Хәйерле булһын замана20.12.2016
Улымды “Ҡыш бабай бүләк килтерә” тип алдағаныма бик үкендем. Бик ышаныусан, бер ҡатлы, саф күңелле бала әйткәнемә ышана ла ҡуя ине. IV класта уҡығанда күрше малай Володя: “Бүләктәрҙе Ҡыш бабай килтермәй, әсәйең һала”, — тигән. Улым бәхәсләшкән: “Ул йоҡлағанда ғына килә лә шыршы төбөнә һала”, — тигән.
– Ә ниңә миңә килтермәй?! – ти икән Володя.
Улым шуны миңә һөйләне лә күҙҙәремә мөлдөрәп ҡараны. Мин балаға дөрөҫөн әйтергә мәжбүр булдым, ҙур ғына бит инде, иптәштәре көлөр, тип уйланым. Үҙемә бик-бик ҡыйын булды. Йәлләнем баламды. Ни кисергәндер инде! Йөҙөнә лә ҡарай алманым.
***
Балаға хәләл-хәрәм мәсьәләләрен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур. Ул ғына ла түгел, баланың хәләл ғаиләлә яралыуы зарур. Заманы шул, тип заманға япһармайыҡ, сөнки мәңге үтмәҫ ҡиммәттәр бар.
***
Халҡыбыҙ “аҙ булһын, тәмле булһын” тигән. Бында “тәмле” тигәне – “сифатлы” мәғәнәһендә. Ҡәйнәмдең “яман ризыҡ үҙеңде ашай” тигән һүҙе була торғайны...
Ысын аҡ май, ысын йомортҡа, тәбиғи тәмләткестәр, яҡшы сифатлы он ҡулланып ризыҡ бешергән бер фирма асҡайны иманлы башҡорт егеттәре. Аҙыҡ-түлеге ҡыйбат тип бик алмағастар, туҡтарға мәжбүр булдылар. Алыу менән һаҫый торған икмәк осрағаны бармы? Бына уны зарарлы үңәҙ менән зарарланған ондан һалалар. Тауарҙы осһоҙлатыр өсөн сифаты түбән компоненттарҙан бешерәләр, ә аҙаҡ, ашҡаҙаныбыҙ, бөйөр-бауырыбыҙ, эсәктәребеҙ ауырта, тип зарланабыҙ…
***
Һигеҙ йәштән атайһыҙ ҡалып, “халыҡ дошманы” балаһы тип рәнйетелгән, шул йәшенән астан үлмәҫ өсөн сабата үреп, арҡан ишә башлаған атайым иҫкә төшә. Ҡулдары күп эшләүҙән шау яра булғанда ла түҙгән. Әлеге ҡурҡыныс Елмерҙәк бөгөлө (Тещин язык) тигән урындарҙан һырт буйлап Уҫманғәленән өләсәйем менән Аҫҡын (Архангел) баҙарына ҡул санаһы менән һөйрәп алып барып, һатҡан аҡсаһына он, ярма алып ҡайта торған булған.
Бер ҡайтыуҙарына атайымдың иң яратҡан кесе ҡустыһы Хәйерлезаман астан шешенгән булған. Исеме хәйерле лә ул, ғүмере генә хәйерһеҙ заманға тура килгән. Аяҡҡа баҫтыра алмағандар, үлгән...
***
Һуғыш ваҡытында ҡатындар Белорет заводына ағас ҡырҡҡан. Татлы ауылы ҡатындарының норма үтәгәнен ҡарарға мастер килгән. Эштән ҡәнәғәт ҡалған.
– За хорошую работу премируем вас – выдадим по полтора килограмма пшенки, – тигән.
Урыҫса бик “шәп” белгән бер ҡатын шунда:
– Нам балтара мала, нам балкила давай, – ти икән.
Ярты кило өҫтәп бирегеҙ, тип һорарға уйлағандырмы, әллә полтора менән полкилоны бутағанмы, уныһы билдәһеҙ. Әхирәттәре шунда уҡ тегенең итәгенән тартҡан да йығылып ятып көлә башлаған.
Быны биш балалы көйө ағас ҡырҡып йөрөгән ҡәйнәм һөйләгәйне. Йәндәре йәннәттә булһын мәрхүмәләрҙең...
***
Татлыла 9 Майға туғандар йыйылды. Аранан иң олоһо булараҡ, Ғәзиз ағай табында һүҙҙе ошолай башланы:
– Бына әле беҙ ултырған урамдан һуғышҡа 27 кеше киткәйне. Шуларҙың етәүһе генә әйләнеп ҡайтты. Өйҙә ҡалғандарға ла еңел булманы – аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш...
1943 йыл (ағайға 13 йәш булған) күрше ауылда геологтар ятты. Шулар бер сабатаға 100 грамм он бирә ине. Көнөнә дүрт сабата үрә инем. Аҙна аҙағында 28 кейем сабатаны ялтыратып йөкмәп, күрше ауылға китәм, 2 кило 800 грамм он алып ҡайтам. Бер кило ярма бирҙеләр...
Һуғыш башланған йылда көнөнә кеше башына 450-шәр грамм икмәк бирәләр ине, 1943 йылда 150 грамға ҡалды. Һуғыш бөткәнсә шулай тараттылар...