“Ир-ат һүҙе үтемлерәк”20.12.2016
“Ир-ат һүҙе үтемлерәк” “Сабыйҙарға ир тәрбиәһе етмәй. Мин шул хәлде төҙәтеүгә өлөш индерәм. Ир-ат һүҙе үтемлерәк”, – ти егерме йәшлек Кәбир Нәғимов. Ул Туймазы районының Кендектамаҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Егет үҙе ошо ауылдан. Туймазы педагогия колледжын тамамлағандан һуң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тарих факультетына ситтән тороп уҡырға ингән. Һөнәре буйынса эш таба алмай байтаҡ йөрөгәс, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу тәҡдимен ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә хәҙер инде ун айҙан ашыу сабыйҙар донъяһында йәшәй.
– Өйрәнеп китеүе ҡыйын булды. Тиктормаҫтарҙың артынан туҡтауһыҙ йүгереүҙән, бер-бер артлы бирелгән һорауҙарға яуап биреүҙән хәл бөтә торғайны, – тип йылмайып хәтерләй эшләй башлаған осорон Кәбир Илгиз улы. – Төркөмгә ике – ете йәшлектәр тупланған. Һәр береһенә айырым иғтибар, тәрбиә алымы кәрәк. Шул ҡәҙәр ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс был эш! Бында алдау, ялғанлыҡ юҡ. Үҙ-ара бәйләнештәрҙең тик ихласлыҡҡа ҡоролған булыуы һөнәремә ҡарата һөйөүҙе тағы ла көсәйтте. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһы коллективы ла хәстәрлекле, ауыр саҡта кәңәштән айырмайҙар. Ата-әсәләр ҙә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, уйын майҙансығына тирмә, ҙур карап эшләп ултырттылар.
Хеҙмәттәштәре Кәбир Илгиз улының тыныс, сабыр холоҡло булыуын, шуға ла балаларҙың һөйөүен тиҙ арала яулауын билдәләне. Йәш белгес сабыйҙарҙы үҙаллылыҡҡа, бер-береһен яҡларға өйрәтә. Бындай тәрбиә биреүҙә айырыуса халыҡ әкиәттәренә таяна.
Кәбир Илгиз улы тормошто матурыраҡ, сағыуыраҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә өлгө күрһәтеп йәшәй. Йәштәрҙе һәм уҡыусыларҙы йәй футбол майҙансығына йыя, ҡыш күмәкләп конькиҙа, саңғыла йөрөйҙәр. Күптән түгел туп һатып алып, волейбол уйнай башлағандар. Киләсәккә маҡсаттары бының менән генә бөтмәгән әле. Дәрт-дарманы ташып торған егеттең изге ниәттәре бихисап.


Вернуться назад