Берәүҙәр һатып, икенселәр алып ҡыуанды20.12.2016
Берәүҙәр һатып, икенселәр алып ҡыуанды – Ҡаҙҙың килограмы ни хаҡ?
– 350 һум!
– Ҡайһылай осһоҙ, алайым әле.
Ана шулай гөрләп торҙо ял көндәрендә баш ҡалала үткән “Ит фестивале”.

Сараның Яңы йыл алдынан ойошторолоуы уғата уңайлы ине. Тап ошондай байрамдар алдынан сауҙа нөктәләрендә алыш-биреш ҡыҙа. Һәр кем табындың мул, йәмле булыуын теләй. Йәнә көҙ – һуғым мәле, халыҡ оҙон ҡыш буйына етерлек аҙыҡ-түлек туплап ҡалырға ашыға. Сифатлы, арза­ныраҡ продукцияны тап ошондай йәрминкәләрҙә һайлап алырға мөмкин. Мәҫәлән, “Башҡорт ит ком­панияһы” сусҡа итенең килограмын 170 – 200 һумдан тәҡдим итте.
Күркә, тауыҡ, өйрәк, бүҙәнә ите... Сауҙа рәттәрендә йәнең теләгән аҙыҡ бар ине. Утыҙ райондан йәмғеһе 150 самаһы ауыл хужалығы предприятиеһы, ете фермер хужа­лығы бал, ҡымыҙ, һөт аҙыҡтары, талҡан алып килгән. Һәр кем үҙе етештергәнде һатҡас, хаҡы ла тешләшмәй.
Ойоштороусылар һатыусылар, алыусылар өсөн дә уңайлы шарттар булдырырға тырышҡан. Ике гектар майҙанды биләгән сауҙа урынында иркен ябыҡ майҙансыҡ та эшләй ине. Шуға ла халыҡты уҫал ҡыштың зәһәрлеге лә ҡурҡыта алманы. Шуныһы ғә­жәп: күптәр бер-береһен танып, хатта дуҫ­лашып та алғандар. Үҙен Мәйсәрә Вәлиева тип таныштырған апай йүкә балын былтыр бөрйәндәрҙән алған:
– Харап тәмле булғайны. Шуға быйыл да уларҙы көттөм. Телефондан шылтыратып торҙом. Тағы ике сирек бал алдым әле, – тине ул ихлас йылмайып.
Ә Әйүп Шәрипов аҙыҡ-түлектең төрлө­лөгөнә ҡыуанысын белдерҙе.
– Бына бит үҙебеҙ ҙә етештерә алабыҙ, – тине ул. – Әтеү йәһәннәмдәге илдәрҙән әллә ниндәй аҙыҡ ташып хитланабыҙ.
Фестиваль, бер яҡтан, ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙҙәре етештергәнде ҡулла­ныусыға туранан-тура еткерергә форсат бирһә, икенсенән, ҡала халҡына байрам алдынан таҙа, сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзанға ит алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Ул мал үҫтергәндәрҙе төрлө ығы-зығынан, тауарын аралашсыларға ярты хаҡҡа биреп ебәреүҙән дә ҡотҡара.
Сара төрлөлөгө менән дә айырылып тор­ҙо. Бер урында колбаса, ит деликатестары, ярымфабрикаттар һатылһа, икенсе­һендә маһир ашнаҡсылар ҡунаҡтарға аш-һыу етештереү серҙәре менән уртаҡлашты. Һуңғы осорҙа халҡыбыҙ йорт шарттарында әҙерлән­гән милли аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Тап шуға ла күптәр тултырма эшләүҙе өйрәнеп ҡалырға тырышты.
Фестивалдә халҡыбыҙға хас матур йола­ларҙың шаһиты ла булырға тура килде. “Башҡорт ит комбинаты” йәмғиәте “Мәрхәмәт” фонды менән берлектә “Һәр балаға бүләк” акцияһы ойошторҙо. Улар әҙерләгән шаш­лыҡтан килгән табыштың егерме проценты Яңы йыл байрамында сабыйҙарҙы татлы күстәнәстәр менән ҡыуандырыуға тотоно­ласаҡ.
Сәнғәт оҫталарының йыр-моңдары, дәрт­ле көйҙәре байрамға килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе.


Вернуться назад