Һалымдан азат иттеләр20.12.2016
Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған законға ярашлы, пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата компенсациянан физик шәхестәрҙең килеменә һалым рәүешендә 13 процент тотолоп ҡалмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ил башлығы пенсияларҙы быйылға икенсе тапҡыр индексациялауҙы биш мең һумлыҡ түләүгә алмаштырыу тураһындағы документҡа 22 ноябрҙә ҡул ҡуйғайны. Был аҡсаны алдағы йылдың ғинуарында илдәге барлыҡ пенсионерҙарға ла (эшләп йөрөгәндәренә лә) бирәсәктәр. Бер генә шарт ҡуйылған: улар Рәсәйҙә даими йәшәгән булырға тейеш. Илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре аңлатыуынса, уртаса кимәлдән аҙыраҡ пенсия алғандар өсөн әлеге компенсация хатта отошлораҡ та. Тик артабан бер тапҡыр түләү булмаясаҡ, пенсияны инфляция кимәленә ҡарап арттырыуға кире ҡайтасаҡбыҙ, тиҙәр.
Биш мең һумлыҡ компенсация тураһындағы документтарҙы әҙерләгәндә бер әтнәкәһе килеп сыҡҡан: Рәсәйҙең Финанс министрлығы белгестәре асыҡлауынса, был түләү пенсия менән тәьмин итеү йүнәлешендәге башҡа ғәмәлдәрҙән айырмалы рәүештә һалымдан азат була алмай икән. Шуға ла Дәүләт Думаһында айырым закон ҡабул ителде, ул Федерация Советында хупланғандан һуң ил Президенты тарафынан раҫланды.
Әйткәндәй, шул уҡ ваҡытта Владимир Путин хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәрҙе физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат итеү хаҡындағы законға ла ҡул ҡуйҙы.