Яңауыл яҙыусылары ялҡыны21.12.2016
Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының рәсми эшләй башлауына 25 йыл тулды. Уға тиклем районда “Замандаш” әҙәби берекмәһе ҡырҡ йылдан ашыу әҙәби көстәрҙе туплай ине. 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм ВЛКСМ өлкә комитеты был берекмәнең эшен йәнләндерергә һәм бының өсөн Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Мишкә райондарының һәм Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларының яҙыусыларын, шағирҙарын тупларға, улар менән эште ойошторорға тәҡдим итте.
Был төбәктә һәләтле ижадсыларҙың күплеге йылдан-йыл асыҡлана, улар менән рәсми эш алып барыу зарурлығы талап ителде. Шуның өсөн Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы Яңауыл яҙыусылар ойошмаһын булдырыу үтенесе менән ул саҡта республикабыҙ Президентына мөрәжәғәт итте. Был үтенес тормошҡа ашты: Яңауыл яҙыу­сылар ойошмаһын асырға рөхсәт алынды. Уның яуаплы секретары итеп тәж­рибәле шағир Фәрит Суфияров тәғә­йенләнде. Туҡһанынсы йылдарҙа халыҡтың ҡулаҡсаһы самалы ине. Фәрит Суфияров ҡарамағында байтаҡ ҡулъяҙма йыйылғайны.
– Беҙ ҡулъяҙмаларҙы тикшерергә авторҙарҙы Өфөгә алып бара алмай­быҙ. Аҡса юҡ. Ни эшләйбеҙ? – тип һораны Фәрит Суфияров. Мин Союз идараһы рәйесе Динис Бүләков янына индем, үҙ фекеремде әйттем:
– Динис Мөҙәрис улы, яңы ойошмаға ярҙам итәйек. Авторҙарҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙе урынға барып үткәрәйек. Әҙәби семинар исеменән барайыҡ.
– Һәйбәт тәҡдим. Мин хәҙер Фәриткә шылтыратам. Семинарҙы ҡайҙа үткәреү хаҡында белешһен.
Тәүге әҙәби семинарҙы Борай районында ойошторҙоҡ. Унда өс шағирәнең ҡулъяҙмаһын тикшерҙек: Фәнзиә Мәҡ­сүтованың, Нәфисә Хәбибдийәрованың, Фәнзәлиә Бәҙретдинованың әҫәрҙәре ыңғай баһа алды. Урта мәктәптә, мәҙә­ниәт һарайында әҙәби кисәләр үткәрҙек.
Шуны айырыуса билдәләйем: был төбәктәрҙәге район, ҡала етәкселәре ижади семинарҙар үткәреүҙе хупланы, һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Артабанғы семинарҙар “Башҡорт әҙәбиәте көндә­ре” исеме менән үтте. Ҡалтасы райо­нындағы осрашыуҙа Эсфир Йәһүҙин­дең пьесаларын, Аида Хәйретдино­ваның хикәйәләрен тикшерҙек. Эсфир Йәһүҙиндең пьесалары хәҙер респуб­ликабыҙ театрҙары сәхнәләрендә ҡу­йыла. Аиданың хикәйәләр йыйынтығы “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Яңауыл ере таланттарға бай. Бын­дағы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре респуб­ликабыҙ гәзиттәре, журналдары биттәрендә даими баҫылып тора, пьесалары сәхнәләрҙә ҡуйыла. Яңауыл яҙыусылар ойошмаһын һәләтле ижади йәштәргә квалификациялы ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Шуға күрә лә беҙ уларға ҡарата иғтибарлы булдыҡ. Башҡорт әҙәбиәте көндәре, семинарҙар һәммә райондарҙа юғары кимәлдә үтте. Уларҙың һәр ҡай­һыһында һәләтле ижадсылар асыҡ­ланды. Балтас районындағы сараларҙа байтаҡ мәктәптәрҙә сығыш яһаныҡ. Түбәнге Ҡарыш мәктәбендә Өфөнән килгән яҙыусылар менән бер рәттән уҡытыусы Гөлнара Шәймөхәмәтова ла сығыш яһаны. Уның шиғырҙарын Өфө­лә тикшерҙек, улар “Китап”та баҫылып сыҡты. Гөлнара һәләтле прозаик та итеп танытты үҙен. Уның повесы айырым китап булып донъя күрҙе.
Фәрит Суфияров Яҙыусылар союзы идараһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, кәңәшләшә, ҡайһы бер автор­ҙар­ҙың ҡулъяҙмаларын Союзға килтерә. Яңыраҡ мин Инсур Шәңгәрәевтең хикәйәләрен тикшереп, рецензия яҙҙым. Уның “Оҙаҡ йәшәү сере” тигән китабы нәшриәттә донъя күргәйне, бынан тыш өс китабы баҫылғайны. Быйыл йәй уның шиғырҙар шәлкеме “Башҡортос­тан” гәзитендә урын алды. Фәнзәлиә Бәҙретдинова, Фатима Ғилметдинова, Нәжип Исламов, Әсҡәт Ғәлиев, Нажиә Басирова, Рәмзинә Тимерова һәм башҡа өмөтлө авторҙар үҫеп сыҡты был ойошмала.
Яңауыл яҙыусылар ойошмаһынан Рәйес Риянов, Финат Шакирйәнов, Эдуард Әғзәмов, Фәрит Суфияров, Кәү­сәриә Шафиҡова, Рафиға Усманова, Нәфисә Хәбибдийәрова, Фәнзиә Мәҡ­сүтова Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителде.
Яңауыл яҙыусылар ойошмаһында эштәр гөрләп барҙы. Уның ағзалары предприятиеларҙа, мәктәптәрҙә осра­шыу­ҙар үткәрә, район күләмендә үткәрелгән сараларҙа даими ҡатнаша килде, йәш авторҙар хаҡында хәстәрлек күрҙе. Киләсәктә лә төбәктә йәш таланттар үҫеп сығыр тип өмөт итәйек. Аҫаба башҡорттар йәшәгән ерҙә илһам ҡеүәте һүрелмәһен.



Вернуться назад