Алдымда – гәзиттәр. Туған телемдә. Исемдәре генә ни тора! “Йәнтөйәк”, “Ҡурай”, “Етегән”, “Сарманай”, “Йәйғор”... Ғорурлыҡ бармы күңелдә? Бар ҙа ул, тик шом күберәк. Был шом әлеге гәзиттәрҙең тиражы менән бәйле.Былтыр ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың тиражы кәмей башлағас, айырым төбәктәр өсөн уртаҡ гәзиттәр сығарырға ҡарар ителгәйне. Әлбиттә, бәхәстәр ҙә булды, фекер алышыу ҙа, кәңәштәр ҙә... Төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәрҙән һуң ярашлы һәм тейешле концепция барлыҡҡа килде һәм “боҙ ҡуҙғалды”. Ҡуҙғалды һымаҡ ине... Баҫмаларҙың йөҙө үҙгәрҙе, йөкмәткеһе бермә-бер яҡшырҙы. Тик бына тиражы...
Үҙ төбәгендә, үҙ туған телендә сыҡҡан баҫмаға иғтибар итмәү, уға ылыҡмау ошонда йәшәгән халыҡтың мәҙәни кимәленең ни хәлдә булыуын да күрһәтә түгелме? Урындағы баҫма тап һеҙ йәшәгән төбәктең йылдар буйы йөрәкте ауырттырып килгән проблемаларын күтәрә, шуларҙы хәл итеү буйынса һеҙҙән кәңәш һорай, һөйләшергә саҡыра бит, йәмәғәт! Әллә һеҙ уларҙы ситтән килеп кемдер хәл итер тип көтәһегеҙме? Телевизорҙан күп ағай һәм апайҙар ауыҙ асып тыңлаған “Әйҙә, өйләнешәйек” тапшырыуында һеҙҙе борсоған мәсьәләләр тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. “Әйҙә, һөйләһендәр” тапшырыуын алып барған Андрей Малахов, ниндәй генә һәләтле шоу оҫтаһы булмаһын, һеҙҙең төбәктең донъяла барлығын да белмәйҙер, моғайын.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙең көндәлеккә баһа ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡалмауын беҙҙән дә яҡшыраҡ беләһегеҙ. Туған телгә, халҡының мәҙәниәтенә һәм тәрбиә йолаларына тоғро булып үҫерме кескәйҙәр, әллә вайымһыҙ бер быуын булырмы – һеҙҙең ҡулда. Был фиҙакәр эшегеҙҙә һеҙгә ошо төбәк гәзите ышаныслы ярҙамсы була ала һәм тейеш тә.
Хөрмәтле хакимиәт етәкселәре! Уңыш гектарҙар һәм проценттарҙа ғына үлсәнмәйҙер ул, халыҡтың рухи торошо һәм эшлекле кәйефе бөтә ҡаҙаныштарҙың нигеҙе икәнен һеҙ үҙ тәжрибәгеҙҙә нисә тапҡыр һынап ҡарағанһығыҙҙыр инде. Урындағы баҫма – урындағы властың абруйын күтәреүсе сара.
Хөрмәтле аграрийҙар! Хужалыҡ етәкселәре һәм уңған фермерҙар булараҡ, оло йәштәге яҡташтарығыҙға ла иғтибар итһәгеҙ ине, бәлки, уларҙың матбуғатҡа яҙылырға аҡсаһы етмәйҙер? Элекке колхозсылар ер яҙмышы өсөн һәр саҡ борсолоп йәшәй бит, ә ауыл хужалығы – район матбуғатының төп темаларының береһе. Йәштәр ауылда ҡалмай тибеҙ, тыуған яҡҡа мөхәббәт һәм техникаға һөйөү тәрбиәләү ҙә барыбыҙҙың уртаҡ бурысы булып тора.
Бөгөнгө менән генә йәшәмәйек, йәмәғәт. Битарафлыҡ – һәр замандың иң ауыр сире. Унан ҡотола барыу сараһын тап бөгөн эҙләргә кәрәк, ә иртәгә һуң буласаҡ.