Бер мәҡәләлә тотош гәзит-журналдар тураһында яҙыу мөмкин түгел, шуға күрә тормошомда һәм яҙмышымда мөһим роль уйнаған, оло юлға сығыуҙа ярҙам иткән яратҡан гәзитем “Башҡортостан” тураһында фекер уртаҡлашырға булдым. Республикабыҙҙың автономия алыуына ла оҙаҡламай 100 йыл була. БАССР-ҙың бай тарихы, шул уҡ ваҡытта һикәлтәле яҙмышы “Башҡортостан” гәзите биттәрендә даими сағылыш таба килде, ошо баҫма аша халыҡ илдәге һәм республикалағы яңылыҡтар, сәйәси хәл менән танышып барҙы. Шуға күрә гәзит башҡорт халҡының рухи хазинаһына, милли ғорурлығына әйләнде.
Әле мин малай ғына саҡта Ейәнсура районының Сәғит ауылы мәктәбенең бер мөйөшөндә ойошторолған “избач”ында, уҡый белмәһәм дә, ошо гәзитте ҡарап ултыра торғайным. Ҡайһы ваҡытта мине бында бер туған апайымдың ире, ауыл йәштәрен ойоштороп, етәкләп йөрөгән Сәхретдин еҙнәй Йомалин алып килеп, гәзиттәге мәҡәләләрҙе уҡып ишеттергеләне. Шул саҡтан гәзит исеме сабыйҙың ҡанына һеңеп ҡалды. Әйткәндәй, дәһшәтле һуғыш йылдарында бер һанда, еҙнәйҙең хәрби кейемдәге фотоһын биреп, “Ил ҡаһарманы” тигән ҙур мәҡәлә баҫылғайны. Уны ҡулдан ҡулға, өйҙән өйгә йөрөтөп уҡыны ауыл халҡы. Еҙнәй гәзит аша республикабыҙ ғорурлығына әйләнде. Был ваҡиғаға 72-73 йыл ваҡыт үтеп киткән, ләкин ул онотолмай.
Үткән быуаттың 60—70-се йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә социалистик ярыш еңеүселәре араһында Ейәнсура районы етәкселәренең, хужалыҡ алдынғыларының фотоһүрәттәре, уларҙың маҡтаулы эше тураһында тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр баҫыла ине. Ундай яҙмалар беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, тыуған төйәгеңде һөйөүҙе, ихтирам итеүҙе көсәйтеү стимулы булып торҙо.
Шуға күрә әле лә гәзит уҡымаған кешене мин бер ҡанаты һынған ҡошҡа тиңләйем, сөнки күпме яҡшылыҡтан, фәһем-ғилемдән, файҙалы кәңәштәрҙән мәхрүм тороп ҡала. Ә бит гәзитте ҡулға алып ҡарап ултырыу ҙа йәшәү өсөн күпме көс бирә, дәрт өҫтәй.
1971 йылда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләй башлағас, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәре редакциялары менән бәйләнеш айырыуса нығыны. Мин уларҙа йыш булып, тәжрибә алып сыға инем. Гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәре Абдулла Исмәғилев һәм Рәмил Дашкин, урынбаҫарҙары Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм Рәсих Ханнанов мине бик яҡын күрҙе. Өйрәтергә тырыштылар. Ул баҫмаларҙа мәҡәләләрем йыш донъя күрҙе. Журналдың 7,5 меңдән 36 мең данаға тиклем тиражы үҫеүендә лә был гәзиттәрҙең ярҙамы һиҙелерлек булды. Минең уларға рәхмәтем ҙур.
Шуны ла әйтмәү мөмкин түгел: редакцияларға барып инһәң, коллектив гөрләп-шаулап тора, һәр береһендә ижади мөхит тойола ине. Уларҙың тиражына шатланып сыға инем, сөнки был гәзиттәрҙең һәр һаны 100 мең дананан ашыу таралды, оло абруй менән файҙаланды. Район йәки ҡала түрәләре редакцияларға һуғылмай ҡайтмаҫ ине. Ә тираж партия өлкә комитетында ныҡлы контролдә торҙо. Мәҫәлән, өлкә комитет секретары Таһир Ахунйәновтың бүлмәһенә инһәң, өҫтәл тулы гәзит-журнал булыр ине. Ә бит улар исем өсөн генә ятмай. Уҡып, күп кенә мәҡәләләрҙең аҫтына йә ҡыҙыл, йә ҡара ҡәләм менән һыҙылып ҡуйылған. Таһир Ахунйәнов һәр мәҡәләгә анализ биреп сыға торғайны. Бәлки, шуғалыр ҙа район йәки ҡала етәкселәре уның менән осрашыуҙан ситтәрәк ҡалыуҙы ҡулай тапты. Сөнки ул тартынмай тураһын “сәпәй” торғайны. Ә тираждың кәмеүе хаҡындағы уй ул мәлдә башҡа ла инеп сыҡманы.
Бөгөн шул дәүерҙе һағынып иҫкә алабыҙ: матбуғаттың абруйы ни тиклем юғары булған! Гәзиттәр бит кеше тормошоноң айырылғыһыҙ мөһим өлөшөнә әйләнеп киткәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, гәзит бер ҡасан да әҙәм балаһы тормошона зыян алып килгәне булманы, киреһенсә, уның яҡын ярҙамсыһы һәм тоғро кәңәшсеһе булды.
Бер туған ағайым, һуғыш инвалиды Зәбирйән Ғүмәров менән еңгәйемдең — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — өҫтәлдәренән бер ваҡытта ла “Башҡортостан” гәзите өҙөлмәне, һәр мәҡәләне тикшереп, фекерҙәрен әйтә бара инеләр.
“Башҡортостан” — ул беҙҙең оло хазина, уның яҙмышы өсөн һәр беребеҙ көйәбеҙ, гәзитебеҙгә даими яҙылып, ярҙам итергә тырышайыҡ.