Иң ҙур бүләк нимә?20.12.2016
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминевтең күркәм юбилейы уңайынан йәнле кисә булды. Рим Әминев Салауат башҡорт дәүләт драма театрына Өфө сәнғәт училищеһынан һуң килә. Шул ваҡыттан бирле сәхнәлә төрлө ролдәр башҡара. Мәҙәниәткә, театрға бәләкәйҙән ғашиҡ малай үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй, һуңынан йәштәр төркөмөндә, уҡытыусылар коллективы менән байтаҡ тамашала ҡатнаша.
Сәхнәлә беренсе тапҡыр Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектаклендә Дамир ролен башҡара. “Был образ шул тиклем күңелемдә уйылып ҡалған, беренсе улыма ошо тәүге геройымдың исемен ҡуштым”, – ти ул. Артабан һәләтле һәм тырыш егеткә төрлө жанрҙағы төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Актер тыуҙырған образдарҙа бөйөклөк тә, шәфҡәтлелек тә, тәбиғилек тә йәнәшә. Мәҫәлән, “Башмағым”да – Кәрим бай, “Кейәү”ҙә – бай тормош тәжрибәһе туплаған кейәү, “Бабай урлау”ҙа – халҡымдың быуаттар аҡылын сағылдырған Абдулла, “Упҡын ситендә” – Рамаҙан, “Әбейҙәргә ни етмәй?”ҙә Рәжәп ролдәрен билдәләргә була. М. Задорновтың “Иреңде миңә бир” сатирик комедияһындағы Азат роле сәнғәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһына һәм тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды.
Рим Әминевтең һуңғы йылдарҙағы “Аҡҡошом минең” комедияһында – Миңнулла, “Ғәлиәбаныу”ҙа – Бәҙри, “Салауат” драмаһында – каратель, “Нәркәс” трагикомедияһында Байөмбәт бей ролдәре уның талантының юғары һөнәри кимәлдә булыуына дәлил.
Рим Фәйзрахман улы үҙен кинола ла һынап ҡарай. Рауил Хәкимовтың “Ғәлиәбаныу” фильмында ул Бәҙри ролен башҡара.
1989 йылда юғары ижади уңыштары өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, ә 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов Рим Әминевкә сәнғәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов юбилярға К. Станиславский исемендәге миҙал тапшырҙы.
Кисәлә Рим Фәйзрахман улы ҡатнашлығында спектаклдән өҙөктәр күрһәтелде, театр артистары сәхнәне йыр-моңға күмде.