Хоҡуғығыҙ сикләнмәйәсәк20.12.2016
– Балаларым сит илдә уҡыны ла, шунда эш табып, йәшәргә ҡалды. Хәҙер беҙҙе, йәғни
ата-әсәһен, үҙҙәре янына бөтөнләйгә күсеп барырға саҡыралар. Ә мин тиҙҙән хаҡлы ялға сығырға тейешмен. Сит илдә килеш пенсия юллай алырмынмы икән?
Мәйсәрә.
Белорет ҡалаһы.

– Сит илдә йәшәгән Рәсәй граждандары страховка пенсияһы, дәүләт пенсия тәьминәте буйынса түләү (социаль пенсиянан башҡа), хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бәйле пенсияға өҫтәмә (осоусылар, шахтерҙар, ядро технологиялары менән эш иткәндәр, айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр өсөн), өҫтәмә матди ярҙам (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн) алырға хоҡуҡлы.
Әгәр икенсе дәүләттә көн иткән ватандашыбыҙ паспорты менән һаман Рәсәйҙә иҫәптә тора икән, уға пенсия тәғәйенләү хаҡында ғаризаны теркәлгән адресы буйынса Пенсия фонды бүлексәһенә тапшырырға мөмкин. Даими прописканан төшкән хәлдә был документты почта аша түбәндәге адресҡа хат итеп һалырға кәрәк: “119991, Мәскәү ҡалаһы, Шаболовка урамы, 4-се йорт, ГСП-1”. Шулай уҡ Сит илдә йәшәгәндәрҙе пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса департаментҡа шәхсән мөрәжәғәт итергә була. Уның адресы: “Мәскәү ҡалаһы, Анохин урамы, 20-се йорт, А корпусы (метроның “Көньяҡ-Көнбайыш” станцияһы).
Мөрәжәғәткә шундай документтар ҡушып һалына:
* пенсияны тапшырыу юлдары тураһында ғариза;
* Рәсәй гражданы паспортының һәм пенсия страховкаһы таныҡлығының (СНИЛС) ксерокста яһалған күсермәһе;
* страховка стажы хаҡында документтар;
* теләһә ҡайһы биш йыллыҡ осор өсөн эш хаҡы буйынса белешмә;
* хәрби билеттың күсермәһе;
* исем-фамилияны үҙгәртеү тураһында документтың (әгәр булһа) күсермәһе;
* Рәсәй Федерацияһынан ситтәге даими йәшәү урыны, күсеп киткән көн тураһында белешмә (дипломатик вәкиллек йәки консуллыҡ тарафынан бирелә).

Күсермәләрҙең барыһы ла Рәсәй консуллығында раҫлана.


Вернуться назад