Ашығыу аҙаштырыр16.12.2016
Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Уны мосолман нисек ҡабул итергә тейеш? Ошо йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Был мәсьәләгә ҡағылышлы мәғлү­мәттәрҙе элек-электән өйрә­нәм. Ысынлап та, Ҡыш бабай, Ҡар­һылыу, шыршы тирәләй әйләнеү, маскарад – мәжүсилек ҡалдыҡтары. Улар һәр береһе төрлө ышаныу­ҙарға бәйле килеп сыҡҡан һәм динебеҙгә бөтөнләй ярашлы түгел. Мәғлүм ки, Исламда иң ҙур гонаһ – ширк, йәғни ниҙелер Аллаһҡа тиң­дәш ҡуйыу. Раббыбыҙға мөрә­жәғәт итеү урынына Ҡыш бабайҙың сихри көсөнә, тылсымына ышанып, те­ләк­тәрҙе тормошҡа ашырыуын һорап, ярҙамына өмөт итеп, гонаһ эшләнә. Шулай уҡ шыршы янында йырлап-бейеп өйөрөлөү ҙә – ширк. Исламда Мәккәләге Ҡәғбәтулла тирәһендә генә әйләнеп йөрөргә рөхсәт ителә. Ҡыҙғаныс, бала­ларыбыҙҙы ялған персонаждарҙың көсөнә ышандырып үҫтерәбеҙ.
Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, был байрам беҙҙә бер быуатҡа яҡын үткәрелә, кешеләрҙең ҡанына һеңгән икән, унан тиҙ арала баш тартып булмаясағы көн кеүек асыҡ. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Уҡымышлы диндарҙарыбыҙ быны яҡшы аңлай, шуға ла ҡәтғи ҡарарҙар менән сығыш яһарға ашыҡмайынса, ипләп төшөндөрөргә тырышалар. Ашығыу­ҙың кире һөҙөмтәгә килтереү, тағы ла нығыраҡ аҙаштырыу ихти­маллығы бар бит. Мосолман һәр ғәмәлде сабырлыҡ, түҙемлек менән, яҡшы һүҙ аша атҡарырға тейеш, тиелгән дини китаптарҙа. Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дә бихисап хәҙисе бар.
Минеңсә, күптән Ҡояш календары буйынса йәшәйбеҙ, пландар ҡора­быҙ, әҙәм балаһының тыуған һәм үлгән көндәрен иҫәпләйбеҙ икән, Яңы йылды ҡабул итеүҙән зарар юҡтыр. Өйгә ҡуйылған шыршы тәм­ле урман еҫе аңҡытып ултырһа, кү­ңелгә байрам хисе өҫтәлер. Ҡыш бабайҙы – һалҡын ҡыш образы, Ҡарһылыуҙы ҡар бөртөгө тип кенә ҡабул ҡылып, уларҙан тылсым көт­мәһәк, Яңы йылға теләктәребеҙҙе фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә юллаһаҡ, тик Раббыбыҙҙың ярҙамына өмөт итһәк, байрамды билдәләү гонаһ түгелдер, тип уйлайым. Маҡсатҡа ашыҡмай барайыҡ. Барыһы ла яйлап хәл ителер.


Вернуться назад