Баланың ни ғәйебе?20.12.2016
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ата-әсәһе билдәле булмаған етем сабыйҙарҙы социаль йәһәттән яҡлау маҡсатында дәүләт пенсия тәьминәте хаҡындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә.
Ташландыҡ балаларҙың али­ментҡа ла, ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсияға ла хоҡуғы юҡ, ти Федераль Йыйылыштың юғары палатаһы спикеры. Шуға ла ул ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү сараларын күрергә, ата-әсәһе билдәле булма­ғандарҙы бүтән етемдәр менән бер рәткә ҡуйып ҡарап, уларға ла айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләргә саҡыра.
– Закон 880 самаһы ғына кешегә ҡағыласаҡ, шуға ла социаль ярҙам­дың был төрөнә күп сығым талап ителмәй, – ти Валентина Матвиенко. – Йылына – бары 112 миллион һум. Илебеҙҙең Пенсия фондындағы йыллыҡ бюджеттың 7,5 триллион һум икәнлеген иҫәпкә алғанда, уны ғына табырға мөмкинлек барҙыр.


Вернуться назад