Күсмә почта сығымдарҙы кәметә27.03.2012
Силәбе өлкәһендә үҙәктән йыраҡ ауылдарға күсмә почта бүлексәләре йөрөй. Улар халыҡҡа матбуғат баҫмалары, хат, пенсия еткерә. Ошо хеҙмәт аша теге йәки был тауарға заказ да яһарға мөмкин.
"ГАЗель" автомобиле базаһындағы күсмә почта аҙнаһына өс тапҡыр бер нисә ауылды урай, һәр автомобиль ГЛОНАСС системалы элемтә сараһы, Интернет селтәре менән йыһазландырылған. Салонда хат йәшниге, сейф, картотека бар. Кондиционер эшләй, хатта йыуынғыс ҡуйылған. Белгестәр билдәләүенсә, стационар почта бүлексәһенә ҡарағанда, күсмә почта күпкә отошлораҡ.


Вернуться назад