Ут уйынсыҡ түгел27.03.2012
Ял көндәрендә республикала ун янғын теркәлгән, ике кеше һәләк булған, өс кеше йәрәхәтләнгән. Матди зыян күләме 1 миллион 512 мең һум самаһы тәшкил иткән.
Фажиғәгә килтергән осраҡтар Туймазы һәм Ауырғазы райондарында булған. Белгестәр билдәләүенсә, янғын ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан сыҡҡан.