“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ринат Хәйбрахманов) малсылары өсөн бөгөн тынғыһыҙ осор, бында мал ҡышлатыу бара. Һәр ерҙәгесә ауыл эшсәндәре яуаплы миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫҡан.Ихаталарға көҙҙән бесән-һаламы ҡайтарылып, эҫкерттәргә һалынған, силос соҡорҙары ла тулы, тимәк, мал алдына һалырлыҡ аҙыҡ етерлек буласаҡ. Районда алдынғыларҙан һаналған хужалыҡта ике меңгә яҡын ҡара-сыбар һәм бестужев тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры.
Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулыланғас, бында һөт һатыуҙан һәйбәт табыш алалар. Алты тоннаға яҡын юғары сортлы аҡты көн һайын Дүртөйлө һөт комбинатына оҙаталар. Уны һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
Программаға ярашлы, һөтсөлөк фермалары заманса, ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Бында шулай уҡ күп һыйҙырышлы һыуытҡыстар ҙа бар, был үҙ сиратында яңы һауылған продукцияны әсетмәйенсә генә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн малсыларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйгән, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәкселек уларҙың хеҙмәтен артабан да еңеләйтеү өҫтөндә уңышлы эшләй, әле хужалыҡҡа яңы ҡоролмалар ҡайтарыуға килешеүҙәр төҙөлгән.
– Беҙ уңғандарҙы, тырыштарҙы баһалай беләбеҙ, шуға ла ҡайһы саҡ йәмғиәт ҡаҙнаһынан күп кенә аҡса сығып китһә лә, борсолмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була бит, – ти хужалыҡтың Борай һөтсөлөк фермаһы мөдире, баш зоотехник Айҙар Данис улы Рәхимов. Әйткәндәй, “Урожай” хужалығының Борай һөтсөлөк фермаһы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса районда беренсе урынға лайыҡ булған. Тимәк, ауыл эшсәндәренең тырышлығы бушҡа китмәгән, киләсәктә лә улар хужалыҡ данын йыраҡтарға таратыр әле.
Бында дүрт ауыл халҡы эш менән мәшғүл. Йыраҡ ауылдарҙан йөрөп эшләгәндәр көн дә тиерлек өйҙәренә ҡайта алмай, шуға ла етәкселек уларҙың хәлен еңеләйтеү маҡсатында дөйөм ятаҡ та төҙөп ултыртҡан. Унда, нигеҙҙә, йәш ғаиләләр, йәш белгестәр һәм малсылар йәшәй. Бушлай ашатыу ҙа ҡаралған. “Шөкөр, етәкселек һәр яҡлап иғтибарлы, ярҙамдарын йыш тоябыҙ. Әле бына ятаҡлы булғас, айырыуса ҡыуаныс кисерәбеҙ, эшкә дәрт-дарман ташып тора”, – ти малсылар.
Әлбиттә, йәштәр хужалыҡта бөгөн аҙ, мәктәпте тамамлағас, күбеһе ҙур ҡалаларға юллана. “Ауылды һайлаһындар ине, сөнки уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Хеҙмәт хаҡы ла 15 мең һум тирәһе. Ә ауыл ерендә был ярайһы ғына табыш”, – ти етәкселек.
Алдынғы һауынсылар Гөлүзә Фәхруллина, Илүзә Мөхәмәтшина, көтөүселәр Альберт Сафин, Шәйхинур Шәфиғуллиндың эшенән бөгөн етәкселек ҙур ҡәнәғәтләнеү кисерһә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уларҙан өлгө алырға тырыша.