Астрономия кәрәкме?20.12.2016
“Мәктәп программаһына астрономияны ҡайтанан индереү кәрәкме?” Был һорауға ил педагогтарының күбеһе ыңғай яуап биргән.
Билдәле булыуынса, был тәҡдимде илдең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева индергәйне. Уҡытыусылар, ведомство етәксеһенең һүҙен хуплап, астрономияның Йыһан төҙөлөшө хаҡында аныҡ һәм тулы мәғлүмәт биргән берҙән-бер предмет икәнен белдергән. Уларҙың әйтеүенсә, был фән шул ҡәҙәр киң, мәғлүмәтте әлегесә физика һәм география дәрестәрендә өлөшләтә биреү мөмкин түгел. Әлбиттә, предметты уҡытыуҙа заманса алымдар кәрәк, әсбаптарҙың йөкмәткеһе лә элеккесә ҡала алмай. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн бөгөнгө фәнни үҫешкә ярашлы барлыҡ мөмкинлектәр файҙаланылырға тейеш.