Һаҡлауымды үтенгәйне бит...16.12.2016
Һаҡлауымды үтенгәйне бит...
Күптән түгел бер подъезда йәшәгән ҡатындың өсөнсөгә ауырлы икәнен күреп, телһеҙ ҡалдым. Тәүге балаһы быйыл саҡ мәктәпкә барҙы, икенсеһенә – дүрт йәш. Ә ире йылға яҡын инде эшһеҙ ята, көндәр буйы йорт алдындағы эскәмйәлә тәмәке борҡота. Ҡатын үҙе – балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Уның ғына аҡсаһына нисек көн күрәләрҙер? Етмәһә, йәнә ауырлы...
Борсолоп йөрөй торғас, түҙмә­йенсә ҡатынға мөрәжәғәт иттем. Нимә уйлайым – барыһын да әйттем. Йәлләүемде белдерҙем, ирҙәрҙең йүнһеҙлегенә көйҙөм. Йәш ҡатын иһә тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, һүҙем бөткәс: “Дөрөҫ уйламай­һығыҙ, апай, – тип ҡуйҙы. – Ирҙең йүнһеҙлегенә һылтанһаң, бөтөнләй бала тапмай ҡартайырға мөмкин. Ул эшһеҙ тип, йәшәүҙең матурлығын күреүҙән туҡтарғамы ни? Мин – ҡатын-ҡыҙ. Хоҙай бәпәй табыу бәхетен биргән икән, уны кинәнеп ҡабул итәм”. Күҙҙәремә ҡапыл йәш төйөлдө...
...Бишенсе курсты тамамлағас, дуҫлашып йөрөгән егетем менән өйләнешергә ҡарар иттек. Әсәһе белгәндә һуң ине инде: никах ҡағыҙы алырға өлгөргәйнек. Ирем уҡыуын аспирантурала дауам итергә булғас, беҙгә институт ятағынан бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр. Нисек ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ! Ҙур ҡалала йәшәр урыныбыҙ бар, ирем тиҙҙән фән кандидаты булыр, үҙем иһә яҡында урынлашҡан мәктәптә эш таптым. Шулай дәртләнеп үҙаллы тормош башлағайныҡ, тағы ла ҙурыраҡ бәхет өҫтәлде: ауырға ҡалдым. Яңылыҡты ҡәйнәмә минең тыуған көнөмдә еткерергә булдыҡ. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булыр.
Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Өмөтөбөҙ селпәрәмә килде. Хәбәрҙе ишетеү менән ҡәйнәм ҡапыл тоҡанып, урынынан һикереп торҙо:
– Ул ниндәй башбаштаҡлыҡ?! Бер бөртөк баламдың елкәһенә менеп ултырмаҡсыһыңмы? Ул канди­датлыҡ яҡларға тейеш! Балаң менән һине туйындырам тип вагон буша­тырға сыҡһынмы хәҙер? Мин улымды ҡара эш өсөн үҫтермәгәнмен!..
Ярһыуҙан тыны быуылған ҡәйнәм сумкаһынан йомарлап аҡса алып ырғытты ла ишеккә ҡарай йүнәлде: “Иртәгә үк абортҡа бараһың! Ә һин ҡатыныңа спираль алып бир – тыуған көнөнә бүләк булыр...”
Ғәйепле ҡиәфәттә иртәгәһен да­уаханаға киттем. Ирем дә туҡтатырға уйламаны. Аҡсаны түләгәс, тейешле палата янына килеп, сиратҡа баҫтым. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер-бер артлы саҡырып индерәләр ҙә, тиҙ арала эште бөтөрөп, арбала иҫһеҙ ятҡан килеш икенсе бүлмәгә сыға­рып ырғыталар. Конвейер кеүек. Әйтерһең, кешеләр түгел бында, ә малдар. Туҡтауһыҙ шаҡылдаған арба тәгәрмәстәренән, сират көткән ҡатындарҙың өмөт­һөҙлөк ҡатыш ҡурҡыу сағылған ҡарашынан бөтөн тәнем дер ҡалтырай башланы. Өҫтәүенә йөрәк аҫтымдағы сабыйым үкһеп илай, йәнен ҡыймауымды үтенә кеүек... Ә арт яҡтан ҡәйнәмдең зәһәр тауышы яңғырап киткәндәй. Ике ут араһында ни эшләргә белмәй торғанда аңымды юғалтып ҡола­ғанмын. Нашатырь спиртының еҫенә ҡапыл иҫемә килеп, уны-быны уйлап өлгөргәнсе аҡ халатлылар йәһәтләп палатаға алып инеп китте. Их, шунда бер генә һорау биргән булһалар... “Сабыйыңды алдырырға теләмәй­һеңме әллә?” – тиһәләр... Юҡ шул. Аҡсаһы түләнгәс, һөйләшеүҙе кәрәк тип тапмағандарҙыр.
Йылдар үтте. Барлыҡ иғтиба­рымды эшкә йүнәлтеп, педагогик хеҙмәтемдә байтаҡ уңыш ҡаҙандым, хатта фатир ҙа бирҙеләр. Коллегаларым да, ата-әсәләр ҙә, етәкселек тә минең өсөн өҙөлөп тора. Тик... балам юҡ. Әсәлек бәхетенән ғүмерлеккә мәхрүм ҡалдым. “Ҡыу ағас! Ейән-ейәнсәр төҫө күрһәт­мәнең. Улымды ла бәхетһеҙ иттең”, – тип ҡәйнәм мине ҡарғай-ҡарғай үлеп китте. Ә ирем һаман шул кандидатлыҡ эшен яҡлай алмай этләнә, дәүләтте, хеҙмәт­тәштәрен әрләй, бөгөнгө мәғарифты һүгә, миңә ҡаныға...
Яңыраҡ Интернетта бер яҙмаға юлығып, илай-илай уҡыным: “...Тулғаҡ тотҡан саҡтағы һыҙла­ныуҙарға түҙә алмай, бала табыу йорто ишеген башҡаса мәңге асмаҫҡа ҡабат-ҡабат ант итәм. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыу мәңге һуҙылыр кеүек... Юҡ, туҡтаны, бына донъяға тыуыуын белгертеп, бәпесем ауаз һалды. Йөрәгем алҡымыма килеп тығылды, күҙҙәремдән туҡтауһыҙ йәш аға. Күкрәгемдә мыш-мыш килеп ятҡан шундай йомшаҡ, йылыҡас бәләкәсемдең еҫенә туя алмайым. Ожмах еҫе, тиҙәр уны. Әлегеләй илаһи мәлде йәнә бүләк иткән Аллаһ Тәғәләмә мең рәхмәт! Ошо ләззәтте ҡабат-ҡабат татытһаңсы, Раббым...”
Әсәлек бәхетен миңә лә биргәйне бит Хоҙайым. Ниңә уны һаҡламаным, ҡәҙерен белмәнем?..

(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).


Вернуться назад