Ҡайҙа ял итергә?27.03.2012
Йәй яҡынлашҡан һайын был һорау көнүҙәк була бара, әлбиттә, уның яуабы кеҫәнең ҡалынлығына ла бәйле.
Туризм белгестәре фекеренсә, быйыл яҡташтарыбыҙ өсөн иң арзанлы йүнәлеш булып Греция һәм Болгария илдәре торасаҡ. Баҡһаң, быйыл Грециянан Германия туроператорҙары баш тартҡан, тимәк, был илде үҙ итеүсе миллионлап турист унда бармаясаҡ, башҡаларға юл асыласаҡ һәм хаҡтар төшәсәк тигән һүҙ. Болгария иһә элек-электән түбән хаҡтар менән ылыҡтыра. Шулай уҡ Төркиә менән Испания ла Рәсәй туристарына күтәрмәле шарттар тәҡдим итә.