Гөлнәфис Фәтихова – оло йөрәкле һәм ихтирамға лайыҡ кеше. Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килеп, тормош юлында бик күп ауырлыҡ күрһә лә, бирешмәй, барыһын да сабырлыҡ менән ҡабул итә. Күргән-белгәндәр уға “йәш күренәһең” тиҙәр. Ысынлап та, уға һис кенә лә 89 йәш бирерлек түгел, донъяны яратып, булғанына шөкөр ҡылып йәшәй. Гөлнәфис Фәтихова Мәсетле районының Аҡҡына ауылында 1927 йылда тыуған. 14 балалы ҙур ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән. Һуғышҡа тиклемге тормошо, йәштәштәренеке кеүек, заманына күрә бәхетле лә, күңелле лә булған. Өй эштәрендә булышып үҫкән, хеҙмәт һөйгән. Ҡул эштәренә, айырыуса бәйләргә әүәҫ булған. Илебеҙҙә һуғыш башланғас, көнитмеш икеләтә ауырлаша. Шулай ҙа Гөлнәфис инәй йәшлегенең ошо ғәйрәтле сағын фәһем алырлыҡ итеп һөйләй:
– 1943 йылда Иркутск ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. Ул ваҡытта 16 йәшем дә тулмаған ине. Төрлө райондарҙан 82 ҡыҙҙы йыйғандар. Силәбелә туҡтап ял иттерҙеләр, мунса төшөрҙөләр. Иркутскиға тиклем биш көн барҙыҡ. Поезда бетләп бөттөк. Килеп етеү менән дәррәү эшкә тотондоҡ. Төҙөлөштә эшләнем, кирбес биреп торҙом. Бер аҙ эшләгәс, етәксем: “Шахтала эшләһәң, ял бирәбеҙ, тыуған яғыңа ҡайтып килерһең”, – тигәс, риза булдым. Унда биш ай эшләнем. Килһәм, етәксемде төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Миңә ял тәтемәне. Тиҙҙән япондарҙы килтереп эшкә ектеләр. Трамвай юлын төҙөүҙе уларға йөкмәттеләр. Бер мәл япон кешеһенең таяҡса менән ашап ултырыуын күргәс, этләнәлер тип уға ҡалаҡ тотторҙом. Ул миңә еҫле һабын бүләк итте.
Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, риза булып эшләнем. Етәксенең ҡатыны бала тапҡас, уларҙа йәшәнем, бәпесен ҡараштым. Миңә ярҙамым өсөн икмәк бирәләр ине. Бүрәнә ағыҙыуҙа ла ҡатнаштым. Кейем-һалым алмаштырыусы эшен дә башҡарҙым. Рус телен белмәһәм дә, юғалып ҡалманым. Йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яҡты киләсәккә ышанып йәшәнек. Һәр эшебеҙ, түккән көсөбөҙ Еңеүҙе яҡынайта тип тырыштыҡ.
Оҙаҡ көткән Еңеү көнө килеп етһә лә, Гөлнәфисте ҡайтарырға ашыҡмайҙар. Тормош тыныс булһа ла, илдә аслыҡ, яланғаслыҡ, юҡлыҡ хөкөм һөрә. 1947 йылда ғына ял алып, тыуған ауылына ҡайта. “Әй йылғаһын кисеп сыҡтым, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Гөлнәфис инәй. – Атайым һөйөнөсөнән миңә йәшел яулыҡ бүләк итте. Бер ҡайтҡас, ҡабаттан китәһе килмәне, атайым менән ауыл хакимиәтенә барып белешмә алып ебәрҙек”, – ти ул.
Бер йылдан Гөлнәфис Хәниф Фәтиховҡа кейәүгә сыға. Шул көндән алып улар 57 йыл бергә татыу ғүмер кисергән. Ун балаға ғүмер бүләк иткәндәр.
Бөгөн Гөлнәфис инәй Златоуст ҡалаһында матур, мул тормошта, балаларының йылыһын тойоп, иғтибар-ихтирамға ҡойоноп йәшәй.