Күңелендәгеһен тойһаң – тормошто яратыр20.12.2016
“Белем биреүҙә иң мөһиме нимә?” тигән һорауға райондың 1-се лицейы психологы Алина Бикмырҙина һис икеләнмәйенсә: “Баланың күңелен аңлау”, – тип яуап бирҙе. Өсөнсө йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш педагог уҡыусыларҙың төп ярҙамсыһына, ышаныслы остазына әйләнгән.
Алина – ошо лицейҙың сығарылыш уҡыусыһы. Күңелендә бәләкәйҙән яралған хыялына ярашлы, мәктәптән һуң ул БДУ-ның Бөрө филиалындағы социаль педагогика һәм психология факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
– Уҡытыу-тәрбиә эшендә психологик хеҙмәттең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – ти белгес. – Бөйөк Сухомлинский шулай тигән: “Баланы күп тәнҡитләйһең икән – ул яуыз булып үҫә, мыҫҡыл итһәң – йомоҡҡа әйләнә, гелән дәғүә белдерһәң – үҙен һәр саҡ ғәйепле тоясаҡ. Ә инде тәрбиә эшендә сыҙамлылыҡ күрһәтһәң, башҡаларҙы аңларға өйрәнер, ҡеүәтләһәң – үҙ көсөнә ышанысы артыр, маҡтаһаң – рәхмәтле булыр, бер-береңде аңлау, дуҫлыҡ мөхитендә йәшәһә – тормошто яратыр”. Ошо һүҙҙәр эшмәкәрлегемдең төп нигеҙенә әүерелгән. Беҙ, өлкәндәр, тәү сиратта балаларҙың күңелен аңларға ынтылырға тейешбеҙ. Улар менән аралашҡанда эскерһеҙ, ихлас булыу мөһим.
Һуңғы йылдарҙа балаларҙа саманан тыш әүҙемлек күренешен йыш осратырға тура килә. Бының төп сәбәбе – уларға иғтибар биреп еткермәү, шул уҡ ваҡытта күп тыйыу. Ата-әсә ул һәм ҡыҙының һәр уңышына, бәләкәй генә еңеүҙәренә лә һөйөнһөн, уларҙы йышыраҡ маҡтаһын, “ярамай” һүҙен аҙыраҡ әйтһен ине. Тәрбиәүи һөйләшеүҙәр бер-береңде аңлау, дуҫлыҡ, ихтирам-хөрмәт мөхитендә үтергә тейеш. Уңышһыҙлыҡтарға иғтибар итергә кәрәкмәй, иң мөһиме – баланың күңел бөтөнлөгө.
Мәктәп психологының яратҡан эш алымдарының береһе – тренинг. Ул күпселек осраҡта уйын формаһында үтә. Психологик диагностика иһә тест һәм һорау алыу рәүешендә ойошторола. Тема йәшкә һәм кластағы хәл-торошҡа ҡарап һайлана.
– Һөнәрем ижади һәм рухи яҡтан үҫеү мөмкинлеген бирә, – ти психолог. – Әлбиттә, эшемдә ауырлыҡтар етерлек. Был йәмғиәттең төрлө ҡатламлы булыуына, социаль тигеҙһеҙлеккә, ҡайһы бер ата-әсәнең заман шарттарына яраҡлаша алмауына һәм башҡа күренештәргә бәйле. Ни генә тимә, тәрбиәнең төп нигеҙе – ғаиләлә. Ундағы быуындар бәйләнеше тотороҡһоҙ икән, “туҡмаҡ башы” мәктәпкә төшә. Миңә уңышлы эшләргә, тәжрибә тупларға фән үҙе һәм тормошҡа ыңғай ҡарауым ярҙам итә.
Йәш белгес ғилемгә юл ярыуҙы дауам итә. Ул тиҙҙән юғары белемле логопед та буласаҡ.