҡ һөйләшкәнбеҙ. 15 минут – беҙҙең файҙаға.
P.S. Осрашыу аҙағында Рөстәм Зәки улы бер диаграмма күрһәтте. Башҡортостандағы тыуым һәм үлем тураһындағы мәғлүмәт ине ул. Уйландырырлыҡ мәғлүмәт. Тик һуңғы һүҙем диаграмма хаҡында түгел. Йәтеш кенә, бөхтә дәфтәрҙә ине ул. Затлы күн тышлы, алтын ялатылған түгел, ә студенттар лекция яҙа торған ҡәҙимге ҡалын дәфтәрҙә. Диаграмма ла, диаграммаға бәйле мәғлүмәт тә Башлыҡтың ҡулы менән төшөрөлгән. Һәм һәр бер битендә. Ябай ғына дәфтәрҙә ябай ғына ҡулъяҙма. Һәм унда – республика яҙмышы.


Вернуться назад