Бөгөн магазин кәштәләрендә йәшелсә-емештең ниндәйе генә юҡ, уларҙың төрлөлөгөнән хатта күҙ ҡамаша. Сауҙа селтәрҙәренә уларҙы ҡайҙан ғына килтермәйҙәр: араларында сит илдә үҫтерелгәндәре лә, үҙебеҙҙең Башҡортостан ерлегендә һут алғандары ла бар. Ә баҙарҙағы муллыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел, сауҙагәрҙәр үҙ тауарын маҡтап һата белә инде! Шулай ҙа күптәр тап үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирә, сөнки сифаты юғары, теләһә ниндәй химикаттар ҡулланылмай һәм, иң мөһиме, хаҡы әллә ни тешләшмәй.Бүздәк районы халҡы ла үҙҙәрендә үҫтерелгәнде генә һатып алырға тырыша. Ҡулланыусыларҙы йыл әйләнәһенә сифатлы, тәмле йәшелсә менән “Ф.Р. Хәбибрахманов” крәҫтиән (фермер) хужалығы тәьмин итә. 1993 йылдан үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнгән хужалыҡта, йәшелсәселекте үҫтереү республика маҡсатлы программаһына ярашлы, 2012 йылда 12 мең гектарҙан ашыу майҙанда теплица хужалығы сафҡа инә.
Ул заманса голланд технологияһы буйынса төҙөлгән. Үҫемлектәрҙең үҫеше өсөн файҙалы күрһәткестәрҙең барыһы ла үҙәк идара пунктында билдәләнә. Ҡыяр аҙ күләмле технология буйынса үҫтерелә. Яҡтылыҡ менән өҫтәмә тәьмин итеү һөҙөмтәһендә йыл әйләнәһенә бер квадрат метрлыҡ майҙандан 100-120 килограмм уңыш алына. Теплицала температура, дымлылыҡ, туҡландырыу шарттары ҡулай, тәбиғи ҡояш яҡтыһына тап килгән яһалма яҡтыртыу ҡулайламалары эшләй. Үҫемлектәрҙе тамсылап һуғарыу өсөн көн һайын 100 кубометрға тиклем һыу тотонола. Йәшеллектән бүленеп сыҡҡан быу иҫәбенә теплицала дымлылыҡ миҡдары ла талаптарға яуап бирә. Гидропоника технологияһы йәшелсәне тиҙ арала һәм күпләп үҫтерергә мөмкинлек бирә. Бында тәүлегенә алты тоннаға тиклем уңыш алына. Алдынғы технологияларҙан тыш, предприятиела минераль туҡландырыуға һәм микроклиматҡа идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары менән тәьмин ителгән заманса технологик ҡорамалдар файҙаланыла.
Юғары производство-техник ҡеүәткә эйә хужалыҡтың заманса йыһазландырылған йәшелсә һаҡлағысы, бына тигән техника паркы, оҫтаханаһы бар. Шуныһы һөйөнөслө: етәкселек ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға, яңы ҡоролмалар һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй.
Автоматлаштырылған комплексты 115 кеше хеҙмәтләндерә. Эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, социаль яҡлауҙар ҡаралған. Хеҙмәт хаҡы юғары булғас һәм ваҡытында түләнгәс, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта ғына.
– Беҙҙә уңған, тырыш халыҡ эшләй. Йәштәрҙең булыуы, махсус белемле белгестәрҙең эшкә килеүе айырыуса ҡыуандыра, – ти теплица хужалығының баш агрономы Айрат Нәжметдинов.
Етәкселек алдынғы йәшелсәселәр Фиүзә Шәрипова, Татьяна Дашкованы, Эльвир Вәлитовты маҡтап, “әлбиттә, беҙҙә уңған хеҙмәткәрҙәр күберәк инде”, тип башҡаларҙы ла телгә алды.
Урамда ҡыш булһа ла, бында ҡыҙыу осор: ҡыяр, төрлө салаттар өлгөргән, бөгөн теплица хеҙмәткәрҙәре йәшел-сәләрҙе йыйыу менән мәшғүл. Әле генә түтәлдән өҙөп алынған “демарраж”, “святогор” сортлы ҡыярға, башҡа салаттарға ихтыяж ҙур булғас, ҡайһы саҡ продукция етмәй ҙә ҡала. Бүздәк ерлегендә тәмләнгән йәшелсәләрҙе, Башҡортостан ҡала-райондарынан тыш, Пермь крайы, Силәбе өлкәһенән дә күмәртәләп килеп алалар.
Бүздәк теплица комплексы үҙ тауары менән Рәсәй, республика кимәлендә ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ихлас ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә юғары баһаларға лайыҡ булған. Юҡҡа ғынамы хужалыҡҡа “Башҡортостан продукты” тигән билдә бирелмәгән. Тимәк, уларҙың продукцияһына ихтыяж бар, уларҙың хеҙмәте бушҡа түгел.
Етәкселек киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй, йәшелсә культураларының майҙанын тағы ла арттырып, ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы булдырырға иҫәп тота.