Исеме – мәңге хәтерҙә20.12.2016
Исеме – мәңге хәтерҙә Оло ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Уның тыуған яғында – Ғафури районында – үткән ғилми-ғәмәли конференцияла төрлө төбәктәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.
Тантана ғалим тыуып үҫкән Ҡаранйылға ауылында башланды. Мәғлүм булыуынса, әҙип 1911 йылда ошонда донъяға килә. Ж. Ғ. Кейекбаев исемендәге музей тәүҙә уның исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбендә 1974 йылда “Мәктәп музейы” тигән исем аҫтында асыла. Әлбиттә, әҙиптең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә, музейҙы асыуға уның уҡыусыһы, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Ғиндулла Шәйәхмәтов ҙур тырышлыҡ һалған. 1991 йылда тыуған ауылында оло шәхестең йорт-музейы барлыҡҡа килде. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо көндәрҙә унда ғалимдың бюсы ҡуйылды.
…Бына күптән көткән тулҡынландырғыс минуттар һуҡты. Тәүҙә ҡыҙыл таҫманы киҫәсәк уҡыусыларҙан был мәртәбәле хоҡуҡҡа лайыҡ булыу-булмауы хаҡында район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡыҫҡаса “имтихан” алды:
– Яҡшы уҡыйһығыҙмы?
– Эйе!
– Афарин! Ана шулай гел тырыш булығыҙ. Ауылдашығыҙҙың иҫтәлегенә тоғро ҡалығыҙ.
Унан ҡунаҡтар шөһрәтле ғалимыбыҙҙың музейына инде. Директоры, филология фәндәре докторы Римма Ишмырҙина бөгөн уны күргәҙмә материалдар менән байытыу өлкәһендә көсөн ҡыҙғанмай эшләй.
Әйткәндәй, райондың иң төпкөлөндә урын­лашһа ла, йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағына ҡунаҡтар ағы­мы өҙөлмәй. Хатта сит илдәрҙән дә ғалимдың ижады менән ҡыҙыҡһынып күп киләләр бында. Музей арҙаҡлы шәхестәребеҙ хаҡында йәш быуында ғорурлыҡ, һоҡланыу тойғолары уята. Бында ҡалдырылған яҙыуҙар ҙа шуны раҫлай. “Бөйөк тарихы һәм Жәлил Кейекбаев кеүек бөйөк шәхестәре булған башҡорт халҡына тәрән хөрмәтебеҙҙе белдереп баш эйәбеҙ. Шул тарихта тәрән эҙ ҡалдырған шәхес­тәрҙе онотмайынса, улар тураһындағы мәғ­лүмәттәрҙе бөгөнгө һәм киләсәк быуын­дарға ентекләп йыйған кешеләргә айырым рәхмәт. Ундай халыҡтың киләсәге бар!
Ҡазандан Х. Ғ. Иштирәков. Татарстан Президенты аппаратының бүлек мөдире.

28.08.2003 йыл”.
Филология фәндәре докторы, профессор, шағир Ғилемдар Рамаҙанов: “Киң күңелле, кешеләргә иғтибарлы һәм ярҙамсыл кеше Жәлил Кейекбаевтың шәкерттәре, дуҫтары һәм таныштары күп ине. Уны совет тюрко­логияһы, төрки телле халыҡтар филоло­гияһы һәм илебеҙ халыҡтарының әҙәбиәте менән таныш булған күптәр белә, хөрмәт итә һәм ярата ине. Төрки һәм Урал-Алтай телдәрен генә түгел, рус, немец һәм венгр телдәренең дә ҙур белгесе профессор Кейекбаевты Мәскәү, Ленинград, Баҡы, Ҡазан, Алматы, Ташкент кеүек ҙур фән үҙәк­тәрендә лә яҡшы белеүселәр аҙ булманы” тигән яҙыу ҡалдырған.
Музей – тарих көҙгөһө. Дүрт бүлектән торған мәҙәниәт усағында ҡунаҡтар ғалимдың бала һәм үҫмер сағына, йәшлек йылдарына, ата-әсәләренә һәм туғандарына бағышланған экспозиция, студент һәм ғилми-әҙәби, йәмәғәт эшмәкәрлеге, наградалары, йәнә бихисап документтары менән танышты.
Унан Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда “Исемдәре – мәңге хәтерҙә” тигән ғилми-ғәмәли конференция башланды. Сараны Рәмил Бохаров асып:
– Филология фәндәре докторы, профессор, күренекле тел белгесе, полиглот-төркиәтсе, яҙыусы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улының тормошо ла, яҙмышы ла тыуған ере менән бәйләнгән. Ул һәр ваҡыт яҡташтары араһында булды, тел байлығын һәм халыҡтың йәнле һөйләү үҙенсәлектәрен бөртөкләп йыйып, юғары фән кимәленә күтәрҙе. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, уға оҙаҡ йәшәргә яҙманы, әммә яҡташыбыҙ – беҙҙең күңел түрендә. Уның исемен мәңгеләштереү, ижади мираҫын өйрәнеү һәм пропагандалау өҫтөндә эшләгән хеҙмәттәштәренә, уҡыусыларына, туғандарына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Әле был йүнәлештә башҡараһы эш күп, – тине.
Районда бөйөк әҙип исемендәге премия булдырылған. Ул ғалимдың иҫтә­леген мәңгеләштереүгә өлөш индергән, уның эшмәкәрлеген, ижадын дауам иткән шәхестәргә бирелә. Быйылғы премияны Рәмил Зәкәриә улы шағир, драматург Салауат Әбүзәргә һәм оҙаҡ йылдар “Йондоҙ” колхозына етәкселек иткән “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Аҙнабай Йәноҙаҡовҡа тапшырҙы. Сәйетбаба ауылы ветерандары советы рәйесе Зәкир Ишмырҙин премияның лайыҡлы бире­леүенә шатлығын белдерҙе.
– Салауат Әбүзәрҙең ижадын күптән күҙәтеп киләм. Фекер тослоғо менән алдыра ул, – тине. Район хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Насирова ла ошо хаҡта фекерен еткерҙе.
– Район артистары Салауат Әбүзәрҙең ике пьесаһын сәхнәләштерҙе. Уның әҫәрҙәренең көн ҡаҙағында, тормошсан булыуы, һутлы тел менән яҙылыуы күңелгә яҡын. Тап шуға ла яҡташы­быҙҙың спектаклдәренә халыҡ эркелеп йөрөй, – тине.
Жәлил Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫы барлыҡ быуын халҡы өсөн яҡын. Балалар уның “Урман әкиәттәре”н уҡып үҙҙәренең донъяға ҡарашын байытһа, өлкәнерәк быуын “Туғандар һәм таныштар” романы аша халыҡтың үткән тормошо, эшмәкәрлеге менән таныша, әҙиптең бай һәм йор теленә һоҡлана.
Шуныһы ҡыуаныслы – Ғафуриҙа йәштәрҙе төбәктә тыуып үҫкән шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барыла. Уҡыусылар әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен өйрәнә, ғилми эштәр яҙа, конференциялар үткәрелә. Сарала уҡыусылар үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, уларҙың иң лайыҡлыларына дипломдар, маҡтау грамоталары тапшырылды.
Оло ғалимдың хеҙмәте лә, исеме лә халыҡтың күңел түрендә һаҡлана.




Вернуться назад