Тәрбиә нигеҙе мәктәптә һалына20.12.2016
Мәғарифта төп иғтибар баланы шәхес итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелергә тейеш. Тармаҡта ошо маҡсат йылдан-йыл киңәйә.
Мәғлүм булыуынса, ил етәксеһе Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә: “Мәктәптә уҡы­тыуға ике төп бурыс ҡуйылған: белем биреү һәм әхлаҡлы кеше тәрбиәләү. Был хаҡта заманында академик Дмитрий Лихачев та әйткән. Мәктәп белем биреүҙең нигеҙен, тәрәнлеген һәм төплөлөгөн мотлаҡ һаҡларға тейеш”, – тип белдерҙе. Президент гуманитар пред­меттарға, инша яҙыуға иғтибарҙың артыуын ыңғай баһаланы. Бынан тыш, “мәктәптә ижади башлан­ғыстарҙы әүҙем үҫтереү, балаларҙы үҙаллы фекерләргә, маҡсатҡа өлгәшеү юлында туҡтап ҡалмаҫҡа өйрәтеү, шулай уҡ уларҙы инженерлыҡ һәм тикшеренеү эштәренә ылыҡтырыу мөһим” тигән бурыс ҡуйҙы ил етәксеһе.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева был өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн финанс мөмкинлектәренең етерлек булыуы хаҡында белдерҙе. Ҡайһы берҙәре буйынса программалар киләһе йыл башына әҙер буласаҡ.


Вернуться назад