“БДИ-ны тапшырасаҡмын!”20.12.2016
Башҡортостан “БДИ-ны тапшырасаҡмын!” федераль проектына ҡушылды. Төп маҡсат – һынауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Проектҡа ярашлы, күптән түгел республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты һәм “Просвещение” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре берлектә педагогтар өсөн “Уҡыусыларҙы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләүҙе ойоштороу эшен камиллаштырыу” тигән темаға семинар үткәрҙе. Сарала шулай уҡ Педагогик үлсәүҙәрҙең федераль институты, Берҙәм дәүләт имтиханы, Төп дәүләт имтиханы өсөн контроль-үлсәү материалдары әҙерләгән федераль комиссия вәкилдәре ҡатнашты.
Семинарҙа быйылғы һынау һөҙөмтәләре тикшерелде, төрлө осраҡтарға анализ яһалды, ғәҙәттәге хаталарҙың сәбәбе өйрәнелде. Башҡа республикаларҙың педагогтары үткәргән оҫталыҡ дәрестәре дөйөм проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләүҙең мөһимлегенә инандырҙы.