Календарҙа яҙ булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай27.03.2012
Бишгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға йылы һауа массаһы апрелдең тәүге аҙнаһында ғына киләсәк. Тотороҡһоҙ һауа торошо 3–4 апрелгә тиклем һаҡланасаҡ.
– Әлеге һауа торошо ҡышҡа хас. Беҙгә метеорологик яҙ түгел, ә календар буйынса һәм астрономик яҙ ғына килде, – ти баш синоптик.
Апрель башында ғына ҡар иреп, һыу ташасаҡ. Ҡышҡыһын яуым-төшөм норманан 30 – 40 процентҡа кәмерәк булғанға, һыу 0,5 метрҙан 3 метрға тиклем генә күтәреләсәк, көслө ташҡын булмаясаҡ. Синоптиктар йылы һәм ҡояшлы көндәрҙе киләһе айҙың һуңғы декадаһында ғына көтә. Апрелдә тәүлек әйләнәһенә уртаса температура 3 – 5 градус йылы буласаҡ, майҙа 11 – 14 градусҡа күтәреләсәк, июндә 16 – 19 градус йылы буласаҡ. Йәйҙең башы йылы һәм ямғырлы, икенсе яртыһы ҡоро булыр, тип фаразлай белгестәр.