Дәүләт берәү генә бит ул!20.12.2016
Беҙҙең Байымда Дәүләтҡази бабай булды. Ауылдаштарым уны мулла ҡушҡан исеме менән түгел, ә “Дәүләт” йәки “Казин” тип йөрөттө. Беҙ, малайҙар, оло хөрмәт менән “Дәүләт апа” тип атлығып торҙоҡ.
Бабай көн һайын кәртәһен, ҡапҡа алдын оло юлға тиклем селек һепертке менән ҡырып һепереп ҡуя. Бындайын таҙа кәртә, урам алды кешелә бик һирәк. Етмәһә, ул йәшәгән өйҙөң ҡаршыһында – йәп-йәшел ҡаҙ үләненән торған иркен майҙансыҡ. Ҡарт тәрбиәләп кенә тота уны. Шуға ла ошо араның малай-шалайы, ҡыҙ-ҡырҡыны майҙансыҡҡа һуҡма туп, баҫтырыш, сүрәкә уйнарға йыйылабыҙ. Беҙгә Дәүләт ҡарттың бәләкәй килене Тәғзимә лә ҡушылып китә. Уйынға сәм, йәм өҫтәй еңгә. Бабай ҙа, айырмалары бер йәш кенә булған ейәндәрен етәкләп, гел беҙҙең тирәлә урала. Саҡ тәпәй баҫҡан сабыйҙарға алмаш-тилмәш һөймәлекле ҡараш ташлап, һамаҡлап ала.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Магнитогорск ҡалаһында суйын иретеүсе булып абруй ҡаҙанған ауылдашыбыҙ, ҡаланы үҙ­һен­мәй, тыуған еренә ҡайтҡан. Донъяны шәп көттө ул. Бер сәйер һүҙе бар ине үҙенең: “Эй, уландар, Дәүләт донъяла берәү генә бит ул. Ул үлгәс, белерһегеҙ әле ҡәҙерен”. Беҙ бала күңелебеҙ менән: “Бөтәбеҙ ҙә был донъяла берәү генәбеҙ инде”, – тип бабайға шикләнеп ҡарай торғайныҡ.
Хәҙер төшөндөм: һәр ғаиләнең үҙ ҡалҡаны, тотҡаһы була икән! Ул – йәмғиәттең ошо бәлә­кәй ойошмаһында ҡурсалаусы ла, терәк-таяныс та, йәшәйешеңә өмөт-ышаныс, ҡот биреү­се лә. Ысынлап та, ундай кешеләрҙең баһаһын үҙҙәре тере саҡта аңламайбыҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ...
Аҙаҡ төшөндөк: Дәүләт апа үҙ дәүләтендә берәү генә булған икән шул...


Вернуться назад