Миңә бер малай кәрәк ине...20.12.2016
Беҙ, һигеҙ-ун йәштәрҙәге малайҙар, урамда уйнағанда түбәнге ос Әлипбай апа Дәүләтбаев күренһә, ҡасыу яғын ҡарай торғайныҡ. Табан ялтыратыуыбыҙҙың сәбәбе ябай: ул беҙҙе бер ваҡытта ла ситләтеп үтмәй. Эргәбеҙгә килә лә, һәр беребеҙгә һөҙөп ҡарап:
– Миңә ошондай бер малай кәрәк ине, – тип ҡотто ала.
“Һаҡланғанды һаҡлар” тәғлимәтен үтәүҙәнме, әллә өләсәйҙәрҙең уйнарға сыҡҡан һайын сит-ят кешеләрҙән һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртеп тороуынанмы, ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, беҙ Әлипбай ҡарт күренеү менән уйнап йөрөгән ерҙән тая инек.
Үҙем ир ҡорона ингәс, апаның һүҙҙәрен иҫләп: “Типһә тимер өҙөрлөк өс улы булды, ауылда төпләнеп, йорт-ҡура һалып, яҡшы итеп донъя көттөләр. Ниңә “Миңә малай кәрәк ине” тине лә йөрөнө икән?” – тип уйланып ала инем. Аллаға шөкөр, хәҙер үҙем уның йәшенә еттем. Балаларым да ҙурайып, кәләш-кейәүле булып, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралышып бөттө. Йорт-ҡура тирәһендә хужалыҡ эштәрен башҡарған һайын апаның һүҙҙәренең мәғәнәһен үҙ башымда татыйым. Баҫҡысҡа баҫып сөй ҡағып торғанда сүкешең ҡулдан ысҡынып китһә, артынан кәкрәндәй-кәкрәндәй төшәһең, эш урыныңда берәй ҡоралың етешмәһә лә яңғыҙ кәшкәндәйһең, хатта оҙон таҡтаңдың икенсе осо ҡыйшайып китмәһен өсөн, акробат ҡиәфәтенә инеп, бер үҙең ҡаҙаҡлайһың... Эх-х, миңә лә бер малай кәрәк ине...