Әүҙемдәр өсөн27.03.2012
Рәсәйҙең Федераль миграция хеҙмәте ижади коллективтар, журналистар һәм штаттан тыш авторҙар араһында "Матбуғатта – 20 йыл" исемле Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә.
Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы әүҙемдәрҙе бәйгелә ҡатнашырға саҡыра. Миграция хеҙмәте эшмәкәрлеген яҡтыртҡан материалдарҙы (улар төрлө жанрҙарҙа булыуы ихтимал) һәм үҙегеҙ хаҡындағы белешмәне 28 мартҡа тиклем pressaufms@ yandex.ru электрон адресы буйынса ебәрергә йә иһә Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21 адресына килтерергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт – хеҙмәттең рәсми сайтында.


Вернуться назад