Быйыл тағы арттырылды20.12.2016
– Беҙҙә пенсионерҙың йәшәү минимумы күпме ул? Уны ни өсөн билдәләйҙәр?
Айҙар.
Ҡариҙел районы.
– Быйыл көҙ генә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәлен арттырыу тураһындағы ҡарарға килде. Һөҙөмтәлә киләһе йылда был һан быйылғы 7842 һум урынына 8015 һум тәшкил итәсәк. Ул пенсияға социаль өҫтәмәнең күләмен билдәләү өсөн кәрәк.
2017 йылдың 1 ғинуарынан федераль социаль өҫтәмәнең артыуы республиканың эшләп йөрөмәгән 160 мең тирәһе пенсионерына ҡағыласаҡ. Шул иҫәптән биш мең самаһы кешегә әлеге түләүҙе алыуға хоҡуҡ тәүгә бирелә. Әйткәндәй, мөмкинлектән файҙаланыу өсөн ғаризаны Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ошо айҙа уҡ тапшырып ҡалырға кәрәк.
Эшләмәгән пенсионерҙарға социаль өҫтәмә 2010 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнә башлағайны. Уның күләме төрлөсә һәм хаҡлы ялдағы кешенең матди хәле йәшәү минимумынан күпмегә түбән булыуына бәйле.