“Аҡса юҡ, тиеү – буш хәбәр”20.12.2016
“Ил ҡаҙнаһында халыҡтың социаль йәһәттән мохтажлыҡ кисергән ҡатламдарына ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса етмәүе тураһында имеш-мимештең бер ниндәй нигеҙе юҡ”, – тип белдерҙе үҙәк телеканалдарға биргән интервьюһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев.
Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2017 йылда пенсия түләү маҡсатында ете триллион һум тотоноласаҡ. “Был йәһәттән индексациялау бөтәсәк, тиеүҙәре – буш хәбәр. Киләһе йылдың тәүге кварталында уҡ пенсияларҙы 5,8 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылған”, – тине Дмитрий Медведев.
Хөкүмәт башлығы тағы ла хаҡлы ялдағыларға ғинуарҙа бишәр мең һумлыҡ компенсация түләү өсөн 220 миллиард һум аҡса табыуҙары, шулай уҡ быйыл пенсияның реаль күләме үҫеүе тураһында телгә алды. Уның ышандырыуынса, индексациялау буйынса бурыс үтәлгән, киләсәктә лә пенсия аҡсаһына бәйле ауырлыҡтар булмаясаҡ.
Әйткәндәй, киләһе йыл башында Башҡортостанда 1,153 миллион пенсионерға бер тапҡыр бирелә торған биш мең һумлыҡ компенсацияны түләү өсөн 5,7 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.