Бөгөнгө энергетика тармағы замандың яңы ҡаҙаныштарына ҡоролған сәнәғәт инфраструктураһы булып тора. Шуға ла энергетика өлкәһендәге һәр предприятие үҙ эшмәкәрлеген шундай юғарылыҡта ойошторорға ынтыла. “Бишбүләк энергосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хаҡында шулай тиергә мөмкин. Уның үткәне һәм бөгөнгөһө республика энергетика тармағының үҫеше менән үрелеп бара. Бишбүләк энергетиктары заманға аҙымдаш булыуы менән айырылып тора. Предприятие үҙ тарихын 70-се йылдарҙа “Сельхозэнерго” берләшмәһе булараҡ башлай һәм ауылдарҙы электрлаштырыу менән шөғөлләнә. Төрлө осорҙарҙы кисерергә тура килә уға. Хатта ил сәнәғәте өсөн ауыр һынау булған үҙгәртеп ҡороу осоронда ла оҫта ойоштороу һәм техник саралар һөҙөмтәһендә коллектив үҙенең киләсәген ышаныслы ҡора. Предприятие хеҙмәтләндереү мөмкинлектәрен йылдан-йыл үҫтерә бара. 90-сы йылдар аҙағында, хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, социаль-мәҙәни объекттарҙа электр селтәрҙәре һуҙыуҙы һәм эске электр йыһаздарын ремонтлауҙы ла яйға һалалар. Ошо осорҙа предприятиеға “Энергетик” муниципаль предприятиеһын ҡушалар. Ҡеүәттәр арта, эш майҙаны тағы ла киңәйә. Район үҙәгенән тыш, Сухоречка һәм Михайловка ауылдарын да хеҙмәтләндерә башлайҙар.
Электр энергияһына ихтыяж йылдан-йыл үҫә. Шуға бәйле селтәрҙәрҙе киңәйтеү, техник һәм технологик мөмкинлектәрҙе үҫтереү бурысы алға баҫа. Был йәһәттән Бишбүләк энергетиктары һәр саҡ башҡаларҙан алдараҡ бара. Һуңғы ике тиҫтә йылда ғәмәлдәге селтәрҙәрҙе яңыртыу, яңыларын төҙөү буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Был – төрлө быуын энергетиктарының фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Етәкселәрҙән дә уңды коллектив. Предприятиеға оҙаҡ йылдар дауамында етәкселек иткән Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Миниғәзим Хәсәнов хаҡында айырып әйтеү урынлы булыр. Нәҡ уның оҫталығы, дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы, киләсәкте күҙаллап эшләүе һөҙөмтәһендә райондың энергетика тармағы ныҡлы үҫеш ала, техник ҡеүәткә ирешә. Коллектив белемле, һәләтле йәштәр менән тулылана. Районда электр селтәрҙәренең иң әүҙем үҫеше лә Миниғәзим Бәҙретдин улы етәкселек иткән осорға тура килә. Әйтәйек, “Бишбүләк” ярҙамсы станцияһы ҡорола, Боголюбовка ауылында электр селтәрҙәре яңыртыла, Уҫаҡ-Кисеү ауылындағы линияларға реконструкция яһала һ.б. Ғөмүмән, Миниғәзим Хәсәнов үҙенән һуң ғорурланып һөйләрлек эштәр ҡалдырып китә донъялыҡтан.
Предприятие коллективы бөгөн дә һынатмай. Хәҙер уны үҫешкә ҡоролған, тотороҡло эшләгән, юғары технологиялар менән эш иткән заманса компания тип әйтергә мөмкин. Техник-етештереү мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу өсөн хеҙмәтләндереү төрҙәрен арттыралар. Электр селтәрҙәрен эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү төп эш йүнәлештәре булып һанала. Бынан тыш, электр тапшырыу һауа линияларын һуҙалар, ярҙамсы станциялар ҡоралар, торлаҡ йорттарҙа һәм биналарҙа селтәрҙәр төҙөү-монтажлауҙы башҡаралар. Төҙөлөш-монтаж эштәре үҙҙәрендә һәм республиканың башҡа төбәктәрендә лә алып барыла.
Предприятиеның матди-техник базаһы ныҡлы. Электр селтәрҙәрен эксплуатациялау һәм төҙөлөш-монтаж участкалары ҙур теүәллек менән эшләй.
Ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән тотороҡло тәьмин итеү төп бурыс һанала. Әгәр предприятиеның, миҫалға, һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлегенә күҙ һалһаҡ, был маҡсатта мөһим саралар күрелгән. Атап әйткәндә, 45 километр оҙонлоҡта һауа электр тапшырыу линиялары төҙөлгән һәм реконструкцияланған, ун биш ярҙамсы станция монтажланған. Төҙөлөш-монтаж һәм ремонт эштәрендә заманса ҡорамалдар һәм материалдар файҙаланыла. Был эштең юғары сифатын һәм энергия һаҡсыллығын тәьмин итә.
Ғөмүмән, заман ҡаҙаныштары энергетика тармағына башҡа өлкәгә ҡарағанда әүҙемерәк үтеп керә. Бишбүләктәр шул тиҙлеккә өлгәшеү өсөн производствоны модернизациялауға ныҡлы йүнәлеш тота. Әйтәйек, ҡыҫҡа ғына осорҙа ете ярҙамсы станцияны ҡороп эшкә ҡушҡандар, 35 километр оҙонлоҡта һауа линияларын төҙөгәндәр һәм яңыртҡандар. Ғәмәлдәге йөҙҙәрсә дана яҡтыртыу лампаларын энергия һаҡлаусы төрҙәренә алыштырғандар.
– Ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү тәү сиратта һауа һәм кабель линияларының техник торошона бәйле. Шуға алдынғы технологиялар буйынса уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыларын һуҙыу буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Киләсәктә ун биш километрҙа селтәрҙәрҙе реконструкциялау һәм биш яңы ярҙамсы станция төҙөү көнүҙәк бурыс булып тора, – тип һөйләй предприятие директоры Азат Хәсәнов.
Әйткәндәй, ул энергетик Хәсәновтар династияһын дауам итә. Атаһы һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған белгескә ҡасандыр ул етәкселек иткән коллективты ышанып тапшырғандар. Атаһына лайыҡлы алмаш, тиҙәр предприятие хеҙмәткәрҙәре Азат Миниғәзим улы хаҡында.
Коллектив бөгөнгө иҡтисади ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, үҙ алдына яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй. Коллектив ҙур түгел, 21 кешенән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы – белемле, тәжрибәле, ауыр һәм яуаплы, хатта ҡайһы саҡ хәүефле лә энергетик хеҙмәтен яратып һайлаған һөнәр эйәһе. Энергетика өлкәһендә 40 йылдан күберәк хеҙмәт һалған баш инженер Алексей Захаров, участка мастеры Валерий Антонов кеүек хеҙмәткәрҙәр – коллективтың ғорурлығы. Энергетиктарҙың фиҙакәр хеҙмәте донъяға яҡтылыҡ, йәшәйешкә ҡыуаныс өҫтәй.
Форсаттан файҙаланып, республиканың барлыҡ энергетиктарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! Хеҙмәт уңыштары, сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Бишбүләк энергетиктары.