Һөйөү усағы14.12.2016
Һөйөү усағы һаламдан түгел, имәндән булырға тейеш.
* * *
Һәр йәштең үҙ матурлығы, үҙ сибәрлеге. Беҙҙә “аҙау бал” тигән төшөнсә бар – яҡшы ҡорт балы йылдар буйы ултыра-ултыра көсәйә, үткерләнә генә бара, шифаһы арта. Бына шул аҙау бал көсө – оло йәштәге матурлыҡта!
* * *
Динебеҙҙә Аллаһ хаҡына һөйөү тигән ғибәрә бар. Никахлашҡан ир менән ҡатын араһында тап шундай һөйөү булыуы зарур, сөнки йәшәй-йәшәй күңел ҡайтыуҙар ҙа, ниндәйҙер ауыр сирҙәрҙең йығып һалыуы ла, кемдеңдер яҙа баҫыуы ла һәм башҡа хәлдәр була – ҡыҫҡаһы, кешегә төрлө ҡатмарлы һынау үтергә тура килә. Үҙем өсөн түгел, Хаҡ Тәғәлә хаҡына тигәндәр сабырлыҡ менән дөрөҫ юл таба.
* * *
Ир кеше ҡатынын үҙенән бер аҙым артта йөрөтөргә түгел, ә үҙе ҡатынынан бер аҙым алда барырға тейеш. Айырмаһы бар! Аңлаған кешегә.
* * *
Балам – йөрәгемдән тамған ҡаным...
Иң татлы һәм әсе күҙ йәшем...
Көҙгөм, ҡайһы саҡта – ҡыйыш көҙгөм...
Йә киреһе – кәк(е)ремде тура күрһәткән көҙгөм...
Туғыҙ ай йөрәк аҫтымда, шунан инде ғүмерем буйы йөрәгемдә йөрөтә торған ҡиммәтем.
Баламдың бармағы ҡанағанда минең йөрәгем ҡанһырай.
Бала көйөктәре күрһәтмәһен, тигән ололар. Баламдың шатлыҡтарына һөйөнөүҙән дә ҡурҡам – күҙ тейә күрмәһен, тим.
Ә баламдың балаһына ҡағылышлы былар барыһы ла икеләтә кисерелә.
Баламдың балаһы өсөн балама ла асыулана алам.
* * *
Бер билдәле һылыу милләттәшебеҙҙең фотоһы аҫтына “Красотка” тип яҙып ҡуйғандар. Яратмайым шул һүҙҙе! “Красоткалар”, ана, кабарела һәм башҡа шундайыраҡ ерҙәрҙә һикерәнләй ул. “Күҙҙәр аҡыллы булғанда ғына күренә ул матурлыҡ! Фотола – матурлыҡ!” – тип яҙып ҡалдырҙым.
* * *
Бала – бала, тибеҙ. Бала – фәрештә, тибеҙ. Тик әйтә бит әле беҙҙең халыҡ: “Эттән эт тыуа, беттән бет тыуа”. Алма ла ағасынан бик һирәк йыраҡ тәгәрәй. Ә шулай ҙа яҡшынан – яман, ямандан яҡшы ла тыуып ҡуя.
Йәшлектә уйламағанды
Йылдар үткәс аңлайбыҙ:
Хәләл ефет һайлағанда
Беҙ бала ла һайлайбыҙ.
* * *
Заманаларҙың ауыр сағы, еңел сағы бар. Замана ауыр тип илеңде, халҡыңды хурлай башлау хәйерселеккә төшкән атаң-инәңде яманлау менән бер.
Ил башҡа, илде талаусылар башҡа... Илеңде яратыу илде талаусыларҙы яратыу тигәнде аңлатмай.
* * *
Өйләнешкән көндө онотто тип ғауға сығарған бисәләрҙе, ғөмүмән, аңламайым. Онотоп та китә инде кеше. Йыл әйләнәһендә күренмәйме ни хәләлеңдең мөнәсәбәте, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торамы-юҡмы икәне... Эт менән бесәй шикелле йәшәп, шул бер көндө берәй бүләк биреүе нимәне үҙгәртә? Йыл буйы ғаиләһе өсөн йәнен бирерҙәй булып йәшәгән ир бер шул датаны иҫенән сығарған икән – шулмы үпкәләй торған сәбәп?!