Электрон белем биреү тәжрибәһе дауам итә16.12.2016
Компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Кеше мәғлүмәтте тәү сиратта Интернеттан эҙләй. Ошоно иҫәпкә алып, мәшғүллек үҙәгендә лә электрон мәғлүмәт биреүҙе киң ҡулланылышҡа индергәндәр. Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмә лә электрон белем биреү мәсьәләләренә арналды.
– Электрон белем биреү мөмкинлектәре көндән-көн үҫә. Эш менән тәьмин итеү үҙәгендә вакансиялар, резюме банктары булдырылған. Терминал, таблолар ярҙамында яңылыҡтар менән даими танышырға мөмкин. Үҙәктең эшмәкәрлеге тулыһынса интернет-форматҡа күскән. Яңы алымдар, профессиональ диагностика, онлайн режимда аралашыу эшкә урынлашыуҙы күпкә тиҙләтә. Әле төбәктә йәмәғәтселек файҙаланыуы үҙәктәре үҫә. Компьютерҙы үҙләштерергә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталынан файҙаланырға теләгәндәр уларға мөрәжәғәт итә ала. Республиканың 8 ҡала һәм 33 районында ошондай 59 үҙәк иҫәпләнә, – тип билдәләне республика Башлығы.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ электрон белем биреүҙең мәғариф системаһына йылдан-йыл нығыраҡ үтеп инеүен әйтте. 2019 йылда мәктәптәрҙең барыһы ла электрон ресурстар менән ҡулланасаҡ тип күҙаллана.
Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин үҙ сығышында Башҡортостанда смарт-йәмғиәт ойоштороу хаҡында һөйләне һәм, электрон белем биреүҙе индереү өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа бар, тине.
– “Башҡортостан Республикаһында белем биреү” порталы яңыртыла. Интернетҡа тоташтырылған мобиль ҡоролмалар йылдан-йыл камиллаша. Республиканың күп кенә мәктәптәре берләшкән коммуникациялар системаһына тоташҡан, унда көн һайын дистанцион дәрестәр бара, – тине ул.


Вернуться назад