Балалы йорт – нурлы йорт16.12.2016
Балалы йорт – нурлы йорт
Яңы көнөбөҙгә яҡтылыҡ, йәм биреүсе күктәге ҡояш булһа, өйҙө йәмләүсе, усаҡ йылыһын һаҡлаусылар – әсәләр. Ҡотло ғаиләләрҙә мөхәббәтле, наҙлы балаларҙың үҫеүе лә күңелдә яҡты хис-тойғолар уята.
Кисә республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм районынан килгән 45 ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алды. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән бәхетле әсәләр араһында хужабикәләр, тәрбиәселәр, табиптар күп, һатыусылар, бухгалтерҙар ҙа бар.
– Республикабыҙҙа Хөкүмәт тарафынан бик күп наградалар булды­рылған. Шулай ҙа иң юғары баһа – ул “Әсәлек даны” миҙалы. Сөнки тап һеҙ ғүмерегеҙҙе сабыйығыҙға йәшәү бүләк итеп, матур тәрбиә биреүгә бағышлайһығыҙ. Ҡәҙерле әсәләр, ошо матур байрам уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙгә һаулыҡ, матурлыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет теләйем. Күктәрегеҙ һәр саҡ аяҙ булһын, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә яҙһын, – тине Салауат Тәлғәт улы, тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп.
Матур байрам кәйефенән йөҙҙәре шатлыҡ менән балҡыған әсәләр Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, яңы йылдың барыһы өсөн дә матур, уңышлы килеүен теләне.
Илебеҙҙә тәүфиҡлы сабыйҙарҙың именлектә, тулы ғаиләләрҙә, ата-әсә наҙында үҫеүе, ир-егеттәрҙең хәстәр­лекле атай, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бә­хетле әсә булыуҙары ҡыуаныслы. Ошондай ҡотло ғаиләләр барында илебеҙҙә ырыҫ-бәрәкәт булыр.



Вернуться назад