Булдыҡлыға халыҡ ышана21.12.2016
Булдыҡлыға халыҡ ышана Һуңғы биш йылда дауам иткән реформа шарттарында торлаҡ-коммуналь тармаҡ йәмәғәтселектең көслө баҫымын тоя. Әйтерһең, тотош тармаҡта тәнҡиткә генә урын бар. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә өлгөлө, төбәктең социаль үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән алдынғы предприятиелар ҙа байтаҡ. “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – шундайҙарҙың береһе.
Предприятиеның эшмәкәрлеге күп тармаҡлы. Ул үҙе етештергән йылылыҡ энергияһы менән Оло Ыҡтамаҡ һәм Әләгәҙ ауылдарындағы торлаҡ йорттарҙы, йәмәғәтселек биналарын, офистарҙы тәьмин итә. Шулай уҡ район үҙәгендәге предприятие һәм ойошмаларҙың инже­нерлыҡ селтәрҙәрен техник хеҙмәтлән­дерәләр. Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа, Әләгәҙ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауылдары өсөн районда бындай ҡеүәтле предприятиеның булыуы айырым әһәмиәткә эйә. “Тепловик” уларҙы эсәр һыу менән тәьмин итә. Был маҡсатта ун һыу йыйғыс файҙа­ланыла. Һыу үткәргестәрҙең оҙонлоғо 54,2 километрға етә. Крандарға һәр саҡ һыу килеп торһон, тәбиғәттең иң ҙур байлығын юғалтыуға юл ҡуйылмаһын өсөн, селтәрҙәрҙе йыл һайын мөмкин булғанса яңыртырға тырышалар.
Район үҙәгендәге күп фатирлы йорт­тарҙы берләштергән торлаҡ фондына идара итеү һәм техник хеҙмәтләндереү ҙә “Тепловик” йәмғиәтенә йөкмәтелгән. Улар ҡарамағындағы торлаҡ фондының дөйөм майҙаны 36 мең квадрат метрҙан күберәк. Фатирҙарҙа уңайлы шарттар булдырыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ хеҙмәткәрҙәре йыл әйләнәһенә фи­ҙакәр эшләй. Әйтәйек, йылытыу миҙгеленә әҙерлек улар өсөн ураҡ өҫтөн хәтерләтә. Яҙҙан йәй аҙағына ҡәҙәр дауам итә ул. Быйылғы әҙерлек осоронда инженерлыҡ селтәрҙәрендә пландағы әһәмиәтле ремонт эштәре башҡарылған. Бында ла бар ерҙәге кеүек йылылыҡ һәм һыу сел­тәрҙәре шаҡтай иҫкергән. Уларҙы яңыр­тыуға йыл һайын ҙур тырышлыҡ һәм финанс сығымдары сарыф ителә. Уның ҡарауы, һуңғы осорҙа селтәрҙәрҙә авария хәлдәренә юл ҡуйылмай. Был шуның менән дә аңлатыла: предприятиела үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарған ысын һөнәр эйәләре тупланған.
– Предприятиеның эш даирәһе киң, хеҙмәткәрҙәргә талаптар юғары. Бөгөн улар заманса йыһаздар менән эш итә, шу­ға күрә белем, һөнәри оҫталыҡ, таһыл­лыҡ һәм сослоҡ кәрәк. Беҙҙә, нигеҙҙә, тәж­рибәле белгестәр генә эшләй, – тине предприятие директоры Алмаз Хәйретдинов.
Һүҙ уңайынан етәксенең үҙе менән дә таныштырыу урынлы булыр. Алмаз Сиражетдин улы ошо районда тыуып үҫкән. Тәүҙә төҙөлөш техникумын, унан Өфө дәүләт нефть техник университетын та­мамлаған һәм һөнәри эшмәкәрлеген тыуған еренә арнаған. Хеҙмәт юлын “Мәсетле производство-төҙөлөш берек­мәһе”ндә мастер булып башлай ул. Бер аҙҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ производство идаралығына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Унан йылылыҡ сел­тәрҙәре предприятиеһында һәм “РемЖилСервис” йәмғиәтендә – директор, район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт буйынса урынбаҫары булып эшләй. Биш йыл элек “Тепловик” йәмғиәтенә етәксе итеп тәғәйенләнгәндә, Алмаз Хәй­ретдиновтың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге бай хеҙмәт һәм ойоштороу тәжрибәһенә өмөт бағлайҙар. Ул яҡташтарының ышанысын аҡлай. Алмаз Хәйретдинов етәксе­легендәге предприятие бөгөн тармаҡта алдынғылар иҫәбендә.
Әлбиттә, хеҙмәтләндереү кимәлен артабан күтәреү өсөн алдағы йылдарҙа ла селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса арымай-талмай эшләргә кәрәк. Икенсенән, Оло Ыҡтамаҡ ауылында мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек мөһим социаль-мәҙәни объекттарҙы, административ биналарҙы йылылыҡ менән тәьмин иткән 1-се үҙәк ҡаҙанлыҡты яңыға алыштырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Бынан бер нисә йыл элек өлөшләтә реконструкция үткәрелһә лә, ул бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Ә йылылыҡ энергияһына ихтыяж йылдан-йыл үҫә. Һәр хәлдә, тырыш коллектив һәм уның булдыҡлы етәксеһе алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшәсәк, тип ышана халыҡ.


Вернуться назад