Иң шәп спортсылар йыйылды27.03.2012
Бөгөн баш ҡаланың "Динамо" спорт комплексында бокс буйынса ҙур турнир асылды. Ул милиция генерал-майоры Рауил Фәйрүзовтың иҫтәлегенә бағышлана.
Дүрт көн дауамында рингта Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән 15 команда көс һынашасаҡ, ауырлыҡ буйынса ун категорияла еңеүселәр билдәләнәсәк. 16-сы тапҡыр ойошторолған бәйге 19 йәштән 34 йәшкә тиклемге, беренсенән кәм разряды булмаған иң шәп бокссыларҙы йыйған. Улар араһында Удмурт, Татарстан республикалары, Ханты-Манси округы, Ҡурған өлкәһе, Пермь крайы, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа яҡтарҙан спортсылар бар.