Рәсәйҙең тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Ҡазандың “Дальний” полиция бүлегендә булған хәл-ваҡиғаларҙы тикшерә башланы. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының байтаҡ етәкселәре вазифаһынан бушатылды. Әлеге хәл-ваҡиғаларҙан һуң халыҡтың полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ышанысы кәмемәнеме? Ғөмүмән, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшенә ниндәй баһа бирергә? Ошо һорауҙар менән республиканың төрлө тарафтарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙға шылтыраттыҡ.
Риф ИҪӘНОВ, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, отставкалағы полковник:– 25 йыл милицияла хеҙмәт иттем. Өфөлә, Калининград ҡалаһында эшләнем. Отставкаға сығыу менән хеҙмәтем тамамланды тип иҫәпләмәйем. Әле лә һаҡта торған һалдат кеүекмен. Шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған енәйәтселекте ишетеп шаҡ ҡаттым. Беҙ эшләгән саҡта бындай ҡырағайлыҡ булманы. Милицияны полицияға әйләндереү реформаһының үҙ-үҙен аҡламауы тураһында һөйләй башланылар. Шуны әйткем килә: көнөнә күрә бик кәрәкле эш ине ул. Әле халыҡ икенсе, элекке тәрбиә, элекке тәртип юҡ. Ил үҙгәрҙе. Йәштәр әле аҡса артынан ҡыуа, байлыҡ барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итә тип уйлай. Шуға хоҡуҡ һаҡлау системаһын да тулыһынса үҙгәртергә кәрәк ине, сөнки беҙгә йәмғиәттә тәрбиә эшен алып барыусы көс кәрәк. Был – көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә. Тик реформанан һуң хоҡуҡ һаҡсылары саҡ аяҡҡа баҫа. Шуны аңларға кәрәк. Ә Ҡазан полицейскийҙары суд тарафынан иң ҡаты язаны алыр.
Зыя ӘБСӘЛӘМОВ, профессор, Сибай ҡалаһы:– Әле илде яулаған шауҡымға бирелеп, хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә ҡара яғыу дөрөҫ түгел. Был ауыр эштә һәйбәт, үҙ эшенә намыҫлы ҡараған кешеләр тупланған. Әлбиттә, донъя булғас, төрлө хәлдәр осрай. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ менән файҙаланып эшкә урынлашҡандар ҙа юҡ түгел. Бынан сер яһарға кәрәкмәй. Ләкин үҙ вазифаһына яуап бирмәгән кешеләрҙең вәхшилеген бөтә мәғлүмәт саралары һүрәтләп, тәфсирләп һөйләп, һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ, минеңсә. Шуныһы үкенесле: ҡотҡо таратыусылар был мәсьәләне һағыҙ урынына сәйнәй. Нисек кенә булмаһын, халыҡ аҡты ҡаранан айыра белә. Полиция хеҙмәткәрҙәре лә һабаҡ алып, эштәрен яҡшыртыр, халыҡтың да уларға ҡарата ышанысы ҡаҡшамаҫ тип ышанайыҡ.
Урал ШӘРИПОВ, хаҡлы ялда, Өфө районы:– Милицияны полицияға үҙгәртеү тиҙ эшләнә торған эш түгел икәне тәүҙә үк көн кеүек асыҡ ине. Бер-ике йыл эсендә әлеге хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә ҡарашын үҙгәртеп булмаҫ тип уйлағайным инде. Ысынлап та, шулай булып сыҡты шикелле. Бер йыл үтте, һөҙөмтәләр күренмәй әле. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ҡылынған күпме хилафлыҡ тураһында әлегә тиклем һөйләһәләр ҙә, был проблемаға тейешле иғтибар бүленмәне. Хәҙер иһә хәл ҡырҡа үҙгәрер тип ышанайыҡ. Ниһайәт, ил етәкселеге реформаның үҙ-үҙен аҡламауына йәки эшләнеп еткерелмәүенә иғтибар итер.
Илдар АБДРАХМАНОВ, шофер, Салауат районы:– Тиҫтәләрсә йыл йәмғиәт тарафынан ыңғай баһаланмаған структураның бөгөн килеп ыңғай яҡҡа үҙгәреренә тәүҙә үк ышанмай инем. Был тармаҡта эшләүселәрҙең психологияһы уларға эш хаҡын арттырыу менән генә үҙгәрмәйәсәк икәнен һәр кем аңлағандыр. Киң матбуғат сараларында әле тегендә, әле бында Эске эштәр министрлығының ҙур дәрәжәле офицер һәм генералдарының ришүәтселеккә һәм башҡа төрлө закон боҙоуҙарға әүәҫ булыуы хаҡында көн дә яҙалар, тиһәң дә хата булмаҫ. Эске эштәр министрлығының штатын ҡыҫҡартыу түбән чинлы хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, шулай уҡ иң юғары вазифа биләгән чиновниктарға ла ҡағылһын ине. Тик түбәнге чиндар эштән китте, оҙаҡ йылдар йылы урын биләп ултырған, күптән хаҡлы ялдағыларҙы ебәрҙеләр. Әлеге лә баяғы “арттан этеүселәре” булғандар эштә ҡалды. Аттестацияның һөҙөмтәләрен ҡайтанан ҡарау фарыздыр. Бөтә ил буйынса полиция хеҙмәткәрҙәрен яңынан тикшерһендәр ине.
Илзирәк КАМАЛОВА, хужабикә, Өфө ҡалаһы:– Матбуғат сараларынан Ҡазанда булған вәхшилек тураһында ишетеп тетрәндем. Тормош иптәшем хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләй. Ипләп кенә унан һорашып ҡарайым. “Беҙҙә ундай “тәрбиәләү” тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Тикшереүселәр күп, бөтә ерҙә камера. Ҡулға алынған кешегә тырнаҡ менән дә теймәйбеҙ. Әгәр эләгешеп киткән осраҡ була икән, хеҙмәттәштәр шунда уҡ тынысландыра”,– тине. Шуныһы аптырата: ул егеттәр бер-береһенең күҙенә нисек ҡарай икән? Ғөмүмән, бер хеҙмәттә лә осраҡлы кешеләр булырға тейеш түгел. Быныһы шарт.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.